I live in the city of Ufa. Jalandhar city — the capital of Bashkortostan. Bashkortostan is rich and beautiful land. There are a lot of towns, villages, rivers, lakes, gardens, fields and forests. We live in the forests of different animals: foxes, hares, squirrels, can meet moose, wolves and bears. Our land is rich in oil, gas and other mineral resources.
On the high bank of the Belaya River is a monument to Salavat Yulaev — folk hero. He seemed to welcome visitors who come to us in Ufa. In our country built many new houses, palaces and playgrounds. Every day my city becomes more and more beautiful.
-
Комментариев (0)
Башҡортостан –
ожмах иле.
Башҡортостан – минең тыуған республикам. Мин уның менән
ысын күңелдән ғорурланам. Башҡортостан үҙенең ҡосағына
ниндәй генә милләтте һыйҙырмаған – башҡорт, татар, рус, сыуаш һ.б. Улар бөтәһе
лә үҙ-ара татыу йәшәй. Республикамда һәр бер ҡала, һәр бер район үҙенең халҡы,
тәбиғәте менән дан тота. Әйтәйек, Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы,
Стәрлетамаҡ – шихандары, Бөрйән – Шүлгәнташ мәмерйәһе, Әбйәлил тәрән күлдәре
менән бөтә илгә билдәле. Ә беҙҙең
Салауат ҡалаһы үҙенең эшсән, талантлы халҡы менән башҡаларҙан
айырылып тора. Республикабыҙҙа йылҡысылыҡ, умартасылыҡ, игенселек,
урмансылыҡ, һунарсылыҡ алға киткән. Тыуған яғымдың тәбиғәте
һәр бер кешене үҙенә ылыҡтырып, ымһындырып саҡырып тора. Юҡҡа ғына
Башҡортостанды икенсе Швейцария тип атамайҙар. Ошондай мөғжизәле ожмахтай ерҙә
йәшәүем менән мин бик бәхетлемен.
“Башҡортостан картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына,
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына!”
Тыуған Башҡортостанымды бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим
ҡайын япрағы менән тиңләй. Ҡайын япрағындай ғына булһа ла, минең республикам
бик ҙур. Башҡортостан үҙенең ғорур тауҙары, тәрән йылғалары, таҙа күлдәре менән данлы.
Ҡурай моңо, хуш еҫле балы тик минең тыуған
яғымда ғына бар. Ҡуйы урмандары, борма-борма ағып ятҡан йылғалары, ҡая өҫтөндә
таш араһында үҫкән ҡарағайҙары менән һәр кемде хайран ҡалдыра. Минең
республикамда эшһөйәр, ярҙамсыл халыҡ йәшәй. Мин дә Башҡортостандың үҫешенә үҙ
өлөшөмдө яҡшы уҡыуым менән индерәм. Сөнки республикамдың киләсәге беҙҙең
ҡулдарҙа.
Башҡортостандың
тәбиғәте.
Һәр кемгә ғәзиз, яҡын тыуған ил берәү генә була. Башҡортостан–минең
илем. Бында тыуҙым, үҫтем, йәшәйем һәм бының менән сикһеҙ ғорурланам. Сөнки
тыуған яғыбыҙ тәбиғәтенең байлығы, матурлығы, ғорур тау-ҡаялары,
йылға-күлдәренең күплеге, һыуҙарының муллығы һоҡланғыс! Башҡортостандың
тәбиғәте үҙе бер мөғжизә. Бында мәғрүр ҡаялар, бейек тауҙар менән бер рәттән
сикһеҙ далаларҙы ла осратырға мөмкин. Тыуған илемдең үҫемлектәр һәм хайуандар
донъяһы ла бай һәм күп төрлө. Башҡортостан –бәрәкәтле ер. Башҡорт балы һәм
шифалы ҡымыҙының даны башҡа илдәргә лә таралған. Мин шундай республикала
йәшәүемә бик шатмын.
Тыуған илем – Башҡортостан!
Мин донъяның иң йәмле ерендә – Башҡортостан Республикаһында тыуғанмын. Республикам тураһында нимәләр әйтеп була һуң? Нимә әйтһәң дә, аҙ булыр кеүек. Башҡортостаным минең балға, ҡымыҙға, нефткә, күренекле шәхестәргә бай. Салауат Юлаев, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева… һәм башҡалар, былар барыһы ла республикамдың ғорурлығы.
Ә тәбиғәте ниндәй уның! Ҡуйы—ҡуйы урмандары, киң болондары, таҙа һыулы шишмәләре, йылғалары, күлдәре… Ап—аҡ ҡайынлы урмандары бәшмәккә, тәмле еләккә бай. Унда ниндәй генә хайуандар юҡ: айыу, төлкө, ҡуян һәм башҡалар. Туғайҙарҙа сәскәләрҙең тәмле еҫенән баш әйләнә. Бында һәр йыл миҙгеле лә үҙенсә матур. Башҡа ерҙә бындай гүзәл тәбиғәт юҡтыр. Был матурлыҡҡа бейеккә менеп ҡараһаң, иҫең китер…
Республикала төрлө милләтле халыҡ йәшәй: башҡорт, татар, рус, удмурт һәм башҡалар. Төрлө милләтле булһа ла, бындағы халыҡ бер төрлө – ҡунаҡсыл.
Беҙҙең республикала бик күп бейек өйҙәр төҙөлә, балалар өсөн күп эш эшләнә. Йыл һайын Башҡортостан үҙгәрә, матурлана, байый. Мин үҙемдең тыуған илем менән ғорурланам. Үҫкәс, республикамдың уңышлы кешеһе булырмын, тип уйлайым, тыуған илемә тик файҙа ғына килтерергә теләйем.
Тыуған яғым — Башҡортостан!
Мин Башҡортостанда йәшәйем. Тыуған яғым күңелемә яҡын һәм мин уны яратам. Минең өләсәй менән олатай Бишбүләк районында йәшәйҙәр. Йәй көндәрендә мин уларҙа ял иттем. Уларҙың ауылы аша Дим йылғаһы аға. Ул бик һалҡын. Ауылыбыҙҙы бик күп тауҙар уратып алған. Тауҙар итәгендә тәмле еләктәр үҫә.Өләсәй менән икәүләп еләккә йөрөп, телде йоторлоҡ ҡайнатмалар әҙерләп ҡуйҙыҡ. Олатай беҙҙең бик эшсән, тырыш. Ҙур хужалыҡтарын ҡарарға ярҙам итергә тырышам. Иртән Бөйрәкәйҙе көтөүгә оҙатып ингәс, ҡаҙҙарҙы, тауыҡтарҙы ашатырға ашығабыҙ. Ысыҡ кибеү менән баҫыуға төшөп ҡуяндарға йәшел үлән алып ҡайтабыҙ. Рәхмәттәрен әйтә—әйтә һыйланалар йомшаҡтарым. Мәшәҡәттәр менән ваҡыт үтә лә китә. Төштән һуң ҡыҙҙарҙы эйәртеп һыу инергә барабыҙ, ҡыҙынабыҙ. Кисен өләсәйем миңә йылы һөт бирә, уның ниндәй файҙалы икәнен белмәгән кеше юҡтыр.
Ауылда умарта ла бар. Олатай күстәнәскә һәр йәй йүкә балын биреп ебәрә. Ҡалала әсәйҙәрем менән сәй эскәндә ауылымды һағынып иҫкә алам.
Минең Башҡортостаным!
Минең тыуған илем – Башҡортостан. Мин бының менән ғорурланам!
Башҡорттар ғәҙел, һәйбәт кешеләр, улар тәбиғәтте, йәнлектәрҙе яраталар. Матур итеп башҡорт телендә һөйләшәләр, мин был телде мәктәптә яратып өйрәнәм.
Ләкин мин аңламайым: ни өсөн минең ҙур матур республикам картала бәләкәй генә нөктә булып күренә?
Әле миңә 9 йәш. Мин ғаиләм менән төрлө ҡалаларҙа, төрлө төбәктәрҙә булырға яратам. Тәбиғәттең матурлығын тойоп йәшәйем. Республикам үҙенең йылғалары, күлдәре, ауылдары, баҡсалары, ҡырҙары, урмандары менән данлана.
Беҙҙе бөтәбеҙҙе лә Башҡортостан берләштерә. Тыуған төйәгем тәбиғәт тауышы менән йырлай, башҡорт халҡы үҙенең яңғырауыҡлы тауышы менән, ә мин – Башҡортостанымды йырлайым! Тәбиғәтен, ҡурайын, Салауатын…
Сочинение про уфу на башкирском с переводом
Ответы на вопрос
I live in the city of Ufa. Jalandhar city — the capital of Bashkortostan. Bashkortostan is rich and beautiful land. There are a lot of towns, villages, rivers, lakes, gardens, fields and forests. We live in the forests of different animals: foxes, hares, squirrels, can meet moose, wolves and bears. Our land is rich in oil, gas and other mineral resources.
On the high bank of the Belaya River is a monument to Salavat Yulaev — folk hero. He seemed to welcome visitors who come to us in Ufa. In our country built many new houses, palaces and playgrounds. Every day my city becomes more and more beautiful.
Последние заданные вопросы в категории Русский язык
Ответов: 1
Ответов: 1
Ответов: 1