Мифтахетдин акмулла сочинение на башкирском языке

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

Школа №127

городского округа город Уфа  

Городской литературно — творческий конкурс сочинений

“Пою мою республику!”

Сочинение на тему:

“Мифтахетдин Акмулла”

                                                  Ученица: 8б класса Хамматова Радмила

                                                Руководитель: Нигматуллина Алия                   Ахатовна

                                                  учитель башкирского языка и литературы

2016

Өфө ҡалаһы ҡала округының

127-се мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Инша: “Мифтәхетдин Аҡмулла ”

Уҡыусы: 8б класс уҡыусыһы Хамматова Радмила

                                      Уҡытыусы: Насирова Әлиә Әхәт ҡыҙы

                                      башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

2016

Аҡмулла- 19-сы быуат башҡорт әҙәбиәтендә иң билдәле мәғрифәтсе шағырҙарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта яҡтылыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылыусы мөғәллим сифатында ла ул ғәйәт яҡты эҙ ҡалдырған.  Башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының мәғариф тарихында уның исеме туған телдә уҡытыуҙы ғәмәлдә хәл итүсе эшмәкәр булараҡ та әһәмиәтле урын алған.

  Аҡулла тик башҡорт ерлегендә генә күтәрәлеп  сыҡҡан  шағир түгел.  Башҡорттар араһында башҡортса шиғыр, ҡобайыр әйткән, ҡаҙаҡтар араһында өләң сығарған. Башҡорттар уны сәсән теле шағир итеп һанаған, ҡаҙаҡтар аҡын итеп таныған.  Аҡмулланың “башҡорттарым!” тип өндәшәүе лә, «ҡаҙағым!» тиеүе лә берҙәй тәбиғи яңғырай.

  Аҡмулланың шиғриәте бик күп яҡлы.  Уның  бай йөкмәткеле, тәрән мәғәнәле булыуҙары менән айырылып тора. Күп ер-һыу кисеп, күп кешеләр күреп, уның донъяла барған хәлдәргә ҡарата үҙ ҡарашы формалаша. Аҡмулла ни тураһында   ғына яҙмаһын, уның төп иғтибары һәр саҡ әхлаҡ, ғилем, мәҙәниәт мәсьәләләренә ҡайтып ҡала.

  Уның шиғриәтенең тағы бер үҙенсәлекле яғы шунда: шағир боронғо сәсәндәрҙән килгән традиция-халыҡҡа туранан- тура поэтик мөрәжәғәтте, йәғни шиғри хитап алымын, киң ҡуллана.  Яу килгәндә, илдә афәт ҡупҡанда халаҡҡа мөрәжәғәт иткән сәсәндәр һымаҡ, үҙ яугирҙарын ирек, азатлыҡ өсөн көрәшкә өндәгән Салауат шикелле, халыҡтың яҙмышын, киләсәген хәл итер көсөргәнешле ваҡығалар эсендә ҡайнап, Аҡмулла, яҡтылыҡҡа,хөр тормошҡа саҡырып, хитаптар  иткән. Шуларҙың иң-иң  күренеклеләренең береһе-«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»  әҫәре.

  Ошо шиғырында  Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары сағылған- ул уҡырға, белем алырға саҡыра:

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!

 Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк!»

 Аҡмулла үҙенең әҫәрҙәрендә кешене яҡшылыҡ өлгөһендә тәрбиә итеүҙе, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләрен алғы планға ҡуя.  Яҡшы холоҡ, әҙәплек, аҡыллылыҡ ҡына кешене итә, һәйбәт, бәхетле йәшәүгә илтә ала, тип иҫәпләй ул.

  Аҡмулла аҡыллы,  Аҡмулла һабаҡтары беҙҙең өсөн, беренсенән, башҡорт шиғриәтенең бүтән халыҡтарҙы ла таң ҡалдырырлыҡ юғары ҡаҙанашы, классик өлгөһе булһа, икенсенән, ул-беҙҙең милли мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө, ысын мәғәнәһендә тормош һабағы, әҙәм балаларының яралы күңеленә йыуаныс һәм тыяныс.

      Аҡмулла шиғырҙарында ваҡиғалар үҫтерелеше лә ирекле йә иһә бөтөнләй юҡ. Күпселек осраҡтарҙа уның шиғырҙарында һәр бер айырым строфа сағыштырмаса үҙ аллы мәғәнә йөрөтә, уларҙың берәүһе йәки бер нисә строфа төшөп ҡалғанда ла, әҫәрҙең дөйөм структураһына, бөтөнлөгөнә зыян килмәй.

      Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр

      Юҡтыр унда әүлиәлек, кәраматтәр.

     Әҫәрҙең пафосы көслө художестволы һүрәтләү саралары ярҙамында төҙөлә.  Шиғыр эпитеттарға бай: «аңғыра айыу», «ҙур афәттәр». Сағыштырыуҙар ҙа бар: «аңғыра айыуҙан урмандағы ҡурҡҡандай» һәм метафоры «Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам, тиһәң». Автор халыҡ тормошонда яҡтылыҡҡа, донъяуи үҫешкә өлгәшеү өсөн белемдең,  ғилем-һөнәр хәл иткә көсөн шиғырҙың шундай юлдпрында асып бирә:

      “Белемлек- арыҫландан көслө батыр,

        Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай».

  Шулай итеп, Аҡмулла- үҙе бер поэтик мәктәп барлыҡҡа килдергән шағир.  Һәр юлы, һәр строфаһы үҙе бер мәҡәл, афоризм булып  яңғырарлыҡ шиғри гәүһәрҙәре менән, Көнсығыш классикаһы, халыҡтың быуаттар төпкөлөнән килгән гүзәл поэтик традицияларынан һутланып үҫеп сыҡҡан ҡабатланмаҫ ижады менән ул башҡорт әғәбиәте тарихында иң лайыҡлы урындарҙың береһен алып торорлоҡ поэтик һәйкәл ҡалдырҙы.

     Аҡмулла  исеме  быуаттар дауамында халыҡ хәтерендә һаҡлана һәм һаҡланасаҡ. 1911-1916 йылдарҙа Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында шағир исеме менән «Аҡмулла»  сатирик журналы сыға. 1981 йылда шағирҙың тыуған ерендә, Миәкә районының Туҡһанбай ауылында, Аҡмулланың музейы асыла. 1989 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре өсөн Аҡмулла исемендәге премия булдырыла.  Уның лауреаттары:Р. Шәкүр, Ә. Вилданов, В. Ҡунаҡфин, Р. Солтангәрәева, Р.  Сәхәүетдинова, Ғ. Шафиҡов, З. Исмәғилев, һ. б. 2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә.

 Аҡмулла шиғырҙары бөгөнгө көндә лә халҡыбыҙҙы яңылыҡҡа ынтылырға, белем үрҙәрен яуларға өндәй.  Был, әлбиттә, шағир ижадының бөйөклөгө тураһында һөйләй.

 

Башҡортостан Республикаһы

Күгәрсен районы муниципаль районының Йомағужа
1-се урта

дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф
учреждениеһы

Аҡмулла

(«Республикамды йырлайым» конкурсына)

10 класс уҡыусыһы

Ғәликаева Азалиәнең иншаһы

Уҡытыусыһы:Хәкимова Р.М.

Йомағужа-2016 йыл

Һәр халыҡтың үҙ дәүеренә ҡарата алдынғы фекер йөрөтөүсе аҡыл
эйәләре була. Улар- милләтте яҡтылыҡҡа, белемгә, ғилемгә өндәүсе,
тыуған халҡы, туған теле, мәҙәниәте яҙмышы хаҡында борсолоусы ябай
һәм бөйөк шәхестәр. Шундайҙарҙың береһе — халҡын яҡын күреп
«башҡорттарым» тип өндәшеүсе, ғалим, мәғрифәтсе Мифтахетдин
Аҡмулла.

Ир-егеттең аҫылы эшендә танылыр тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер
боронғо аҡыл эйәләре. Ысынлап та, М. Аҡмулла башҡорт ижтимағи
фекере, культураһы һәм әҙәбиәте үҫешенә яңылыҡ өҫтәүсе, оло фекер
эйәһе булараҡ тарихҡа инеп ҡалған бөйөк шәхес.

Ул илдән илгә, ҡаланан ҡалаға, ауылдан ауылға, йәйләүҙән
йәйләүгә күсеп йөрөп ижад иткән. Үҙенең шиғырҙарын баҫтырып сығарыу
өсөн яҙмаған. Сәсәнлек таланты уға шиғырҙарҙы бер ниндәй әҙерлекһеҙ
ирекле импровизация рәүешендә ижад итергә мөмкинлек биргән.Уның
сәсәнлек һәләте ҡаҙаҡ аҡындары, башҡорт шағирҙары менән бәйгелә
(әйтештә) айырыуса асыҡ сағыла.

Аҡмулла туған башҡорт телен генә түгел, ҡаҙаҡ, татар телдәрен
дә,шул осор яҙма әҙәби тел- төркиҙе лә, шулай уҡ ғәрәп, фарсы, рус
телдәрен дә яҡшы белгән.Ул үҙе ижад иткән әҫәрҙәрен төркисә теркәп
барһа, импровизация рәүешендә сығарған шиғырҙарын башҡорттар
араһында башҡортса, ҡаҙаҡтар араһында ҡаҙаҡса әйткән.

«Мулла»төшөнсәһенә Аҡмулла иң элек ғалим кеше, ғилем, аҡыл эйәһе
тигән мәғәнәне һала. Мулламын тигән кеше иң әүәл донъяуи
ғилемгә,һөнәргә эйә булырға һәм йәш быуынды ла шул рухта
тәрбиәләргә тейеш. Аҡмулла үҙе лә сәсән-шағир ғына түгел, башҡа
оҫталыҡтарға ла эйә булған. Балаларҙы үҙ туған телендә заманса
уҡытырға һәм тәрбиәләргә тырышҡан. Шуға ла ҡаҙаҡ дуҫтары уға «Аҡ
мулла» тигән исем ҡушҡандар. Был ҡушамат шағирҙың изге күңелле, саф
йөрәкле, ғилемле һәм һөнәрле кеше икәнен аңлата.

Бөтә аңлы ғүмерен халыҡ араһында үткәргән М. Аҡмулланың ижады
хеҙмәтсән халыҡтың тормош-көнкүрешенә, теләк-ынтылыштарына,
уй-хыялдарына үтә яҡын булыуы менән айырылып тора.Үҙенең тәрән
тамырҙары менән был ижад халыҡтың изгелек һәм яуызлыҡ, һөйөү һәм
нәфрәт, әхлаҡи камиллыҡ һәм әшәкелек, донъяның матурлығы һәм
ҡатмарлығы хаҡындағы уй-ҡараштарына барып тоташа. Шуға ла
башҡорттар Аҡмулланы сәсән-шағир итеп һанаған.Ул ғүмере буйына
халыҡтың ҡараңғы тормошта михнәт сигеп йәшәүенең сәбәптәре
тураһында уйлана.Үҙе гиҙгән, үҙе йәшәгән бөтә ерҙә лә халыҡтарҙың
берҙәй аяныс яҙмышҡа дусар булыуын күреп йөрәге әрней,
бай-түрәләрҙең яуызлығын, ҡомһоҙлоғон күреп нәфрәтләнгән һәм шул
хис-тойғоларын шиғыр юлдарына һалған.Бар михнәт -ғазаптарҙың
сәбәптәрен тормоштан түгел, ә кешенең үҙенән генә эҙләй, бөтәһен дә
уның наҙанлығына ҡайтарып ҡалдыра.Ул нимә тураһында яҙһа ла- ярлы-
ябағаның ауыр тормошо, байҙарҙың рәхимһеҙлеге, тәбиғәт һәм кеше,
йәшәүҙең мәғәнәһе, рухи байлыҡ тураһындамы- һәр саҡ бөтәһен дә
аң-белем, ғилем-һөнәр мәсьәләләренә килтереп бәйләй. Аң -белемгә,
һөнәргә эйә булыу юлы менән яҡшылыҡҡа, бәхеткә ирешеп була тигән
ныҡлы фекергә килеп, иң беренселәрҙән булып туған халҡына:
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» тип мөрәжәғәт итә:

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк,

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

Бында автор күтәрелгән проблемаларҙың мөһимлеген
халыҡтың зиһененә мөмкин тиклем тормошсан, образлы, иң мөһим етди
уйланырлыҡ, сәменә тиерлек итеп еткереү ниәте менән уларҙы
фәлсәфәүи рәүештә яҡтыртырға тырыша.

М.Аҡмулла бер яҡтан мәғрифәтселек проблемаларын
үҙәккә ҡуйһа, икенсе яҡтан-әхлаҡи- тәрбиә мәсьәләләре. Сәсән-шағир
өсөн донъялағы иң ҡиммәтле, ҡәҙерле нәмә- кешенең күңел донъяһы,
уның сафлығы.

Иң әүәл паҡлау кәрәк эстең керен,

Эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен.

Аһ дәриға! Эс таҙарһын, эс таҙарһын,

Булмаһа файҙа бирмәҫ ҡоро белем.

Кешенең кешелеген, ысын ғилемлеген уның аң -белеменә генә түгел,
әҙәплегенә, ғәҙеллегенә, яҡшылығына һәм кешелеклегенә лә ҡарап
баһалай һәм ҡан-ҡәрҙәштәрен шул сифаттарға эйә булырға өндәй:

Ғүмереңде яҡшыларға һөйкәлеп үт-

Һәр аулаған ереңдә бер төн ҡалһын,

Ғәҙеллек ҡыл, әгәр ҡунһа башыңа баҡ

Мин-минлек ҡылма аслан, менһәң дә таҡ.

Шулай итеп, М. Аҡмулла беренсе урынға «инсан» төшөнсәһен ҡуя һәм
күңел сафлығы, намыҫ, аҡыл, сабырлыҡ, ихласлыҡ кеүек сифаттарҙы
уның менән айырылғыһыҙ бәйләнештә ҡарай.Уныңса, кешенең иманһыҙлығы
михнәт эсендә йәшәүенең төп сәбәпсеһе. Шуға ла сәсән-шағир
ҡан-ҡәрҙәштәрен тыштан ғына түгел, эстән дә матур булырға саҡыра.
Шул сағында ғына ғәҙелһеҙлектәр,тигеҙһеҙлектәр бөтөр тигән фекерҙе
күҙ уңында тота.

Кешенең күңел паклығын Аҡмулла иң ҙур хазина тип иҫәпләй.Ул,тик
рухи байлыҡҡа ғына ҡыҙығырға лайыҡлы, ә байырға тырышыу шәхестең
боҙолоуына алып килә, ти.Әҙәми заттың шул хәҡиҡәтте аңлау, ҡыҫҡа
ғына ғүмер юлын, тормошта үҙ урынын табып, мөмкин тиклем мәғәнәле
итеп уҙғарыуы бик мөһим.

Бына ошондай фәлсәфәүи ҡараштар менән һуғарылған Аҡмулла ижады.
Сәсән- шағирҙың бындай уйланыуҙары үҙ быуын кешеһенә генә түгел,
йылдар, быуаттар үтеүенә ҡарамаҫтан,әле лә бик актуаль яңғырай.
Сөнки әхлаҡ, рухи аңһыҙлыҡ кеүек мәсьәләләр йәшәгән һәм, ҡыҙғанысҡа
ҡаршы, бөгөнгө көндә лә йәшәй бирә.Был инде бөтә кешелеккә хас
етешһеҙлектер, моғайын.

Ә бына ошоно аңлап, яҡшылыҡҡа әйҙәүсе Аҡмуллаларыбыҙ ҡоромаһын
ине, һәм Аҡмулла кеүек оло фекер эйәләре, мәшһүр сәсән-шағирҙары
онотолмаһын, беҙҙе яҡты киләсәккә өндәүсе маяҡ булып мәңге
балҡыһындар.

Фани донъя- ҡыйыш юл ул борғоланған,

Ҡыйыш булһын, ҡыйын булһын- юлсы барған.

Юл ауыр, тип, мин-бахыр, тип туҡтап ҡалма,

Өмөтөңдө өҙә күрмә истиҡбалдан!

Ҡайынлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы Мәҡсүтова Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы Мифтахетдин Аҡмуллаға арнап дәрес үткәрҙе. Ул шағирҙың тормош юлы, ижады менән таныштырҙы, шиғырҙарына анализ яһаны.

Мифтахетдин Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы.

Шағир ҙа күп ерҙә, йырсы ла күп,


Тик Аҡмулла берҙән-бер бит ул.


Быуаттарҙан алып быуаттарға,


Нурҙар сәсеп торор ир бит ул.


(Рәшит Шәкүр).

Ысынлап та, Мифтахетдин Аҡмулла исемен ишетеү менән күҙ алдына аҡыллы, тәртипле, итәгәтле ир килеп баҫа. Аҡмулла ижады менән танышҡас, шундай фекер тыуа: ул ни тураһында ғына яҙмаһын,  иғтибары  һәр саҡ бер нәмәгә – әхлаҡ, ғилем, мәҙәниәт  мәсьәләләренә ҡайтып ҡала. Мәҙәниәттең нигеҙе – ғилем, әхләҡи сафлыҡ.  

Башҡорт халҡының күренекле улы Аҡмулла үҙенең ҡабатланмаҫ ижады, ялҡынлы өндәүҙәре менән әҙәбиәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ  булып балҡый. Уның «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» тигән  һүҙҙәре актуаллеген бөгөнгө көндә лә юғалтмай.

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

Быйыл бөйөк сәсән, халыҡ мәғрифәтсеһе тыуыуына 190йыл. Аҡмулла – үҙенең тәрән халыҡсан,  юғары художестволы, халыҡтың иң изге хыял һәм ынтылыштарын сағылдырған поэтик ижады менән киң массаларҙың мөхәббәтен яулаған шағир. Ғөмүмән, Аҡмулланың донъяға ҡарашында әхләк мәсьәләләре, эстетик, этик тәрбиә мәсьәләһе ҙур урын алып тора, мәғрифәтсе булараҡ, ул халҡының киләсәген туранан – тура шуға бәйләп аңлата.

Милләттең алға китешен, мәҙәниәттең сәскә атыуын, ғөмүмән, бөтөн бер халыҡтың бәхетле тормошон айырым күренекле шәхестәргә бәйләп аңлатыу – мәғрифәтселектең төп һыҙаты. Миңә бигерәк тә Аҡмулланың «Егетлек хасиәте – мәғрифәттә» шиғыры үҙенең идея-тематик йөкмәткеһе менән оҡшай.

        Ысынлап та, тик аҡыллы, уҡымышлы һәм мәҙәниәтле кешеләр генә киләсәктең ышанысы һәм терәге, ә был турала Аҡмулла нисә тиҫтә йылдар элек үк дөрөҫ күҙаллаған.

           Шағир Мифтахетдин Аҡмулла 19 быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле вәкиле. Ул яңы типтағы мәғрифәти әҙәбиәтте үҫтереп ебәреүҙә ғәйәт ҙур роль уйнай.

Тура һүҙле, халыҡ ғәменә, ил фекеренә тоғро күңелле булғаны өсөн дә Аҡмулланың тормош юлы бик ауыр һынауҙар һәм ҡаршылыҡтар аша үтә. Ошо уҡ сифаттары арҡаһында ул 1867 – 1871 йылдарҙа ялған ялыу буйынса төрмәгә ултырып сыға. Зиндан тормошоноң ҡот осҡос картиналарын һүрәтләп, шағир бөтөн йәмғиәттең ытырғаныс яҡтарын асып һала, уның фондында йәмғиәттә барған изгелек һәм яуызлыҡ, рәхимһеҙлек һәм гуманлыҡ, иҫкелек һәм яманлыҡ араһындағы мәңгелек алышты күрһәтә.

Аҡмулла һабаҡтары беҙҙең өсөн бер яҡтан, башҡорт мәғрифәтенең бүтән халыҡтарҙы ла таң ҡалдырырлыҡ юғары ҡаҙанышы, классик өлгөләренең береһе булһа, икенсенән, ул беҙҙең милли әҙәбиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө ул. Ул ысын мәғәнәһендә тормош һабағы.

Аҡмулланың бар булмышы менән халыҡ шағиры булды. Йылдар үтеп, мәшһүр шағирҙы тыуҙырған дәүерҙән алыҫлаша барған һайын Аҡмулла һынының мөһабәтлеге, ул сәсеп ҡалдырған гүзәл шиғри ынйыларҙың күркәмлеге тағы ла асығыраҡ күренә. Уның поэтик ижады бөгөн дә, ҡабатланмаҫ бер моң булып, халыҡ күңелендә йәшәй, йәш быуынды дөйөм кешелеклелек, гуманизм рухында тәрбиәләүҙә, кешеләргә әҙәплелек, сабырлыҡ, кеселеклелек, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыш, эстетик зауыҡ күндереүҙә әүҙем ҡатнаша.

Ул үҙенең бөтә ғүмере буйы башкорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, араһында уларҙың ғалим бер серҙәше булып, дәртле бер мәғрифәтсе улы булып йәшәне. Ул илдән-илгә, ҡаланан-ҡалаға, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйүгә күсә йөрөп ижад итте.

Аҡмулла ижадындағы Тыуған ил, туған халыҡ төшөнсәһе, патриотизм, юғары гражданлыҡ тойғоһо башҡорт халыҡ поэзияһынан, героик эпостарҙан килгән тыуған Уралды һаҡлау, ирек, азатлыҡ өсөн көрәш кеүек яңғырашлы. Аҡмулла ҡабатланмаҫ ижады менән башҡорт әҙәбиәте тарихында иң лайыҡлы урындарҙың береһен алып торорлоҡ поэтик һәйкәл ҡалдырҙы. Аҡмулланың фәһемле һүҙҙәре бөгөнгө көнгә тиклем дә, бөгөнгө көндә лә һәм киләсәктә лә мәғәнәһен юғалтмай.

Һин донъяға рәхәт кенә

Йәшәү өсөн тыумағанһың,

Ғүмерең буйы сәйәхәттә

Янып-ярһып йырлағанһың.

Йөрәгеңдән урғылған моң

Ул үтә лә ҡайнар булған.

Изге күңелдәргә шундуҡ

Яҙ наҙҙары булып тулған.

Әйҙәгәнһең яҡты юлға,

Өндәгәнһең гел яҡшыға…

Тереләрҙән тере булып

Йәшәйһең һин ана шуға!

Ф. Рәхимғолова

#Годбашкирскойистории #башҡортарихийылы

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир#башкиры #башҡорттар #Борай #Год_Башкирской_Истории#БашҡортТарихыЙылы#Каинлыково #БураевскийРайон

ХlХ быуаттың бөйөк мәғрифәтсеһе, шағир. Аҡмулла ижады башҡорт, ҡаҙаҡ, татар әҙәбиәте үҫешенә йоғонто яһай. Башҡорт яҙма әҙәбиәтенең тәүге сатирик шағиры ла ул.

Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов (Аҡмулла) 12-се Башкорт кантоны Күл иле Мең олосо Туҡһанбай ауылында (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районына ҡарай) аҫаба башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫә. Күрше Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. XIX быуатта бөтә Рәсәй империяһында киң билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәһендә замандаштары «Урал-Волга буйының Физулийы» тип йөрөткән күренекле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙән белем ала. Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә ул, дини тәғлимәттән тыш, ғәрәп, фарсы телдәре, Көнсығыш әҙәбиәте буйынса төплө белем ала. Аҡмулланың шағирлык һәләте бик иртә уянған. Бала сағында уҡ уның үҙе уҡыған мәҙрәсә тәртиптәренән, наҙан муллаларҙан көлгән шиғырҙар сығарыуы билдәле. Ләкин улары беҙгә килеп етмәгән. Үҙенең әҫәрҙәрен ул, шағир буларак, сәсән буларак, телдән дә ижад иткән. Был йәһәттән уның ижады башҡорт һүҙ сәнғәтендә ауыҙ-тел әҙәбиәте яҙма әҙәбиәт традицияларының берләшә барыуын күрһәтеүе менән әһәмиәтле. Аҡмулланың донъяға ҡарашында әхлаҡ мәсьәләһе, эстетик, этик тәрбиә проблемалары ҙур урын алып тора. Ябай кеше тәрбиәһеҙ булһа — ярты бәлә, әгәр ҙә инде ил яҙмышын хәл итеүсе тәрбиәһеҙ булһа — ул инде бөтә халыҡ бәләһе. Шуға ла уның вәғәҙ һәм өгөт итеп яҙылған шиғырҙарында ла тәрбиә мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә ята. «Нәсихәттәр», «Инсафлыҡ», «Аҡыл» шиғырҙары бына тап ошо темаға арналған. Тәбиғәттәге гармонияны шағир кешелек доняһында ла күрергә теләй һәм «Уяныу» шиғырында кешеләрҙе уянырға, наҙанлыҡ, ҡараңғылыҡтан ҡотолорға, ғилем-һөнәргә эйә булып, ғүмерҙе файҙалы итеп үткәрәргә саҡыра. Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», «Егетлек ҡасиәте — мәғрифәттә», «Яңғыҙлыҡта мыуафик булһа яҙың…», «Моңло егет зарык әйтер…», «Урыным — зиндан…» тигән шиғырҙарында сағылған. М. Аҡмулла үҙенең мәғрифәтселек ҡараштарын, кешенең әхлаҡ-этик сифаттарын образлы итеп асыу өсөн ҡобайыр стилен файҙалана. Уның «Аттың ниһен маҡтайһың?..», «Бәхет» ҡобайырҙарында тәрән мәғәнәле философик фекер ята. Шиғри ҡобайырҙың һәр юлы мәҡәл-әйтемдәргә тартым булыуы Аҡмулла шиғриәтенең башҡорт халыҡ ижады хазиналарына ни тиклем тәрән тамырҙар ебәреп үҫеп сығыуын күрһәтә, шағирҙың ысынбарлыҡты тойомлау ҡеүәһенең, уның гражданлыҡ пафосы, халыҡтың тормош фәлсәфәһе менән ни тиклем ауаздаш булыуын раҫлауы дәлил. 

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Аҡмулла
Портрет Акмуллы.jpg
Аҡмулланың портреты (рәс. Ф. Ислахов)
Исеме:

Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы

Тыуған көнө:

14.12.1831[1]

Тыуған урыны:

Туҡһанбай ауылы, Күл-Иле-Мең улусы, Бәләбәй өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районы)

Вафат булған көнө:

8 октябрь 1895

Вафат булған урыны:

Һарыҫтан ауылы янында[2], Троицк өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһе)

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, мәғрифәтсе

Commons-logo.svg Аҡмулла Викиһандыҡта

Википедияла Камалетдинов фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.

Мифтахетдин Аҡмулланың шәжәрәһе

Аҡмулла (ысын исеме — Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы; 14 декабрь[1] 1831 йыл — 8 октябрь[1] 1895 йыл) — күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе. Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала.

Аҡмулла башҡорт теле үҫешендә ҙур роль уйнай, уның ижады ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәттәре үҫешенә әһәмиәтле йоғонто яһай, уның исеме төркмәндәр, ҡарағалпаҡтар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң билдәле була[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы 1831 йылдың 14 декабрендә[1] Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе 12-се Башҡорт кантоны Күл-Иле-Мең улусының (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районының) Туҡһанбай ауылында хәлле ғаиләлә тыуа. Архив мәғлүмәттәре буйынса, атаһы Камалетдин Ишҡужа улы (1805—1869) һәм әсәһе Бибиөмөгөл[4] Сәлимйән ҡыҙы (1809—?) Күл‑Иле‑Мең улусының аҫаба башҡорттары була. 1843 йылда Мифтахетдиндың ҡартатаһы — указлы имам Ишҡужа Ишбулды улы вафат булғас, уның вазифаһын өлкән улы Камалетдин башҡара башлай[5]. Ғилми әҙәбиттәге әсәһе Бибиөмөгөлдең бик иртә үлеүе (йә булмаһа икенсе иргә китеүе) һәм буласаҡ шағирҙың үҙ сиратында етем ҡалыуы тураһындағы раҫлауҙар дөрөҫ түгел, сөнки архив документтары буйынса Мифтахетдинға 19 йәш сағында әсәһе Бибиөмөгөл иҫән булған, әммә 1859 йылғы X ревизияла уның әсәһе күрһәтелмәгән[5].

Тыуған ауылында башланғыс белем ала, күрше Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс ауылдары мәҙрәсәләренә йөрөп уҡый[6].

1850 йылдың 1 февраленән 30 июнгә тиклем төрмәлә ултырған. Уның төрмәгә ябылыу сәбәбен әлегә аныҡ белеү мөмкин түгел. Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров фаразлауы буйынса, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда башҡорттар хәрби хеҙмәткә алынғандар, һәм рөхсәтһеҙ йәшәгән урындарын ҡалдырғандарҙы, Ырымбур сик һыҙығына хәрби хеҙмәт үтер өсөн йыйылыу пункттарына бармағандарҙы йәки һуңлағандарҙы язаға тарттырғандар һәм зинданға бикләгәндәр, бәлки Мифтахетдин Камалетдинов та бындай яҙмышҡа дусар булғандыр[7].

1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһенең шәкерте була, бында ул шағир һәм суфыйлыҡ тарафдары Шәмсетдин Зәкиҙән һабаҡ ала[8]. Ситтә йөрөп, Аҡмулла мөғәллим булып көн күрә, балта оҫтаһы булып эшләй, үҙендә сәсән һәләтен аса.

1859 йылғы һуңғы X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, Мифтахетдин Камалетдинов әле атаһының ғаиләһе менән бергә Башҡортостанда йәшәгән һәм уның үҙ ғаиләһе булмаған[7]. Р. Шәкүр яҙғанынса, тыуған ауылына ҡайтҡас ул өйләнә, әммә ҡатыны йәшләй генә вафат булып ҡала. Бәлки шуғалыр Мифтахетдин ауылында төпләнеп ҡала алмай һәм атаһының яҡшы атын алып, тыуған ауылын ташлап китә[8]. Ошо көндән Аҡмулла мосафир тормошона күсә. Махсус йыһазланған арбаһына китап-ҡулъяҙма, яйланма ҡорамалдарын тейәп, башҡорт ауылдары буйлап ил гиҙә. Атын егеп, Ағиҙел, Яйыҡ, Уй, Мейәс йылға буйҙарын ҡыҙыра, Ҡаҙағстан далаларына ла барып етә. Яҙын-йәйен ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә күсеп, Аҡмулла мәғрифәтселек идеяларын тарата, зирәклекте, ғәҙеллекте, кешелеклелекте данлай, сәсәндәр һәм аҡындар әйтештәрендә ҡатнаша, шиғырҙарын халыҡҡа уҡый. Ул әҙәпһеҙлектән әсе көлә, властарҙың башбаштаҡлығын һәм законһыҙлығын фашлай. Һәләтле шағир-импровизатор булараҡ танылыу яулай. Бер үк ваҡытта һөнәрселек итә, балаларҙы уҡырға-яҙырға өйрәтә. Мифтахетдин Камалетдиновтың аҡыл эйәһе булараҡ формалашыуында уның Зәйнулла Рәсүлев менән дуҫлығы ҙур роль уйнай[3].

Ялған ялыу буйынса, батша армияһында хеҙмәт итеүҙән ҡасып йөрөүҙә ғәйепләнеп, 1867—1871 йылдарҙа Троицк ҡалаһы төрмәһендә ултыра. Тотҡонда сағында тәрән мәғәнәле әҫәрҙәренең береһе «Мәҡанем минең — зиндан»[3] («Урыным — зиндан»[9][10]) шиғырын яҙа. Р. Шәкүр фаразы буйынса, яҡынса 1872 йылда Аҡмулла тыуған ауылына һуғылып Ырымбурға бара, артабан Троицк өйәҙенә юллана[8].

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Мифтахетдин Камалетдинов Троицк өйәҙендәге (хәҙерге Башҡортостандың Учалы районындағы) Һөләймән ауылында 1892 йылда булғанда Саһира Юлдыбай ҡыҙына (?—1921) өйләнә, әммә һуңынан уның менән айырылыша[11].

Аҡмулла 1895 йылдың 8 октябрендә[1] Троицк өйәҙенең Һарыҫтан ауылы янында үлтерелә. Мейәс Заводы ҡасабаһының (хәҙерге Мейәс ҡалаһының) мосолмандар зыяратында ерләнгән.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡмулланың ижады башҡорт әҙәби теле үҫешендә ҙур роль уйнай[3].

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк…» — Аҡмулланың иң мөһим әҫәрҙәренең береһе булып тора. Был шиғырҙа сәсән үҙ халҡын мәғрифәткә, ғилемгә саҡыра[8]. Мәғрифәтсе әҫәрҙәрендә аҡылылыҡты, ғәҙелеллекте, кешелелекте данлай, әҙәпһеҙлектән көлә, властарҙың башбаштаҡлығын һәм законһыҙ эш итеүҙәрен фашлай. Аҡмулла аҡыл эйәһе булараҡ, үҙ заманы өсөн ысын мәғәнәһендә әхлаҡ-тәрбиә кодексы төҙөп, халыҡҡа был өгөт-нәсихәтен әҫәрҙәре аша халыҡҡа әйтеп биргән. Уның «Нәсихәттәр» шиғыры үҙ заманында ижтимағи-фәлсәфәүи фекер үҫешендә тос өлөш индерә[3].

1892 йылда шағир үҙе иҫән сағында нәшер ителгән берҙән-бер «Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе» китабы донъя күрә. Бында уҡытыу һәм тәрбиә биреү системаларын үҙгәртеп ҡороу тураһындағы ҡараштарҙы сағылдыра[3].

Аҡмулла милли поэзияла үҙенсәлекле йүнәлешкә нигеҙ һала, уның йоғонтоһон Ш. Бабич, М. Ғафури, Д. Юлтый, Ш. Әминев-Тамъяни һәм башҡалар кисерә[3]. 1960—1990-сы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәт ғилемендә үҙ аллы ғилми йүнәлеш — аҡмулласылыҡ үҫеш ала. Шағирҙың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә Ә. Х. Вилданов, Ф. Кәрим, К. Мәргән, Ә. И. Харисов, Р. Шәкүр һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре арналған[3].

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мифтахетдин Акмулланың ҡәбере. Силәбе өлкәһе Мейәс ҡалаһындағы мосолмандар зыяраты.

  • Дамелла Шиһабетдин хәҙрәтнең мәрҫиәсе. Ҡазан, 1892. (төрки)
  • Аҡменла әфәнденең иншад итдеки мәнзуматы. Ҡазан, 1904. (төрки)
  • Өлеңдер жыйнағы. Алматы, 1935. (ҡаҙ.)
  • Әҫәрҙәр. Өфө, 1981.
  • Стихи. Уфа, 1986. (рус.)
  • Акмулла — гордость рода Мин: сб. произведений. Уфа, 2005. (баш.) (рус.) (тат.)
  • Шиғырҙар. Өфө, 2006.
  • Стихи. Уфа, 2006. (рус.)

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәле

  • 1911—1916 йылдарҙа айына ике тапҡыр Ырымбур губернаһының Троицк ҡалаһында төрки телендә «Аҡмулла» рәсемле сатирик-юмористик журналы баҫылып сыҡҡан[12].
  • 1981 йылда Миәкә районы Туҡһанбай ауылында Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы уның музейы асыла. Был әҙәби музей фондында 500-ҙән ашыу һаҡлау берәмеге һаҡлана[13]. Музей территорияһында Аҡмуллаға һәйкәл ҡуйылған, ауылда уның исеме менән парк аталған.
  • Миәкә районының Әнәс, Мәнәүезтамаҡ ауылдары мәктәптәрендә Аҡмуллаға мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған; Туҡһанбайҙа, Ҡырғыҙ-Миәкәлә һәм башҡа торама пункттарҙа, Мейәс ҡалаһы урамдарына Аҡмулла исеме бирелгән.
  • 1989 йылда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырылған.
  • «Башҡортостан» гәзитенең «Аҡмулла» тигән әҙәби-юмористик ҡушымтаһы һәм Миәкә районында «Аҡмулла төйәге» гәзите баҫылып сыға.
  • 1986 йылда композитор З. Ғ. Исмәғилев менән «Аҡмулла» операһы яҙыла һәм тәүге тапҡыр 1996 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ҡуйыла[14].
  • 2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә. 2008 йылда уның төп корпусы алдында һәйкәл ҡуйылған[15].
  • 2006 йылдан алып «Аҡмулла нәсихәттәре» Республика фольклор байрамы ойошторола, 2007 йылдан алып был байрам йыл һайын үткәрелгән Халыҡ‑ара Аҡмулла көндәре сиктәрендә уҙғарыла.
  • Аҡмулланың художестволы образын Кирәй Мәргән («Өҙөлгән моң», 1966), Ғ. Шафиҡов («Аҡмулла», 1986), Я. Хамматов («Һыр-Даръя», 2000) һ. б. үҙҙәренең әҫәрҙәрендә тергеҙгәндәр[16].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 юлиан календаре буйынса
  2. Мейәс Заводы ҡасабаһында (хәҙерге Мейәс ҡалаһында) ерләнгән
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Шәкүров Р. З. Аҡмулла // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Бибиөммөгөлсөм. Ҡарағыҙ: Шәкүров Р. З. Аҡмулла // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9..
  5. 5,0 5,1 Әсфәндиәров Ә. З., 1996, с. 177
  6. Вилданов Ә. Х. Мәғрифәт, яҡтылыҡ йырсыһы.// Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — С. 8. — 224 с.
  7. 7,0 7,1 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий.. — Уфа: Китап, 2009. — С. 440. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Шәкүр Р., 2005, с. 61
  9. Әҫәрҙәр. Өфө, 1981.
  10. Шәрипова З. Әҙәби фекеребеҙ үҫешендә Аҡмулла ижадының әhәмиәте // Ватандаш : журнал. — 2006. — № 5—6. — С. 123—144. — ISSN 1683-3554.
  11. Насыров Р. Х. Трагическая судьба поэта // Ватандаш : журнал. — 2005. — № 9. — ISSN 1683-3554. (рус.)
  12. Аҡмулла, журнал // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  13. Шәрипова Ә. В. Аҡмулла музейы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  14. Угрюмова Т. С. Аҡмулла, опера // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  15. В Уфе появился памятник просветителю Акмулле. «Комсомольская правда». Дата обращения: 11 июнь 2015.
  16. Давлеткулов А. Певец справедливости, добра и света // Ватандаш : журнал. — ISSN 1683-3554. (рус.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вильданов А. X., Кунафин Г. С. Башкирские просветители-демократы XIX века. М., 1981. (рус.)
  • Вилданов Ә. Х. Яҡтылыҡ йырсыһы. Өфө, 1981.
  • Мифтахетдин Акмулла: библиогр. указ. / сост. Г. С. Ахмадиева; отв. ред. С. Р. Бишева; Нац. библиотека РБ им. А.-З. Валиди. — Уфа, 2006. — 70 с. (рус.)
  • Мифтахетдин Акмулла: справочно-библиогр. пособие / сост. В. В. Миронова; авт. вступ. ст. Р. К. Амиров; авт. науч. коммент. А. Х. Вильданов; отв. ред. П. И. Федоров; Башк. гос. пед. ун-т им. М. Акмуллы, Библиотека БГПУ. — Уфа: ИПК БГПУ им. М. Акмуллы, 2006. — 40 с. (рус.)
  • Наследие М. Акмуллы: взгляд через века: материалы Междунар. науч.-практ. конф. 14—15 дек. 2006 г. / отв. ред. В. С. Хазиев; М-во образования и науки РФ, Башк. гос. пед. ун-т им. М. Акмуллы. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2006. — 300 с. (рус.)
  • Харисов Ә. И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII—XIX быуаттар. Өфө, 1965.
  • Шакуров Р. З. Звезда поэзии: Мифтахетдин Акмулла. Жизнь. Творчество. Мировоззрение. Уфа, 1981. (рус.)
  • Шакур Р. Звезда поэзии. Башкирский поэт-просветитель Мифтахетдин Акмулла. — Изд. 3-е, доп. — Уфа: Китап, 2006. — 200 с. (рус.)
  • Шәкүр Р. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө: Китап, 2005. — 376 с. — ISBN 5-295-02098-3.
  • Әсфәндиәров Ә. З. Тарихи документтар эҙенән.// Олатайҙарҙың бар тарихы…. — Өфө: Китап, 1996. — С. 166—178. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
  • башҡорт телендәге әҫәрҙәре
башҡа сығанаҡтар
commons: Аҡмулла Викимилектә
  • Аҡмулланың шәжәрәһе
  • Вильданов А. X. Выдающийся мыслитель и педагог ХIХ века // Педагогический журнал Башкортостана : журнал. — 2005. — № 1. — С. 158—169. (рус.)
  • Кунафин Г. С. Светоч башкирской поэзии и просветительской мысли // Ватандаш : журнал. — 2006. — № 7. — С. 116—129. — ISSN 1683-3554. (рус.)
  • Шафиков Г. Г. Святой источник Акмуллы // Ватандаш : журнал. — 2006. — № 12. — С. 118—132. — ISSN 1683-3554. (рус.)
  • Шәкүров Р. З. Аҡмулла // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • Шәрипова З. Әҙәби фекеребеҙ үҫешендә Аҡмулла ижадының әhәмиәте // Ватандаш : журнал. — 2006. — № 5—6. — С. 123—144. — ISSN 1683-3554.

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • YouTube сайтында Личность в башкирской истории: Мифтахетдин Акмулла  (рус.)
  • YouTube сайтында Башкирское просветительство и его особенности  (рус.)

Like this post? Please share to your friends:
  • Мифологическое мировоззрение примеры егэ
  • Мифи экзамен по матанализу 1 семестр
  • Мифи экзамен по английскому
  • Мифи физика экзамены
  • Мнемотехника для подготовки к экзаменам