Решу егэ башкирский язык

Башҡорт теленән БДИ-2007 демоверсияhы

А-1.          Нәҙек hуҙынҡылар ғына бирелгән юлды билдәләгеҙ:

а.        а, у, о, ы

б.        ә, ү, ө, э (е), и

в.         а, ә, о, ө, у, ү, ы

г.         а, у, ы, о, ө

А-2.          Парhыҙ тартынҡылар ғына бирелгән юлды билдәләгеҙ:

а.        д, т, з, с, м, н, л

б.        й, м, н, ң, л, р, v

в.         б, п, м, р

г.         б, в, д, г, ғ, з, ҙ, ж

 А-3.         Ҡайhы hүҙ бер генә ижектән тора?

а.        дүрт

б.        ике

в.         сәләмәт

г.         класташ

А-4.          Антоним hүҙҙәр бирелгән юлды күрhәтегеҙ:

а.        шатлыҡ, ҡыуаныс, hөйөнөс

б.        уңған-ялҡау, йәш-ҡарт, шатлыҡ-ҡайғы

в.         ҡысҡырыу, аҡырыу, hөрән hалыу, тамаҡ ярыу

г.         йәш кеше, йәш түгеү, биш йәш

А-5.          Әсе hүҙе ҡайhы осраҡта күсмә мәғәнәлә ҡулланылған?

а.        әсе ҡатыҡ

б.        әсе сейә

в.         әсе hут 

г.         әсе яҙмыш

А-6.          Төп башҡорт hүҙен табығыҙ:

а.        торба

б.        самауыр

в.         тау

г.         комедия

А-7.          Ауыр эш башҡарыу мәғәнәhенә тура килгән фразеологизмды табырға:

а.        бил бөгөү

б.        ике күҙ дүрт булыу

в.         яр аçтында йылан көйшәгәнен белеү

г.         йөҙгә ҡара яғыу

А-8.          Туғандарыма hүҙендә ниндәй ялғау бар?

а.        hан ялғауы

б.        hан ялғауы, зат hәм килеш ялғауы

в.         килеш ялғауы

г.         зат ялғауы

А-9           Ағай-эне, уй-фекер, ҡатын-ҡыҙ, сейле-бешле hүҙҙәре нисек яhалған?

а.        ҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән

б.        ҙҙәрҙе  бәйләү юлы менән

в.         ҙҙәрҙе ҡабатлау юлы менән

г.         ҙҙәрҙе парлау юлы менән

А-10.        Уртаҡлыҡ исемде табырға

а.        Көршәк

б.        Өршәк

в.         Эçем

г.         Танып

А-11.        Артыҡлыҡ дәрәжәhендәге сифаттар6ан ғына торған юлды билдәләгеҙ:

а.        ап-аҡ, ҙурыраҡ, ҡыҙғылт, зәңгәр

б.        йәшерәк, hарғылт, көслө, матур

в.         күм-күк, йәм-йәшел, үтә көслө, бигерәк матур

г.         алhыу, матурыраҡ, оҙонса, ҡып-ҡыҙыл

А-12.        Ымлыҡтар тип ниндәй hүҙҙәргә әйтәләр?

а.        предметты белдергән hүҙҙәргә

б.        предметтың билдәhен белдергән hүҙҙәргә

в.         hөйләүсенең үҙе әйткән фекергә ҡарата мөнәсәбәтен белдергән hүҙҙәргә

г.         кешенең хис-тойғоларын, кисерештәрен белдергән hүҙҙәргә

А-13         Ҡайтым йүнәлеше ҡылымдары бирелгән юлды билдәләгеҙ:

а.        уҡый, яҙа, йыуа, килә, китә

б.        сабырhыҙлана, кейенә, биҙәнә, ҡысҡырына

в.         йыуыла, төҙөлә, биҙәлә, уҡыла

г.         эшләтә, яҙҙыра, көлдөрә, маҡтандыра

А-14         Синтаксистың төп берәмектәре …

а.        ҙбәйләнеш hәм hөйләм

б.        ҙҙәр

в.         фразеологик берәмектәр

г.         hөйләмдәр

А-15.        Эйәртеүсе hүҙ эйәреүсе hүҙҙең билдәле бер килештә тороуын йәки бәйләүес менән килеүен талап итhә, бындай бәйләнеш …

а.        ярашыу тип атала

б.        башҡарылыу тип атала

в.         йәнәшәлек тип атала

г.         hөйкәлеү тип атала

Найдите предложения, в которых запятая(-ые) ставится(-ятся) в соответствии с одним и тем же правилом пунктуации. Запишите номера этих предложений.

(1)Башкирские шиханы (особого рода холмы) находятся в Башкирском Предуралье, недалеко от трёх городов: Стерлитамака, Салавата и Ишимбая. (2)Холмы эти образовались более 260 миллионов лет назад: в палеозойскую эру современные Шиханы были рифами, поскольку тогда в этой местности было тёплое море. (3)Учёные обнаруживают в скалистых частях Шихан фрагменты древних животных и моллюсков, кораллов и водорослей. (4)Ещё в первой половине XX века Шиханы состояли из четырёх гор: Торатау, Шахтау, Юрактау и Куштау. (5)Но в 1950-х годах на месте Шахтау стали добывать известняк, и гора практически исчезла.

(6)Пожалуй, самая знаменитая гора Башкирских шихан  — Торатау в переводе с башкирского это означает «крепость-гора». (7)Издревле её прозвали Землёй Юрматы по одноимённому названию племени, проживав-

шего здесь. (8)Гора считалась священной: здесь проводили культовые обряды, восхваляя божество тюркских народов  — бога неба Кук-Тарахэ.

Башҡорт теленән йомғаҡлау аттестацияһына әҙәрләнеү өсөн эш биремдәре.

(Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәсәнова Лариза Жорабек ҡыҙы төҙөнө).

1-се эш биреме. Текст буйынса бирелгән эш төрҙәрен башҡарырға.

1.Беҙ күпереп бешкән ҡаласҡа май яҡтыҡ та, йомортҡа менән ҡушып, ләззәтләнеп ашарға тотондоҡ. 2.Атайым бындай саҡта һөйләнгәнде яратмай. 3.“Ашағанда кешенең ҡолаҡтары гына һелкенеп торорға тейеш”, — ти ул. 4.Уның был ғәҙәтен бөтәһе лә белә, шуға ла һәр ҡайһыбыҙ тып-тын ғына үҙ эшендә булды. 5. Ашап туйғас, мин ҡалған (…) һынығын, уны-быны уйлап тормаҫтан, ҡамыл араһына ырғыттым. 6. Быны күреп, атайымдың төҫө үҙгәрҙе. (Р. Ханнанов “Икмәк ҡәҙере”)

1. (4) ҡушма һөйләм төрөн билдәләгеҙ?

2. (2) һөйләмдә “бындай” алмашы ниндәй төркөмсәлә килә?

3. (6) һөйләмдәге “төҫө үҙгәрҙе” һүҙбәйләнешендә “төҫө” һүҙен ниндәй синоним һүҙ менән алмаштырып була?

4. (2) һөйләмдәге “яратмай” һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.

5. (5) һөйләмдә йәйәләр эсендә (…) ниндәй һүҙ төшөп ҡалған?

6. (3) һөйләмдән фразеологик берәмекте яҙып алығыҙ.

7. (3) тура телмәр һөйләмдең схемаһын төҙөгөҙ.

8. (1) һөйләмендәге тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатығыҙ.

9. Текстан парлау юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәрҙе яҙып алығыҙ.

10. (5) һөйләмдәге “туйғас” һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.

2-се эш биреме.

Икмәк ҡәҙере” темаһына 8-10 һөйләмдән торған бәләкәй генә текст яҙығыҙ.

В Башкирии могут ввести ЕГЭ по башкирскому языку

11 марта 2022, 08:04

С инициативой об изменении федерального закона о национальных языках выступили депутаты Курултая

В Башкирии могут ввести региональный государственный экзамен по родному языку и литературе, аналогичный с ЕГЭ. С такой законотворческой инициативой выступили депутаты Курултая.

В том случае, если данный закон примут, то оценка за экзамен будет учитываться при поступлении на те направления ВУЗов, где делается особый акцент на изучение родного языка и литературы. Очевидно, что речь здесь, в первую очередь, идёт об учителях родных языков. Также депутаты со своей инициативой предлагают дать исполнительным органам власти РФ возможность самостоятельно устанавливать порядок приема детей в учреждения с программами этнокультурного направления.

По мнению депутатов, внесение данных поправок даст школьникам возможность выбирать образовательные программы этнокультурного спектра, а также изучать родной язык и литературу целых 11 лет. Отмечается, что целью законопроекта является сохранение родных языков и национальной культуры народов страны.

Также в своем заявлении Константин Толкачев подчеркнул, что данную инициативу башкирских парламентариев уже поддержали в нескольких регионах.

Напомним, ранее сообщалось о том, что в одной из уфимских школ с учениками провели разъяснительную беседу на патриотическую тему. Основной темой данной беседы была военная спецоперация на территории Украины.

#Новости#Азамат Нухов#Общество

ЕГЭ по башкирскому языку и литературе хотят ввести в Башкирии

Фото: ИЗВЕСТИЯ/Дмитрий Коротаев

Читать iz.ru в

yandexzen

yandexnews

В Башкирии могут ввести региональный государственный экзамен по родному языку и литературе, аналогичный ЕГЭ. С такой инициативой выступили депутаты Курултая.

В том случае, если законопроект примут, то оценка за экзамен будет учитываться при поступлении на те направления вузов, где делается особый акцент на изучение родного языка и литературы. Также башкирские депутаты предлагают дать исполнительным органам власти РФ возможность самостоятельно устанавливать порядок приема детей в учреждения с программами этнокультурного направления, передает «МедиаКорСеть». Данную инициативу уже поддержали в нескольких регионах.

В феврале турецкое издание Karar опубликовало статью, в которой назвало 10 российских регионов автономными тюркскими республиками, не имеющими независимости. В этом списке оказались Татарстан, Башкирия, Чувашия, Тува, Якутия, Алтай, Кабардино-Балкария, Дагестан, Хакасия и Карачаево-Черкесия. При этом отмечается, что не во всех республиках представители тюркских народов составляют большинство.

Подпишитесь и получайте новости первыми

Башҡорт теленән имтихан 40 һорауҙан тора. 1-се өлөштә (А) 31 һорау бирелә. Һәр бер һорауға 4 төрлө яуап килтерелә. Шуларҙың береһе генә дөрөҫ. 
2-се өлөштә (В) 8 һорау бирелә. Уларға ҡыҫҡаса яуапты һандар һәм хәрефтәр тәртибендә бирергә кәрәк.
3-сө өлөштә бер эш бирелә – йөкмәткеһе буйынса ҙур булмаған инша яҙырға ҡушыла. Инша махсус бланкта яҙыла.
Яуаптарҙы асыҡ, матур яҙырға кәрәк. Имтихан һорауҙарына яуап биреү өсөн 3 сәғәт (180 мин.) ваҡыт бирелә. Ваҡытты дөрөҫ бүлергә кәрәк- А -31 — 45 минут, В -8 – 45 минут, С – 90 минут.
Дөрөҫ яуап ҡатмарлылығына ҡарап бер йәки бер-нисә балл менән баһалана. Бәтә эштәр өсөн ҡуйылған балдар ҡушыла. Күберәк һорауҙарға яуап биреп, күберәк балл йыйыу уҡыусының үҙенән тора.

                                                       1-СЕ ӨЛӨШ
А1– А31 эштәрҙе башҡарғанда 1-се һанлы яуаптар бланкыһында шаҡмаҡҡа һеҙ һайлап алған яуапҡа тап килгән һан эргәһенә “х” тамғаһын ҡуйығыҙ
А1
Иренләшкән ҡалын һуҙынҡынан башланған һүҙҙе билдәләгеҙ:
1) эңер 3) урам
2) өлгө 4) үлән
А2
Ҡыяр һүҙендә нисә тартынҡы, нисә һуҙынҡы өн бар?
1) 2 тартынҡы, 2 һуҙынҡы 
2) 3 тартынҡы, 2 һуҙынҡы 
3) 4 тартынҡы, 1 һуҙынҡы 
4) 2 тартынҡы, 3 һуҙынҡы 
А3
Күп мәғәнәле һүҙҙәр булған юлды табығыҙ:
1) донъя, ария, дәфтәр, кеше
2) ағас, йөрәк, эшләү, төн
3) баҫма, алма, гөлдәр, йәш 
4) алты, тәрән, һөйлә, ҡыяр
А4
Ҡайһы һүҙҙең ялғауы дөрөҫ яҙылмаған?
1) докторҙо 3) болотто
2) көндө 4) космосты 
А5
Әҙәби телдең дөрөҫ әйтелеш нормаларын ниндәй бүлек өйрәнә?
1) фонетика 3) орфоэпия
2) морфология 4) орфография
А6
Ҡайһы төркөмдәге һүҙҙәргә эпентеза күренеше хас?
1) эшләпә, ыстакан, ыҫмала 3) шиғри, шәхси, ғилми
2) байрам, ураҡ, скрипка 4) бүрәнә, кенәгә, көрпә 
А7
Ниндәй һүҙҙә баҫым тәүге ижеккә төшә?
1) ҡала 3) кемдең
2) ыласын 4) ағас
А8
Ниндәй һүҙ күсмә мәғәнәлә ҡулланылған?
1) йылдар аға 3) ҡош осто
2) электр уты 4) буш һауыт
А9
Килтерелгән өҙөктөң стилен билдәләгеҙ:
Юҡ, тамаҡ хәстәре түгел ине унда. Һыуынып бөткән элекке өңөнә ҡайтып ятыу менән, күңелен әллә ниндәй борсоу биләп ала. Тороп тирә-яҡты еҫкәп йөрөй ҙә тағы аҡһаҡлап сығып китә (Ә.Хәкимов)
1) публицистик стиль 3) фәнни стиль
2) матур әҙәбиәт стиле 4) йәнле һөйләү стиле
А10
Ҡайһы яуаптағы бөтә һүҙҙәр ҙә синонимдар?
1) биҙәнеү, төҙәнеү, яһаныу 3) көс, дарман, күндәм
2) артыу, күбәйеү, арыныу 4) ҡотҡарыу, ҡуҙғалыу, азат итеү
А11
Тел ғилеменең ниндәй бүлеге телдең һүҙлек байлығын, һүҙҙәрҙең аңлатҡан мәғәнәләрен, килеп сығышын өйрәнә?
1) морфология 3) лексикология 
2) стилистика 4) фонетика
А12
Егетлек бүрек кейеүҙә түгел (?) батырлыҡта һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйырға кәрәк?
1) өтөр 3) һыҙыҡ 
2) ике нөктә 4) нөктәле өтөр 
А13
Тарихи һүҙҙәр тип ниндәй һүҙҙәргә әйтәләр?
1) ысынбарлыҡта булған күренештәрҙең юғалыуына бәйле ҡулланыуҙан төшөп ҡалған һүҙҙәр 
2) иҫкергән, стилистик маҡсаттарҙа ҡулланыла торған һүҙҙәр 
3) махсус йүнәлеше сикләнгән бер генә мәғәнәгә ынтылышлы һүҙҙәр 
4) әҙәби телдә ҡабул ителмәгән һүҙҙәр
А14
Шатланыу мәғәнәһенә тура килгән фразеологизмды табығыҙ:
1) күҙ дүрт булыу 3) ут ҡабыу
2) түбә күккә тейеү 4) танау күтәреү 
А15
Һүҙҙең киҫәктәргә тарҡалмай торған үҙәге нисек атала?
1) нигеҙ һүҙ 3) яһаусы ялғау
2) үҙгәртеүсе ялғау 4) тамыр һүҙ
А16
Өн составы яғынан бер төрлө яңғыраһалар ҙа, мәғәнәләре, формаһы яғынан төрлө морфологик категорияларҙы белдергән һүҙҙәр омонимдарҙың ниндәй төрөнә ҡарай?
1) лексик омонимдар 3) омоформалар
2) омографтар 4) омофондар
А17
Түбәндәге һүҙбәйләнештә эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙгә ниндәй юл менән бәйләнгән? Ағайымдың китабы
1) башҡарылыу 3) һөйкәлеү 
2) йәнәшәлек 4) ярашыу 
А18
Яһаусы ялғау ҡабул иткән һүҙҙәрҙе билдәләгеҙ:
1) ағаймын, тауҙар, китабым 3) урмансы, йәшлек, алһыу
2) яҙһа, бармаҡсы, йыуын 4) эшләнем, яҙығыҙ, килгелә
А19
Аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнән?
Юл урман аша үтә. 
1) теркәүес 3) киҫәксә 
2) бәйләүес 4) мөнәсәбәт һүҙ
А20
Бирелгән өҙөктә ниндәй һүрәтләү сараһы ҡулланылған?
Елдәренә уның йүгән һалдыҡ,
Ҡырҙарында алтын үҫтерҙек (Р.Бикбаев)
1) метонимия 3) синекдоха 
2) метафора 4) йәнләндереү
А21
Ҡайһы һандың яҙылышы дөрөҫ түгел?
1) 1-се май 3) 17 -18 йәштәрҙә
2) XXI быуат 4) 4-ләп
А22
Һинән миңә килеп тә етте һөйләмендә аҫтына һыҙылған һүҙҙең ниндәй килештә торғанын билдәләгеҙ:
1) төп килештә 3) эйәлек килештә 
2) төбәү килештә 4) сығанаҡ килештә
А23
Ҡанаттарым булһа, осоп барып һине күрер инем һөйләмендә ҡылымдың ниндәй һөйкәлештә торғанын билдәләгеҙ:
1) хәбәр һөйкәлешендә 3) бойороҡ һөйкәлешендә 
2) шарт һөйкәлешендә 4) теләк-өндәү һөйкәлешендә
А24
Ниңә? Нилектән? һорауҙарына рәүештең ниндәй төркөмсәһе яуап бирә?
1) төп рәүеш 3) сәбәп-маҡсат рәүеше
2) күләм-дәрәжә рәүеше 4) оҡшашлыҡ рәүеше
А25
Инеш һүҙ ҡулланылған һөйләмде табығыҙ:
1) Шик юҡ, ул ҡыуышта ята (З.Биишева) 
2) Улар, бер-береһен аңлап, тиҙ килештеләр (Я.Хамматов) 
3) О, күҙҙәр, береһенән-береһе йылтыр, быҙырашып миңә ҡарайҙар (С.Агиш)
4) Алыҫта аҙашҡан өйрәк өҙөлөп ҡысҡыра, меҫкен (М.Кәрим)
А26
Иң ҙур аҡыл – илде ҙурлау (Р.Мифтахов) һөйләмендә ҡылымдың ниндәй төркөмсәгә ҡарағанлығын билдәләгеҙ:
1) исем ҡылым 3) уртаҡ ҡылым 
2) хәл ҡылым 4) сифат ҡылым
А27
Бөтәбеҙ ҙә уны яратабыҙ һөйләмендә уны һүҙе ниндәй һөйләм киҫәге булып килгән?
1) эйә 3) хәл
2) аныҡлаусы 4) тултырыусы
А28
Түбәндәге өҙөктә өтөр ни өсөн ҡулланылған?
Ел, ерәнем, егетеңде
Еткер ел етмәҫ ергә (Н.Иҙелбай)
1) өндәш һүҙ эргәһендә 3) айырымланған хәл әйтеме
2) инеш һүҙ эргәһендә 4) айырымланған өҫтәлмәлек 
А29
Түбәндәге сифаттарҙың яһалышын билдәләгеҙ:
аҡлы-ҡаралы, тәмле-татлы, иләҫ-миләҫ
1) парлы сифаттар 3) яһалма сифаттар
2) ҡабатлаулы сифаттар 4) бәйле сифаттар
А30
Бер составлы һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ:
Антты бирә лә бел, үтәй ҙә бел (Мәҡәл)
1) билдәле эйәле һөйләм 3) билдәһеҙ эйәле һөйләм
2) дөйөм эйәле һөйләм 4) эйәһеҙ һөйләм 
А31
Ҡушма һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ:
Оҙон ҡыш үтте, яҙ етте, мәктәптә йәйге каникул башланды (Я. Хамматов).
1) теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм 3) эйәртеүле ҡушма һөйләм
2) теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм 4) ҡатнаш ҡушма һөйләм

                                                     2-СЕ ӨЛӨШВ1-В8 эштәрен башҡарғанда 2-се һанлы яуаптар бланкыһында шаҡмаҡҡа ҡыҫҡаса яуапты һандар һәм хәрефтәр тәртибендә бирергә кәрәк.Тексты уҡығыҙ һәм В1-В4+ С1эштәрен башҡарығыҙ.(1) Бөйөк шәхестәр, аҡыл эйәләре туған телгә һәр саҡ ихтирам менән ҡараған, әсә теле байлығына һоҡланған, табынған. (2) Шул тел менән илебеҙҙең матди һәм рухи байлығын ишәйткәндәр. (3) Башҡорт теленең илаһи яңғырашына урыҫ мәғрифәтсеһе А.Г.Бессонов та һоҡланған. (4) “Башҡорт балалары үҙ туған телдәрен өйрәнһендәр ине, шул телдә аралашырға тартынмаһындар ине,- тип яҙып ҡалдырған. 
(5) Үҙ туған телендә белем алыу – кешегә бирелгән иң ҙур бәхеттер ул. (6) Халыҡтың йәшәү рәүешенең, мәҙәниәтенең гәүһәр ынйылары шул телдә туҙырылған. (7) Рухи хазиналарыбыҙ, халыҡ ижады булып, бөгөнгө көнгәсә килеп еткән.
(8) Туған тел – рух сығанағы. (9) Рух – ул кешене кеше итеүсе төшөнсә. (10) Әгәр әҙәм балаһының күңел донъяһында шул булмыш юҡ икән, ул рухи яҡтан ярлы. (11) Туған телдә ижад ителгән әҫәрҙәрҙе уҡып, әҙәпкә, әхлаҡҡа, ғөрөф-ғәҙәткә өйрәнәбеҙ. (12) Шулар аша кеше күңелендә рух та уяна. (13) Рух милли тойғоға бәйле. (14) Шуға күрә милли рух тигән төшөнсә тыуған.
(Р.Аҙнағоловтан)
В1
Бирелгән һүҙҙәрҙең яһалышы яғынан төрҙәрен билдәләгеҙ:
№ Һүҙҙәр Хәреф Төрҙәре
1 булмыш А тамыр
2 ғөрөф-ғәҙәт Б яһалма
3 башҡорт В парлы
4 халыҡ Г ҡушма
13-сө һөйләмдәге эйәрсән киҫәктәрҙе билдәләгеҙ:
В2
№ Һүҙҙәр Хәреф Һөйләм киҫәктәре
1 рух А аныҡлаусы
2 милли Б хәбәр
3 тойғоға В эйә
4 бәйле Г тултырыусы
В3
3-5-се һөйләмдәрҙән түбәндәге схемаға ярашлы һүҙҙе табығыҙ һәм номерын яҙығыҙ: тамыр һүҙ +күплек ялғауы + эйәлек заты ялғауы.
В4
5-8 –се һөйләмдәрҙән икеләнеү киҫәксәһе булған һөйләмде табығыҙ.
В5
Һуңғы абзацтан һөҙөмтә теркәүесле һөйләмде табығыҙ һәм номерын яҙығыҙ.
В6
6-10-сы һөйләмдәрҙән хәл әйтеме менән айырымланған һөйләмде табығыҙ.
В7
Текстан шарт һөйләмде табығыҙ һәм номерын яҙығыҙ.
В8
10-14-се һөйләмдәрҙән билдәле эйәле һөйләмде табығыҙ.

3-СӨ ӨЛӨШ
С1(инша) эшен башҡарғанда 2 –се һанлы яуаптар бланкыһында үтәргә кәрәк
С1
Тексты уҡып сыҡҡандан һуң, текст буйынса инша яҙығыҙ. Автор тарафынан күтәрелãән бер прîблемаға аңлатма бирегеҙ (текстан күпләп цитата ҡулланмағыҙ).
Автор ҡарашына аңлатма бирегеҙ. Уның ҡарашы менән килешеүегеҙ, килешмәүегеҙҙе яҙығыҙ. Ни өсөн? Үҙ яуабығыҙҙы тормоштан йә китаптан уҡып алған тәжрибә менән дәлилләгеҙ. 
Инша күләме – 150 һүҙҙән әҙерәк булмаһын.
Уҡылған тексҡа нигеҙләнмәйенсә яҙылған эш баһаланмай. 
Әгәр инша тәҡдим ителгән тексты һөйләп биреүгә йә текст аңлатма бирелмәй генә күсереп яҙылһа, ундай эш ноль балл менән баһалана. 
Иншаны таҙа, аңлайышлы почерк менән яҙығыҙ.

  • Войти

  1. Сведения об образовательной организации
  2. Образование
  3. Демоверсии КИМ

Like this post? Please share to your friends:
  • Решу егэ банковская система задания
  • Решу егэ банк заданий профильная математика
  • Решу егэ баллы за каждое задание общество
  • Решу егэ байолоджи
  • Решу егэ базовый геометрия