Ойрансек менан хонарсе сочинение

БАШҠОРТОСАН  РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ  МӘҒАРИФ  МИНИСТРЛЫҒЫ

МУНИЦИПАЛЬ  РАЙОН  КҮГӘРСЕН  РАЙОНЫ  ХАКИМИӘТЕНЕҢ  МӘҒАРИФ  БҮЛЕГЕ

Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтендә

Һәҙиә  Дәүләтшинаның яҙмышы сағылышы.

(Дәрес-эҙләнеү, 10 класс)

Мораҡ  1-се урта мәктә-

         бенең  башҡорт теле һәм

 әҙәбиәте уҡытыусыһы

Сәхибгәрәева  Гүзәл Мөхлис                                                    ҡыҙының дәрес проекты

       Мораҡ — 2012

Г. М. Сәхибгәрәева —

Күгәрсен районы Мораҡ 1-се урта мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиёте  уҡытыусыһы.  

Зәйнәб  Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтендә

Һәҙиә  Дәүләтшинаның  яҙмышы  сағылышы.

(Дәрес -эҙләнеү)

Маҡсат: Фәнни  эҙләнеү  алымы менән З. Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтен тағы бер тапҡыр байҡап сығыу, уға таянып Һәҙиә  Дәүләтшинаның  трагик яҙмышын, ижадын өйрәнеү;

    Эҙләнеү  алымдарын үҙләштереү: авторҙар тураһында мәғлүмәттәр йыйырға, йыйғандарын системаға килтерергә өйрәтеү, аналитик фекерләү һәләтен  үҫтереү;

 Проект эшмәкәрлеге нигеҙендә ижади фекерләүсе уҡыусы тәрбиәләү, яҙыусылар  Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина үрнәгендә һәм Һөнәрсе образы  аша әхләҡи, һөнәри тәрбиә биреү. 

Йыһазландырыу:

Портреттар,    китаптарынан күргәҙмә, фильм, компьютер презентацияһы, уҡыусыларҙың ижади эш проекттары, һүрәттәр, карточкалар, дәрес өсөн һорауҙар.

       Дәрестең  формаһы:  Дәрес – эҙләнеү.

                            Дәрес барышы.

                    I Ойоштороу мәле.

1. Һаулыҡ һорашыу.   Ҡунаҡтар менән дә һаулыҡ һорашабыҙ.

 2. Дәресте  ыңғай мотив  менән тәьмин итеү — мотивация  булдырыу .

Дәрестең эпиграфы менән танышыу (Хор менән уҡыу):

“Яҡшылыҡты эшлә лә , һыуға һал-

халыҡ белер,

 халыҡ белмәһә, балыҡ белер”.

-Нимә тураһында  был мәҡәл? ( Яҡшылыҡ, халыҡ тураһында).

— Ни өсөн шулай әйтелә?

 (яҡшылыҡты эшләргә кәрәк)

3. Эҙләнеү  дәресенең  маҡсат –бурыстарын  билдәләү. Уҡытыусы һүҙе.

 — Беҙҙә бөгөн  — эҙләнеү дәресе. Дөйөм алғанда, эҙләнеү – ул кеше эшмәкәрлегенең бер үҙенсәлеге. Һәр кем үҙенең эшен дөрөҫ, матур итеп ойошторор өсөн, тәүҙә ниндәйҙер кимәлдә эҙләнеү эше үткәрә. Үҙебеҙҙең дәрестә  беҙ ҙә һеҙҙең менән эҙләнеү эшмәкәрлегенә өйрәнеүҙе    маҡсат итеп алырбыҙ һәм төрлө ысулдар ҡулланып, фәнни эҙләнеү эшен  башҡарырбыҙ. Дәрестең темаһы буйынса  һеҙгә алдан  һорауҙар бирелде, һеҙ шул һорауҙарға үҙ аллы яуаптар эҙләнегеҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ  фәнни-эҙләнеү эшен башҡарҙы,  кемдәрҙер Интернет ресурстарынан мәғлүмәт йыйҙы. Һәр кем ниндәйҙер эш эшләне. Бөгөн үҙебеҙҙең әҙерлектәребеҙҙе бергә ҡушып, “Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтендә Һәҙиә  Дәүләтшинаның яҙмышы сағылышы” тигән тема өҫтөндә эшләрбеҙ.

 Датаны,теманы дәфтәргә яҙып алыу.

Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, мәғәнәләрен аңлатыу:

Плагиат-  кеше яҙған әҫәрҙе үҙенеке итеп күрһәтеү, үҙләштереү,

Концепция- (латинса- система, аңлау)-берәй предметты, күренеште, процесты билдәле бер тәртиптә аңлатыу ысулы..

II.  Төп өлөш. Эҙләнеү,  проект  эштәрен  яҡлау.

1. Дәрестең эҙләнеү проблемаларын  билдәләү: һорауҙарҙы  таҡтаға элеп ҡуйыу.  

 Дәрескә әҙерләнеү өсөн  алдан бирелгән һорауҙар:

1. Кем ул Зәйнәб Биишева?

2. Ни өсөн ул “Һөнәрсе менән өйрәнсек”  хикәйәтен яҙған?

3. Кем ул  Һ. Дәүләтшина?

     4. Кем ул ул Һөнәрсе?

5.  Һөнәрсе образында беҙ кемде күрәбеҙ?

6. Һ. Дәүләтшина менән З. Биишеваның бөйөклөгө

нимәлә?

— Беренсе   һорауҙы уҡыйбыҙ. Кем ул Зәйнәб Биишева?

1-се уҡыусы үҙенең ижади эшенең тезисы менән сығыш яһай:

Зәйнәб Абдулла ҡыҙы  Биишева —  Башҡортостандың халыҡ  яҙыусыһы (1990 й), шағирә,  драматург, тәржемәсе, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1968й).  Ул  1908 йылдың 15 ғинуарында Башҡортостандың Күгәрсен районындаТуйымбәт ауылында тыуған. Зәйнәб  Биишева  роман-трилогия ижад иткән күренекле әҙибә. Уның әҫәрҙәре төрлө-төрлө телдәргә тәржемә  ителгән. Ул бик күп китаптар авторы. Зәйнәб Биишева – беҙҙең яҙташыбыҙ, беҙ уның менән ғорурланабыҙ. Быйыл уның 105 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәкбеҙ.

Таҡтаға үҙе  әҙерләп килгән З.Биишеватураһында абтобиографик белешмәне (хронологик канваны) элеп ҡуя.

Зәйнәб Биишева тураһындағы кинонан өҙөк ҡарайбыҙ. (3 минут).Өҙөктә әҙәби тәнҡитсе, әҙибәнең әҫәрҙәрен монографик планда өйрәнеүсе А.Н. Журавлева һөйләй:

“Берәй ғәҙелһеҙлек булһа йәки әхләҡи ҡанундар боҙолғанын  күрһә, ул  өндәшмәй ҡала алмай ине. Яҙыусылар мөхитендә репрессияға эләккән трагик яҙмышлы яҙыусы –ҡатын-ҡыҙға ҡарата  тупаҫ  плагиат килеп сыҡҡас, ул үҙенең “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтен яҙҙы”һөйләй.

— А.Н. Журавлева телгә алған  репрессияға эләгеүсе трагик яҙмышлы яҙыусы –ҡатын-ҡыҙ кем икән? ( Икенсе һорау — кем ул  Һ. Дәүләтшина?) 

               2-се уҡыусы үҙенең  ижади эше менән ҡыҫҡаса сығыш яһай:

 Һәҙиә  Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшина –  башҡорт  әҙәбиәтендә  тәүге күренекле яҙыусы — әҙибә. Ул  1905 йылдың  5 мартында Һамар  өлкәһендә Ырғыҙ буйында урынлашҡан  Хәсән ауылында тыуған. Буласаҡ әҙибә очерктар, хикәйәләр, шиғырҙар ижад иткән,  роман яҙған. Хаҡһыҙ рәүештә ҡулға алынып, биш йыл ғүмерен тотҡонлоҡта  үткәргән. Ул  1954 йылда  вафат була, ә бер аҙҙан уның архивы урлана.   1957 йылда Һ.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ”  романы баҫылып сыға.  1967 йылда уға был романы өсөн Салауат Юлаев премияһы бирелә.

Таҡтаға үҙе  әҙерләп килгән Һ Дәүләтшина тураһында абтобиографик белешмәне (хронологик канва) элеп ҡуя,  икенсе вариантын уҡыусыларға  таратып бирә.

— Ижад итә, тотҡонлоҡҡа  эләгә, вафат була, бер әҫәре баҫылып сыға, икенсе бер әҫәре юғала…  Был һүҙҙәр тураһында уйланып алайыҡ әле… Кемде иҫкә төшөрә,  йәки  ниндәй әҙәби образ күҙ алдына килә?

-Уны  кем  менән сағыштырырға  була, ни өсөн?

З. Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек ”  хикәйәтендә Һөнәрсе образы  менән. Һөнәрсе лә ғүмере буйы ижад итә, ә үҙе Өйрәнсек өсөн  эшләй көршәктәрен.

— Кем ул һөнәрсе? (Өсөнсө  һорауҙы уҡыйбыҙ.Таҡтала синквейндың беренсе һүҙе-

 – барлыҡҡа килә.)

Ижади проектты яҡлау. (2 — 3минут) 3-сө уҡыусы – Шәрипова Регина үҙенең фәнни -эҙләнеү проектының тезистарын уҡый:

     — Мин  үҙемдең ижади проектымды  “Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйтендә күренекле әҙибә Һәҙиә Дәүләтшина яҙмышының сағылышы” тип атаным  һәм компътерҙа уның презентацияһын эшләнем.  Минең эшем өс өлөштән тора: 1-сеһе – Инеш өлөш, 2-сеһе – төп өлөш, 3-сөһө йомғаҡлау.  Инеш өлөшөндә теманың актуаллеге, эҙләнеү эшенең  маҡсаты, бурыстары һәм гипотезаһы тураһында һүҙ бара. Бөтәһе тураһында  ла һөйләмәй, ҡыҫҡаса ғына  маҡсат һәм гипотеза тураһында әйтеп үтәм.  

Фәнни – эҙләнеү эшенең маҡсаты.  Зәйнәб Биишева ни өсөн был хикәйәтте яҙырға уйлаған, уны ижад итергә мәжбүр иткән  ниндәй хәлдәр булған икән тормошта – шуларҙы асыҡлауҙы мин  эшемдең төп маҡсаты итеп алдым.  Ошо маҡсаттан сығып, мин  түбәндәге бурыстарҙы ҡуйҙым:

Кем ул ысын һөнәрсе, ул ниндәй булырға тейеш? Ошо һорауға тиҫтерҙәремдең  иғтибарын йүнәлткем килде. Уларҙы хәҙерҙән үк үҙеңдең киләсәк һөнәрең  тураһында уйланырға   саҡырам.Һәҙиә Дәүләтшина менән Һөнәрсе араһында  оҡшашлыҡ  бармы? Әгәр ҙә булһа,  ниндәй оҡшашлыҡ?  – шуны асыҡларға тырышасаҡмын. 

Фәнни – эҙләнеү эшенең гипотезаһы — ”Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтендә Һөнәрсе образының тормоштағы прототибы булып Һ.  Дәүләтшина тора тип иҫбатларға уйлайым. Артабан минең проектта  уның объекты, предметы, методтары һәм ҡулланылған әҙәби әҫәрҙәр  тураһында һүҙ бара. Төп өлөшө  ике бүлектән тора.    Беренсе бүлек  -“Һөнәрсе образы һәм  Һәҙиә  Дәүләтшина” тип атала. Унда   “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтенең яҙылыу тарихы тураһында ҡыҫҡаса әйтелә. Кем ул Һөнәрсе  тигән һорауға мин тубәндәгесә яуап бирҙем: Һөнәрсе – ул үҙ эшенең оҫтаһы. Ул  тынғыһыҙ, һәр ваҡыт ижад итә,  камиллаша. Үҙенең ижад емеше менән халыҡты һөйөндөрә.   Артабан  Һәҙиә Дәүләтшинаның  фажиғәле тормош юлына, ижадына  байҡау яһаным.  Икенсе  бүлектең- исеме  тема менән тап килә , ул   “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтендә  Һ. Дәүләтшинаның  яҙмышы сағылышы” тип атала.  Унда мин Һөнәрсенең яҙмышы  менән  Һ. Дәүләтшина тормошон сағыштырып ҡарайым, конкрет деталдәр  аша  уларҙың  оҡшаш яҡтарын билдәләйем.  Был оҡшашлыҡтарҙы  таблица формаһында бирәм.   Йомғаҡлау өлөшөндә:  “Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң  да беленә”- тигән һығымта яһаным.  Һөнәрсе менән Һ. Дәүләтшинанан үрнәк алып, халыҡҡа  улар кеүек  намыҫлы хеҙмәт итергә кәрәк тип яҙҙым. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.

(Һөнәрсе тураһындағы һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙып алыу)

— Тимәк, Һөнәрсе ниндәй кеше булған?  (Яуаптар төрлө: тырыш, тынғыһыҙ, намыҫлы, талантлы. Синквейндың икенсе юлын өҫтәп яҙабыҙ)

Һөнәрсе

тынғыһыҙ,  талантлы.

2. Эҙләнеү дәресенең гипотезаһын билдәләү. Уҡытыусы һүҙе:

-Ә хәҙер Солангәрәева  Динә таратып биргән  хронологик белешмәне  ҡарайыҡ та Һәҙиә Дәүләтшинаның  тормош баҫҡыстарынан үтәйек, уның һәр этабына туҡталайыҡ, ижадына күҙ һалайыҡ. Һәҙиә апайҙың башынан үткәндәрҙе Һөнәрсе  яҙмышы  менән сағыштырып ҡарайыҡ.  Оҡшаш яҡтарын билдәләйек. Зәйнәб апай  ниндәй поэтик деталдәр, кинәйәләр менән һүрәтләй икән  Дәүләтшинаның трагик яҙмышын  үҙенең хикәйәтендә? Шуларҙы асыҡларға тырышайыҡ.

3. Һорау-яуап рәүешендә оҡшаш яҡтарын табыу, дәлилдәр килтереү.  

— Һәҙиә Дәүләтшина ҡайҙа тыуған?

-Һамар өлкәһе Больше –Черниговск районының  Хәсән ауылында тыуған.

— Ә Һөнәрсенең йәшәгән ере?

— Кавказ яҡтарында тау өҫтөндә яйлала  ултырған ауылда йәшәй Һөнәрсе.

Тимәк, Һ. Дәүләтшина  Башҡортостандан ситтә тыуып үҫкәс, З. Биишева үҙ геройын да сит мөхиткә ҡуя. Был – беренсе оҡшашлыҡ.

  • Хронологик таблицаны ҡулланып әйтегеҙ әле,   Һ. Дәүләтшинаның ижад юлы ниндәй  жанрҙар менән башлан?  
  • Ул “Һылыуҡай -пионерка” кеүек кескәй хикәйәләр, очерктар, “Айбикә” исемле повесть яҙа.  Шунан буласаҡ “Ырғыҙ” романының тәүге вариантын ”Ялҡынлы йылдар”ҙы  яҙа башлай. Айырым  бүлектәрен баҫтырып сығара (“Партизандар”).
  • Ә Һөнәрсе башта нимәләр эшләй?
  • Сәй эсә торған кескәй касалар эшләй.  Шунан һыу ташый торған матур көршәктәр яһауға күсә.

-Быны икенсе оҡшашлыҡ тип ҡарарға яраймы? Ниндәй параллель үткәрергә мөмкин?

Касалар  //  очерк, повестар,

Көршәк // роман.

— Һөнәрсе  нисек эшләй үҙенең көршәктәрен? Ни өсөн уның көршәктәре бик матур килеп сыға?

-Һөнәрсе көршәктәрен эшләү өсөн, тауҙар- урмандар гиҙгән, яландарҙа сәскәләрҙе өйрәнгән, төрлө ерҙәге балсыҡтарҙы, ҡомдарҙы тикшереп ҡараған. Ул тырышҡан, һәр ваҡыт камиллашҡан. Хатта  сит ҡалаға барып икенсе оҫталарҙың эшен өйрәнеп ҡайтҡан.

  Синквейнға ниндәй һүҙҙәр өҫтәргә мөмкин? (ижад итә, эшләй, камиллаша,)

Һөнәрсе

тынғыһыҙ,  талантлы

ижад итә, эшләй, камиллаша 

  • Ә тормошоноң был осоронда Һ. Дәүләтшина Мәскәүҙә редакторҙар курсында, Өфөлә  пед. институтта уҡый. 1934 – 1936 йылдарҙа Мәскәүҙә, Минскиҙа СССР Яҙыусыларының съезында, пленумдарында ҡатнаша. Тап Һөнәрсе кеүек: үҫә, камиллаша, ижадташ дуҫтары менән осраша.

-Һ.Дәүләтшинаның яҙмышы нисек үҙгәреп китә?  Уның тормошоноң аҫтын  өҫкә әйләндергән ниндәй хәл – ваҡиғалар була илебеҙ тарихында?

-1937 йылда репрессиялар башлана. Ул ҡулға алына һәм тотҡонлоҡҡа ебәрелә.

Шул турала үҙенең проект эше менән Миләүшә Бикбаева сығыш яһай.

— Мин Интернет ресурстарын файҙаланып, нимә ул репрессия тигән һорауға яуап әҙерләнем.  Репре́ссия – ул латин һүҙебаҫыу, тыйыу, иҙеү,    ғазаплау, яфалау, ә русса -подавление, угнетение тигәнде аңлата. Википедия һүҙлегендә ул  илдә йәшәп килгән йәмғиәт төҙөлөшөн яҡлау һәм һаҡлау маҡсатында кемдәрҙелер язаға тарттырыу, язалау саралары, тип бирелә. Репрессияның һәр төрө политик яҡтан ҡыҫыу, кеше хоҡуғын боҙоу булып тора. “Жертвы политического террора в СССР” тигән сайтта мин Ғөбәй Дәүләтшиндың һәм Һәҙиә Дәүләтшиналарҙың исемдәрен таптым, ни өсөн, ниндәй статья менән репрессияға эләгеүҙәрен яҙып алдым  -ул һеҙҙең алда. Шулай уҡ репрессияға эләккән  башҡа яҙыусылар тураһында ла мәғлүмәттәр таптым. (Миләүшәнең яҙғандарын ҡарау, фекер алышыу.)

— Һәҙиә Дәүләтшина  тотҡонлоҡҡа эләгә, ә Һөнәрсе?

— Уға хәйләле, мәкерле уй менән   Өйрәнсек  килә. Һөнәрсе Өйрәнсеккә  ҡол булып китә һәм ғүмеренең аҙағына тиклем уға  хеҙмәт итә.

Артабан хронологик белешмәнән ҡарап әйтәләр:

-Һәҙиә Дәүләтшина 5 йыл үткәс, 1942 йылда  Темниково лагерынан ҡайта, ә Һөнәрсе ғүмере буйы Өйрәнсектә ҡоллоҡта ҡала, ни өсөн?

Уҡытыусы һүҙе:

-Был осорҙағы тормошо тураһында  Ғәзим Шафиков үҙенең “И совесть, и жертвы эпохи” тигән китабында  былай тип яҙа: ”Не будь этой постоянной литературной работы, Хадия вряд ли смогла перенести послелагерную каторгу, выпавшую на ее долю”[ ]. Ысынлап та, һаулығы ныҡ ҡаҡшаған Һ.Дәүләтшина  ҙур ауырлыҡтар менән Өфөгә ҡайтып етә. Уға бик ауыр шарттарҙа йәшәргә, ижад итергә  тура килә.  Лагерҙан алып ҡайтҡан үпкә сире көсәйә. Элекке дуҫтары, таныштары, яҡын туғандары – барыһы ла унан ситләшәләр, уға яҡын килергә  ҡурҡалар. Ул йәмғиәттән ситкә ташлана…  Һәҙиә апай тотҡондан ҡайтһа ла,  һаман да  “халыҡ дошманы” булып ҡала.

— Был осорҙа ул нимәләр эшләй?

-Ул ижад итеүен  дауам итә. Өҙөлөп ҡалған ”Ырғыҙ” романын яҙып бөтөрә, “Мораҙым” исемле яңы повесы өҫтөндә эшләй.

Ә Һөнәрсе образына килгәндә, ни әйтерһегеҙ?

-Ул  матур –матур итеп яңы көршәктәрҙе эшләй ҙә эшләй. Көршәктәре барыбер халыҡҡа барып етер тип ышана.

-Синквейнға нимә тип өҫтәп ҡуябыҙ 4-се юлды?

— Ниндәй генә шарттарҙа йәшәһә лә ысын һөнәрсе ижад итеүҙән туҡтамай — ул матурлыҡ тыуҙыра.

Тимәк, Һөнәрсе –ул ысын ижадсы, тип синквейнды йомғаҡлап ҡуябыҙ.

Һөнәрсе

Тынғыһыҙ,  талантлы

Ижад итә, эшләй, камиллаша

Ул матурлыҡ тыуҙыра

Ысын ижадсы

(Синквейнды яҙып алалар, бергәләп, хор менән уҡыйҙар.)  

4. Гипотезаны иҫбатлау:

— Һөнәрсе образында Зәйнәб Биишева трагик яҙмышлы Һәҙиә Дәүләтшинаны һүрәтләгән  тип әйтә алабыҙмы?

Беҙ шулай тип әйтә алабыҙ, сөнки З. Биишева, һүҙ оҫтаһы булараҡ, һәр һүҙҙе, һәр поэтик деталде төптән уйлап эш итә. Ул Һәҙиә Дәүләтшина тормошоноң фажиғәһен мөмкин тиклем тулыраҡ сағылдырырға тырышҡан.Хата  Һөнәрсенең яҙмышы аяныслы тамамланыуы ла тап Дәүләтшинаныҡы кеүек:

Һөнәрсе

Һ. Дәүләтшина

Һөнәрсе ҡартайып, үҙ эшенең емешен күрә алмай, донъя ҡуя.

1954 йылдың 5 декабрендә вафат була. Үҙе иҫән сағында, бер әҫәрен дә баҫтыра алмай.

Өйрәнсек уның көршәктәренә үҙ исемен ҡуйып, һата башлай.

Архивы урлана. “Мораҙым” повесы икенсе автор исеменән донъя күрә.

Өйрәнсек батша һарайында йәшәй.

Архивты урлаған яҙыусы обкомда эшләй.

Күп йылдар үткәс, көршәктә көтөлмәгән үҙгәреш барлыҡҡа килә: унда йәшел ҡыяҡҡа ҡан ҡыҙыл буяу менән яҙылған ”Һөнәрсе” һүҙе балҡып сыға. Халыҡ Өйрәнсекте хурлаған, ләғнәтләгән, ә Һөнәрсене ҙурлаған.  

1956 йылда Дәүләтшинаның  исеме аҡлана. Уның урланған повесы табыла, суд була, ләкин был әҫәр икенсе автор исемендә ҡалдырыла.  Иле, халҡы әҙибәне  хөрмәтләй.

I I I. Йомғаҡлау.

4. Эҙләнеү эше  буйынса һығымталар  яһау:

-Һөнәрсе, ысын ижадсы  тип кемде әйтә алабыҙ?

  • Ысын ижадсы – ул Зәйнәб Биишева,  Һәҙиә Дәүләтшина.

Шундай өсмөйөш барлыҡҡа килә:

-Уларҙы нимә берләштерә?

-Халыҡ өсөн фиҙәҡәр хеҙмәт. Үҙеңде йәлләмәй, бөтә көсөңдө, күңелеңде биреп эшләһәң, Һөнәрсе кеүек йөрәк ҡаныңды ҡушып ижад итһәң, халҡың һине барыбер белер, күрер, ҙурлар.

(Әңгәмәләшеү, миҫалдар килтереү: хикәйәттә Һөнәрсене хөрмәтләп иҫкә алдылар. Тормошта Һ. Дәүләтшина исеме аҡланып ҡына ҡалманы, уға С.Юлаев премияһын бирҙеләр, романы, әҫәрҙәре сығып тора, уның бюсы бар Бөрө ҡалаһында. Ә яҡташыбыҙ, тынғыһыҙ, ғәҙел холҡло әҙибәбеҙ- халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев премияһы  лауреаты.)

— Дәрестең эпиграфын ҡабатлау (Хор менән уҡыу):

“Яҡшылыҡты  эшлә лә , һыуға  һал-

халыҡ белер,  халыҡ белмәһә, балыҡ белер”.

Уҡытыусы  һүҙе:

Һ. Дәүләтшина менән З. Биишева- ысын ижадсылар. Уларҙың ижади концепцияһы булып   халыҡ, уның героик тарихы  тора. “Оло Эйек буйында”, “Ырғыҙ” –  романдарҙа был йылғалар тәбиғәт күренеше йәки географик  фон ғына  түгел,  ә халыҡ эскән һыу,  йәшәгән ер. Халыҡ тырышҡан, яҡты киләсәк өсөн көрәшкән. Рус әҙәбиәтендә лә бар ундай әҫәрҙәр: М.Шолохов “Тихий Дон”.

  • Халҡыңа тоғро хеҙмәт итһәң, халҡың һине онотмаҫ.

IV. Баһалау.

Кемдәр  З. Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтен яҡшы итеп аңланы, Һ.Дәүләтшинаның тормош юлын үҙләштерҙе – үҙҙәренең көндәлегенә “5” ҡуя, кемдәр төшөнөп етмәгән “4”ҡуя.

V. Өйгә эш.

Һ.Дәүләтшинаның  биографияһын бепергә,

 “Ырғыҙ” романы тураһында белешмә алып килергә, Ырғыҙ йылғаһы тураһында мәғлүмәт табырға.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.“Зәйнәб Биишева. Ғүмере һәм ижады”. Төҙөүселәре Ҡ. Аралбаев, Тельман Әминов. Өфө , “Китап”, 1998й. 35 бит. Мәһиҙә Игебаеваға яҙған хатынан.25.11.1976.

2.С.А.Алибаев, А.А.Журавлева.”Зайнаб Биишева. Жизнь и творчество”. Уфа, “Китап”, 1993г.

3. Газим Шафиков.”И совесть, и жертвы эпохи”. Уфа, Башк. кн. изд-во,1991г.

4. Газим Шафиков.” Крючья под ребро”. Уфа, “Китап”, 1993г.

5. З. Биишева.”Һөнәрсе менән Өйрәнсек”. Хикәйәт.

6. Башҡорт әҙәбтиәте тарихы (алты томда). 5 том. Өфө, “Китап”, 1993 й.

7. Марат Минһажетдинов. “Ҡәләмендә ҡөҙрәт бар”. Өфө, “Китап”, 1995 й.

8. Рәшит Шәкүр. “Арҙаҡлы башҡорттар”. Өфө, “Китап”, 1998 й.

ТЕМА:  ЗӘЙНӘБ БИИШЕВАНЫҢ «ҺӨНӘРСЕ МЕНӘН ӨЙРӘНСЕК» ХИКӘЙӘТЕН ЙОМҒАҠЛАУ .   БӘХЕТ ТӨБӨ-ХЕҘМӘТ

ТЕМА: ЗӘЙНӘБ БИИШЕВАНЫҢ

«ҺӨНӘРСЕ МЕНӘН ӨЙРӘНСЕК» ХИКӘЙӘТЕН ЙОМҒАҠЛАУ . БӘХЕТ ТӨБӨ-ХЕҘМӘТ

Проблемалы һ орау ҡуйыла - ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕНДӘ ЫСЫН   КЕШЕ БУЛЫП ҠАЛЫУ   ӨСӨН, НИСЕК ЙӘШӘРГӘ?

Проблемалы һ орау ҡуйыла — ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕНДӘ ЫСЫН КЕШЕ БУЛЫП ҠАЛЫУ ӨСӨН, НИСЕК ЙӘШӘРГӘ?

ДЕВИЗ:   ЙӘШӘҮ БӘХЕТЕ-ХЕҘМӘТ АША   ТЫУҒАН ШАТЛЫҠТА

ДЕВИЗ: ЙӘШӘҮ БӘХЕТЕ-ХЕҘМӘТ АША ТЫУҒАН ШАТЛЫҠТА

ЗӘЙНӘБ АБДУЛЛА ҠЫҘЫ БИИШЕВА- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы

ЗӘЙНӘБ АБДУЛЛА ҠЫҘЫ БИИШЕВА- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы

ТӨРКӨМДӘР МЕНӘН ЭШ :   «АКТЕРҘАР»(ролгә инеп уҡый,геройҙарға ҡылыҡһырлама бирә )   «ТЕЛСЕЛӘР»(фразеологизмдарҙы аңлата,мәҡәл-әйтемдәрҙе аңлата)

ТӨРКӨМДӘР МЕНӘН ЭШ : «АКТЕРҘАР»(ролгә инеп уҡый,геройҙарға ҡылыҡһырлама бирә ) «ТЕЛСЕЛӘР»(фразеологизмдарҙы аңлата,мәҡәл-әйтемдәрҙе аңлата)

КЕШЕЛЕК СИФАТТАРЫ :   ҺӨНӘРСЕ-ОҪТА,ЯРҘАМСЫЛ,ЯБАЙ,ТЫРЫШ,.  ЭШТЕ БӨТӘ ЙӘНЕН БИРЕП ЭШЛӘЙ   ӨЙРӘНСЕК:ҠОМҺОҘ,УЙҺЫҘ,МАҠСАТҺЫҘ,ЙЫЛҒЫР,МУТ,ХӘЙЛӘКӘР,ИКЕ ЙӨҘЛӨ

КЕШЕЛЕК СИФАТТАРЫ : ҺӨНӘРСЕ-ОҪТА,ЯРҘАМСЫЛ,ЯБАЙ,ТЫРЫШ,. ЭШТЕ БӨТӘ ЙӘНЕН БИРЕП ЭШЛӘЙ ӨЙРӘНСЕК:ҠОМҺОҘ,УЙҺЫҘ,МАҠСАТҺЫҘ,ЙЫЛҒЫР,МУТ,ХӘЙЛӘКӘР,ИКЕ ЙӨҘЛӨ

ҺҮҘЛЕК ЭШЕ :    ПЛАГИАТ-КЕШЕ ӘҪӘРЕН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ   ПРОТОТИП-ӘҘӘБИ ПЕРСОНАЖҒА ӨЛГӨ ИТЕП   АЛЫНҒАН КЕШЕ

ҺҮҘЛЕК ЭШЕ : ПЛАГИАТ-КЕШЕ ӘҪӘРЕН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ ПРОТОТИП-ӘҘӘБИ ПЕРСОНАЖҒА ӨЛГӨ ИТЕП АЛЫНҒАН КЕШЕ

 )         ЗӘЙНӘБ БИИШЕВА.  НАМЫҪЛЫ,САБЫР РУХЛЫ.(ниндәй?)  ИЛЕ,ТЕЛЕ ТИП ЯНА,ИЖАД ИТӘ,(ҡылымдар)  ХАЛҠЫ ӨСӨН ЯНЫП ЙӘШӘЙ.(бер һүҙ мен. фраза )  ИЛ ИНӘҺЕ.(ул кем?)           СИНКВЕЙН: (француз һүҙе)

) ЗӘЙНӘБ БИИШЕВА. НАМЫҪЛЫ,САБЫР РУХЛЫ.(ниндәй?) ИЛЕ,ТЕЛЕ ТИП ЯНА,ИЖАД ИТӘ,(ҡылымдар) ХАЛҠЫ ӨСӨН ЯНЫП ЙӘШӘЙ.(бер һүҙ мен. фраза ) ИЛ ИНӘҺЕ.(ул кем?)

СИНКВЕЙН: (француз һүҙе)

 МӘҠӘЛ-ӘЙТЕМДӘР :    КҮРШЕ ХАҠЫ —(  )----- ҠЫРҠ ЙЫЛДАН ҺУҢ ДА БЕЛЕНӘ.   ХЕҘМӘТЕНӘ КҮРӘ -(   ЯҠШЫ АТҠА ҠАМСЫ ( .   ЯҠШЫЛЫҠ ЭШЛӘ ЛӘ ҺЫУҒА ЫРҒЫТ.ХАЛЫҠ   БЕЛЕР.ХАЛЫҠ БЕЛМӘҺӘ-(  ЯЛҒАНДЫҢ БОТО- (

МӘҠӘЛ-ӘЙТЕМДӘР : КҮРШЕ ХАҠЫ —( )—— ҠЫРҠ ЙЫЛДАН ҺУҢ ДА БЕЛЕНӘ. ХЕҘМӘТЕНӘ КҮРӘ -( ЯҠШЫ АТҠА ҠАМСЫ ( . ЯҠШЫЛЫҠ ЭШЛӘ ЛӘ ҺЫУҒА ЫРҒЫТ.ХАЛЫҠ БЕЛЕР.ХАЛЫҠ БЕЛМӘҺӘ-(

ЯЛҒАНДЫҢ БОТО- (

    З АМАНЫҢДЫҢ АУЫР ЙӨГӨН ТАТЫП    Ә СӘ НАҘЫНАН МӘХРҮМ БЕР БАЛА.    «Й ӘШӘҮ БӘХЕТЕН»ХЕҘМӘТЕНДӘ ТАБЫП  Н АМЫҪ МЕНӘН ҮҘЕНӘ ЮЛ ЯРА.  Ә ҮЛИӘЛӘЙ КЕРҺЕҘ,САФ КҮҢЕЛЛЕ  Б ӘЙҒӘМБӘРҘӘЙ САБЫР, АҠЫЛЛЫ     Б АШҠОРТОМДОҢ САЯ РУХЛЫ ҠЫҘЫ   И Л ИНӘҺЕ БУЛЫП ТАНЫЛДЫҢ    И ЛЕМ,ТЕЛЕМ ТИЕП ЯНДЫҢ ҺӘР САҠ     Ш ӨҺРӘТ-ДАНДАР ҺИҢӘ ЯТ БУЛДЫ.   Е ҢЕЛ ЮЛДЫ ҮҘ ИТМӘНЕ ЙӘНЕҢ     В АТАН,ВЫЖДАН ҺҮҘЕН АЛҒА ҠУЙЫП,   А ҪЫЛ ХАЛҠЫҢ ӨСӨН ЙӘН АТТЫҢ.  (ӘЛФИӘ АБДРАФИҠОВА)

З АМАНЫҢДЫҢ АУЫР ЙӨГӨН ТАТЫП Ә СӘ НАҘЫНАН МӘХРҮМ БЕР БАЛА. «Й ӘШӘҮ БӘХЕТЕН»ХЕҘМӘТЕНДӘ ТАБЫП Н АМЫҪ МЕНӘН ҮҘЕНӘ ЮЛ ЯРА. Ә ҮЛИӘЛӘЙ КЕРҺЕҘ,САФ КҮҢЕЛЛЕ Б ӘЙҒӘМБӘРҘӘЙ САБЫР, АҠЫЛЛЫ Б АШҠОРТОМДОҢ САЯ РУХЛЫ ҠЫҘЫ И Л ИНӘҺЕ БУЛЫП ТАНЫЛДЫҢ И ЛЕМ,ТЕЛЕМ ТИЕП ЯНДЫҢ ҺӘР САҠ Ш ӨҺРӘТ-ДАНДАР ҺИҢӘ ЯТ БУЛДЫ. Е ҢЕЛ ЮЛДЫ ҮҘ ИТМӘНЕ ЙӘНЕҢ В АТАН,ВЫЖДАН ҺҮҘЕН АЛҒА ҠУЙЫП, А ҪЫЛ ХАЛҠЫҢ ӨСӨН ЙӘН АТТЫҢ. (ӘЛФИӘ АБДРАФИҠОВА)

«ҮТКЕР КҮҘ» УЙЫНЫ:   ҺӨНӘРСЕНЕҢ КӨРШӘКТӘРЕ-(НИНДӘЙ?)   ӨЙРӘНСЕКТЕҢ КӨРШӘКТӘРЕ-(НИНДӘЙ?)

«ҮТКЕР КҮҘ» УЙЫНЫ: ҺӨНӘРСЕНЕҢ КӨРШӘКТӘРЕ-(НИНДӘЙ?) ӨЙРӘНСЕКТЕҢ КӨРШӘКТӘРЕ-(НИНДӘЙ?)

СИНКВЕЙН:   ҺӨНӘРСЕ: ӨЙРӘНСЕК:    КИҢ КҮҢЕЛЛЕ,ЭСКЕРҺЕҘ ҠОМҺОҘ,ХӘЙЛӘКӘР.    ЭШЛӘЙ,ЭҘЛӘНӘ,ТЫРЫША. АЛДАЙ,МАҠТАНА,  УРЛАЙ.  АЛТЫН ҠУЛЛЫ КЕШЕ ИКЕ ЙӨҘЛӨ КЕШЕ  ОҪТА МӘХЛҮК

СИНКВЕЙН: ҺӨНӘРСЕ: ӨЙРӘНСЕК: КИҢ КҮҢЕЛЛЕ,ЭСКЕРҺЕҘ ҠОМҺОҘ,ХӘЙЛӘКӘР. ЭШЛӘЙ,ЭҘЛӘНӘ,ТЫРЫША. АЛДАЙ,МАҠТАНА, УРЛАЙ. АЛТЫН ҠУЛЛЫ КЕШЕ ИКЕ ЙӨҘЛӨ КЕШЕ ОҪТА МӘХЛҮК

СИНКВЕЙН-ФРАНЦУЗ ҺҮҘЕ.БИШ ТИГӘНДЕ АҢЛАТА,   1-СЕ ЮЛ:ТЕМА   2-СЕ ЮЛ:ИКЕ СИФАТ ЯРҘАМЫНДА ТЕМА АСЫУ   3-СӨ ЮЛ:ТЕМАҒА ҠАРАТА ҠЫЛЫМДАР ТАБЫУ   4-СЕ ЮЛ:ТЕМАҒА 4 ЮЛЛЫ ФРАЗА ТАБЫУ   5-СЕ ЮЛ:ТЕМАНЫ ХИС ТОЙҒО АША  БИРЕҮ,СИНОНИМ ТАБЫУ.

СИНКВЕЙН-ФРАНЦУЗ ҺҮҘЕ.БИШ ТИГӘНДЕ АҢЛАТА, 1-СЕ ЮЛ:ТЕМА 2-СЕ ЮЛ:ИКЕ СИФАТ ЯРҘАМЫНДА ТЕМА АСЫУ 3-СӨ ЮЛ:ТЕМАҒА ҠАРАТА ҠЫЛЫМДАР ТАБЫУ 4-СЕ ЮЛ:ТЕМАҒА 4 ЮЛЛЫ ФРАЗА ТАБЫУ 5-СЕ ЮЛ:ТЕМАНЫ ХИС ТОЙҒО АША БИРЕҮ,СИНОНИМ ТАБЫУ.

ЙӘШӘҮ БӘХЕТЕ-ӨМӨТ,ХЕҘМӘТТӘ,   ЙӘШӘҮ БӘХЕТЕ-ДУҪЛЫҠ,ХАҠЛЫҠТА.   ЙӘШӘҮ БӘХЕТЕ-ИЛЕҢ,ХАЛҠЫҢ ӨСӨН   КӨРӘШ АША ТЫУҒАН ШАТЛЫҠТА.    ЗӘЙНӘБ БИИШЕВА

ЙӘШӘҮ БӘХЕТЕ-ӨМӨТ,ХЕҘМӘТТӘ, ЙӘШӘҮ БӘХЕТЕ-ДУҪЛЫҠ,ХАҠЛЫҠТА. ЙӘШӘҮ БӘХЕТЕ-ИЛЕҢ,ХАЛҠЫҢ ӨСӨН КӨРӘШ АША ТЫУҒАН ШАТЛЫҠТА.

ЗӘЙНӘБ БИИШЕВА

«ҮТКЕР КҮҘ» УЙЫНЫ :   ХАСБУЛАТ  ОЛАТАЙ,КАВКАЗ,ТАТЫРЛЫ,КӨЙӨН-ГӘН,  ТАУ ШИШМӘҺЕ,КАСА , КӨРШӘК

«ҮТКЕР КҮҘ» УЙЫНЫ : ХАСБУЛАТ ОЛАТАЙ,КАВКАЗ,ТАТЫРЛЫ,КӨЙӨН-ГӘН, ТАУ ШИШМӘҺЕ,КАСА , КӨРШӘК

Ролгә инеп уҡыу:(Актерҙар)   (Йәлләгән тауыш менән)-Эййй...Күрәһең, Өйрәнсектең хәле ысынлап та мөшкөлдөр?!Юҡһа үҙ теләге менән бындай эшкә барыр инеме ни ул?!Тимәк,түбәнселеккә барыуҙан башҡа сара ҡалмаған!...(Һөнәрсе)   (Илаҡ тауыш менән)-Эй Аллам,ниңә һин мине ошондай илаһи таланттан мәхрүм иттең!(Өйрәнсек)   (Асыулы тонда)Ай-яй-яй!..Йә,эштең самай ҡыҙған ғына сағында..Нимә эшләп ҡуйған бит,ә!..Һай,байғош!.Йәшәү өсөн эшләй белеү генә етмәүен тәки белмәй китте бит,ә!..Дәриүиш булып йәшәне,дәриүиш булып үлде бит,байғош,ә..... (Өйрәнсек)

Ролгә инеп уҡыу:(Актерҙар) (Йәлләгән тауыш менән)-Эййй…Күрәһең, Өйрәнсектең хәле ысынлап та мөшкөлдөр?!Юҡһа үҙ теләге менән бындай эшкә барыр инеме ни ул?!Тимәк,түбәнселеккә барыуҙан башҡа сара ҡалмаған!…(Һөнәрсе) (Илаҡ тауыш менән)-Эй Аллам,ниңә һин мине ошондай илаһи таланттан мәхрүм иттең!(Өйрәнсек) (Асыулы тонда)Ай-яй-яй!..Йә,эштең самай ҡыҙған ғына сағында..Нимә эшләп ҡуйған бит,ә!..Һай,байғош!.Йәшәү өсөн эшләй белеү генә етмәүен тәки белмәй китте бит,ә!..Дәриүиш булып йәшәне,дәриүиш булып үлде бит,байғош,ә….. (Өйрәнсек)

ҺҮҘҘӘРҘЕ АҢЛАТ:(Телселәр)   КӘТТӘ-ШӘП  ЛАФ ОРҒАН-ҠЫУАНЫП ҠЫСҠЫРҒАН  ҠӘҺЕТ ИТЕҮ- ант итеү  ҒАЗРАИЛ-ЙӘНДЕ АЛА ТОРҒАН ФӘРЕШТӘ  ЛӘҒНӘТ-ҠАРҒЫШ(ғәр.тел)   Выждан-  шаҡшы-  ҡомартҡы-  килбәтһеҙ-  тәкәббер-  нәфис-

ҺҮҘҘӘРҘЕ АҢЛАТ:(Телселәр) КӘТТӘ-ШӘП ЛАФ ОРҒАН-ҠЫУАНЫП ҠЫСҠЫРҒАН ҠӘҺЕТ ИТЕҮ- ант итеү ҒАЗРАИЛ-ЙӘНДЕ АЛА ТОРҒАН ФӘРЕШТӘ ЛӘҒНӘТ-ҠАРҒЫШ(ғәр.тел) Выждан- шаҡшы- ҡомартҡы- килбәтһеҙ- тәкәббер- нәфис-

 РЕФЛЕКСИЯ  Проблемалы һорауға кире ҡайтыу: ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕНДӘ ЫСЫН   КЕШЕ БУЛЫП ҠАЛЫУ   ӨСӨН, НИСЕК ЙӘШӘРГӘ?

РЕФЛЕКСИЯ

Проблемалы һорауға кире ҡайтыу:

ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕНДӘ ЫСЫН КЕШЕ БУЛЫП ҠАЛЫУ ӨСӨН, НИСЕК ЙӘШӘРГӘ?

Книжные памятники Свет

Обратная связь
Версия для слабовидящих

Войти

НЭБ

  • Коллекции и спецпроекты

  • Новости

  • Информация для библиотек

  • Программное обеспечение для библиотек

  • Вопросы и ответы

  • Обратная связь

  • Форум

Наши продукты

  • Книжные памятники

  • Свет

  • Мы в соцсетях

    Версия для слепых

    Һөнәрсе менән Өйрәнсек

    Һөнәрсе менән Өйрәнсек

    Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы

    Скачать
    marc21-запись

    Һөнәрсе менән Өйрәнсек

    Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы

    Скачать marc21 -запись

    2013

    Год издания

    Өфө

    Место издания

    О произведении

    Издательство

    Китап

    Ответственность

    Зәйнәб Биишева ; [тәрж. рус теленә — Юлай Әминев, инглиз теленә — Сәғит Шафиҡов]

    Язык

    Башкирский

    Еще

    Библиотека

    Российская государственная библиотека (РГБ)

    Еще

    Ближайшая библиотека с бумажным экземпляром издания

    Другие книги автора

    Яҡтыға
    Российская государственная библиотека (РГБ)

    Открыть

    Яҡтыға

    Әҫәрҙәр =
    Российская государственная библиотека (РГБ)

    Открыть

    Әҫәрҙәр =

    Дуҫ булайык
    Российская государственная библиотека (РГБ)

    Открыть

    Дуҫ булайык

    Дуҫ булайыҡ
    Российская государственная библиотека (РГБ)

    Открыть

    Дуҫ булайыҡ

    Посмотреть все произведения автора

    Пожалуйста, авторизуйтесь

    Вы можете добавить книгу в избранное после того, как
    авторизуетесь на портале. Если у вас еще нет учетной записи, то
    зарегистрируйтесь.

    метки: Яраткан, Дусларым, Шулай, Кызым, Ашыга, Белемль, Аваплы, Минемч

    Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

    «Средняя общеобразовательная школа №27

    с углубленным изучением отдельных предметов»

    Нижнекамского муниципального района Республики Татарстан

    Сочинение “Минем яраткан һөнәрем”

    Ф.И.О. учащегося (полностью)

    Французова Азалия Руслановна

    Контактная информация (класс, адрес, телефон, факс, эл. почта)

    МБОУ «СОШ№27» НМР РТ, 10 в класс, 423570, Нижнекамск, Химиков, 106-50.

    8(8555)410423,

    [email protected]

    Школа (номер школы, адрес и телефон, эл. почта)

    МБОУ «СОШ№27» НМР РТ, 423570, Нижнекамск, Менделеева, 37а,

    8(8555)410423,

    [email protected]

    Ф.И.О. директора школы

    Ярцева Лидия Васильевна

    Нижнекамск, 2016


    Минем яраткан һөнәрем.

    Җир йөзендә төрле һөнәрләр бар. Тормыш үзгәрә, җәмгыять үсә барган саен, аларның саны да арта бара. Һәр кешенең дә һөнәр сайлау буенча үз фикерләре, уйлары бар. Кемдер укытучы булырга хыяллана, ә кайбер кеше күңеленә табиб һөнәре хуш килә, шәфкать туташы да буласы килә. Кайбер кызлар үзләрен балалар бакчасы тәрбиячесе итеп күрә, ә кайбер дусларым заводта эшче булып эшләргә уйлый. Дусларым арасында бизнес белән шөгыльләнергә теләк белдерүчеләр дә бар.

    Без менә шулай мәктәп елларында киләчәк һөнәребез турында уйлана башлыйбыз. Минемчә, хыял буш җирлектә генә туарга тиеш түгел. Минем һөнәр сайлавыма бер вакыйга сәбәпче булды.

    Көзге каникул чорында авылга кунакка кайттым. Әбием, чөгендер төйгеченә кулын кыстырып, бармагын җәрәхәтләде. Мин әбиемә беренче ярдәм күрсәттем: бармагын дару белән эшкәртеп бәйләдем. Каннан куркучы әнием минем осталыгыма шаккатып та, сокланып та карап торды һәм : “Кызым, хирург булырсың әле,”- диде. Табиб булу уе миндә күптән туган булса да, мин бу хыялымны туганнарыма әйтмәгән идем. Алар мине дөрес аңламаслар, миннән көләрләр дип уйладым, чөнки нәселебездә бер генә медицина хезмәткәре дә юк бит.

    Әнием минем сайлавыма каршы килмәде, киресенчә, сөенде генә. Мин химия, биология фәннәрен тырышып өйрәнә башладым.

    Табиб — иң борынгы һөнәрләрнең берсе. Кешеләр бик иртә дәвалау серләренә төшенергә теләгәннәр. Дару үләннәре белән дәвалаучы карчыклар булган. Алар үз эшләрен теләп башкарганнар. Һәр төбәкнең кендек әбиләре, сөннәтче бабайлары булган. Авыл кешеләре аларны бик хөрмәт иткәннәр.

    Еллар узу белән, кешеләр белемгә омтылганнар, сәламәтлек, дәвалау серләренә төшенгәннәр. Шулай итеп, медицина барлыкка килгән, ул үскән, ныгыган. Дарулар, аппаратлар, приборлар уйлап тапканнар.

    Табиб булып эшләү кызыклы гына түгел, ә авыр да, җаваплы да. Мин бу һөнәр ияләрен бик белемле кешеләр булырга тиеш дип саныйм. Алар биология, анатомия, химия нигезләрен дә, барлык даруларның куллану тәртибен, медицина приборларының ничек эшләвен дә белергә һәм үз белемнәрен практикада дөрес кулланырга тиешләр.

    Кайчагында дусларым белән һөнәр сайлау турында әңгәмә корабыз. Бервакыт, мин үземнең табиб булырга хыяллануым турында әйткәч, дус кызым миңа гаҗәпләнеп: “Син нәрсә! Аларның эшләре авыр, тынгысыз, җаваплы, шуңа карамастан хезмәт хаклары түбән,”- диде. Бәлки шулайдыр. Һөнәр сайлаганда хезмәт хакына карап түгел, ә күңелгә карап эш итәргә кирәк, дип саныйм. Минемчә, ашыга-ашыга яраткан эшеңә бару, сөенеп эшеңнән өйгә кайту — зур бәхет.

    Һәр һөнәр иясенә аерым сыйфатлар хас, дип уйлыйм мин.Табиблар үз эшләрен яратырга, белемле, түзем булырга тиешләр. Авыруларны игътибар белән тыңлап, аларга дөрес диагноз кую зур сабырлык сорый.

    Табиб үзе дә сәламәт булырга тиеш. 7-8 сәгать буена операция ясау хирургтан зур көч, саулык сорый.Шуның өчен мин сәламәт яшәү рәвешен алып барам, физик эшне теләп башкарам. Кышын чаңгыда шуам, җәен суда коенам.

    Табиб авыруларны дару белән генә түгел, ә җылы мөгамәләсе, карашы белән дә дәвалый. Әниемнең дә, әбиемнең дә мине бик тәрбияле итеп күрәселәре килә. Алар миндә татар кызларына гына хас сыйфатлар тәрбияләргә тырышалар.

    Табиб ике телне дә яхшы белергә тиеш, дип уйлыйм мин. Гомер буе авылда яшәгән әбиемә Казан хастаханәсендә ятарга туры килде. Дәвалаучы табибының татар булып, рәхәтләнеп аның белән үз телендә сөйләшүе турында әбием бөтен авылдашларына сөйләде. Димәк, мин телемне камил белергә тиешмен. Үземә шундый нәтиҗә ясадым.

    Әлегә мин мәктәптә укыйм. Барлык фәннәрне дә тырышып өйрәнәм. Мәктәптә алган белемнәрем киләчәк һөнәремә нигез булыр дип уйлыйм мин.

    Хәтер көнө. Хәтер көнө бөгөн. Әсәйемдең. Киткән көнө фани донъянан… Нисек, әсәй, иҫкә алырға һуң, Әгәр бер ҙә иҫтән сыҡмаһаң?

    Табын йыйып, кеше саҡырырбыҙ,

    Аят уҡып, хәйер бирербеҙ,

    Мир алдында бурыс атҡарырбыҙ,

    Ҡәбереңә барып килербеҙ.

    Һин киткәндән алып күңелемә

    Ояланып алды етемлек,

    Тынысланып, онотолор өсөн

    Ваҡыт үтте кеүек етерлек.

    Һине уйламаған сәғәт һирәк,

    Һине иҫләмәгән көнөм юҡ,

    Фатихаңды, әсәй, биреп киттең,

    Борсолорға, беләм, урын юҡ.

    Йылдар үткән һайын йөрәк йылың

    Кәрәклерәк миңә, әсәйем,

    Ғүмер буйы һинең аҡыл менән,

    Һинең кәңәш менән йәшәйем.

    Бәлки, дөрөҫтөр ҙә йылына бер

    Иҫкә алыу хәтер көнөндә?

    Кисер, әсәй, һиңә тынғы бирмәй

    Уйлап торһам көнөн-төнөн

    Бер ҡосаҡлап, әсәй, үбер инең…

    Үкенермен мәңге, моғайын.

    …Иҫкә алмау һине мөмкин түгел,

    Хәтер көнө миңә көн һайын.

    Әсәйемдең мине калдырып киткэненэ богон 11 йыл ;-( 23.01.2006

    Анон.сердэш

    Баҫтыр зинһар…

    Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Оив это экзамен
  • Оив это егэ
  • Омары уже были проданы егэ
  • Омар хайям полное собрание сочинений
  • Оля участвовала в викторине по истории за каждый правильный ответ участнику начисляется 8 баллов егэ