Сочинение про урала батыра на башкирском языке

        Венгр ғалимы Йософ Торма бер осрашыуҙа былай тип әйткән: «Һеҙ — башҡорт халҡы, бик бәхетле халыҡ, сөнки һеҙҙең милли эпосығыҙ „Урал батыр“ бар».

Ысынлап та, «Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған. Урал батыр эпосы төрлө йылдарҙа рус,инглиз,немец,венгр,төрөк,фин,абхаз,әзербайжан телдәренә тәржемә ителеп баҫтырылған.      

  Эпос өс өлөштән, туғыҙ бүлектән тора.   Тәү кешеләр — Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгән, артабан Урал һәм Шүлгәндән тыуған тоҡомдоң тормош юлын тасуирлап, кешелектең мәңгелек булыуын иҫбатлай. Яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшен, яуызлыҡҡа ер йөҙөндә урын юҡлығын һәм уның еңелеүен  иҫбат итә. Башҡорттарҙың төйәге булған Уралтауҙың  ҡайҙан барлыҡҡа килеүен һөйләй.

      Мин бер нисә йыл рәттән   ҡала кимәлендә  үткәрелгән «Урал батыр» йәш сәсәндәр конкурсында ҡатнаштым. 2015-2016 уҡыу йылында  ҡалала беренселекте алғас,  зональ һайлап алыу турында  Туймазы ҡалаһында сығыш яһаным.  Эпосты ятлау менән генә туҡталып ҡалмай, уны ныҡлап өйрәнергә теләгем тыуҙы. Был эпос – башҡорт халҡының паспорты. Төрлө сәбәптәр арҡаһында һүнеп, юғалып бөтә яҙған был мәшһүр милли ҡаҙаныш халҡына яңынан ҡайта башланы. Ошо айҡанлы байтаҡ саралар үткәрелә. Республика кимәлендә эпосты төрлө телдәрҙә яттан һөйләүселәр конкурстары, 2014 йылда режиссер Илмар Әлмөхәмәтов төшөргән “Урал батыр” фильмы юғары баһа алды.    

      Мин халҡыбыҙҙың йолаларын, ауыҙ-тел ижадын, башҡорт мәҙәниәтен, тарихын, эпостың телен өйрәндем. Был эпосты өйрәнеү уҡыусыларҙа башҡорт халҡының тарихын, тәүтормошон өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, тел – стиль үҙенсәлектәре һүҙлек запасын байыта. Эпостың художество үҙенсәлектәре Әҫәрҙең йөкмәткеһен асыуҙа тел-һүрәтләү сараларының роле ҙур. Халыҡтың тел байлығы иҫ китерлек, әммә ул «үҙенән-үҙе генә матур түгел, ә үҙе сағылдырған образға  ярашлы булған өсөн матур».  

Конкурс на лучшее эссе-сочинение

«Башкирский народный эпос «Урал-Батыр»

Выполнил:учащаяся  9 класа МБОУ СОШ № 12

Фархутдинова Карина

Учитель:Харисова Гульнара Марсовна

Башҡорт халыҡ эпосы ”Урал батыр”

эссе-инша конкурсы

         

Үтәне: “12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе”

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының

9класс уҡыусыһы Фәрхетдинова Карина

Уҡытыусы:Харисова Гөлнара Марс ҡыҙы

«УРАЛ БАТЫР»
ҺИҢӘ НИСӘ
ЙӘ
Ш?

Борон-борон
борондан,

Кеше-маҙар
килм
әгән,

Килеп аяҡ баҫмаған,

Ул тирәлә
ҡ
оро
ер

Барлығын һис
кем белм
әгән

Дүрт яғын
ди
ңгеҙ
урат
ҡан,

Булған,
ти, бер урын.

Ниндәй дәүер
тура
һында
һүҙ
бара бында?  Нинд
әй осор?  ҡайһы ваҡыт?

Кешелектең яҙма
тарихы барлы
ҡҡа
килг
әнгә
тиклем телд
ән-телгә күсә
килг
ән
ауы
ҙ-тел
ижады халы
ҡтарҙың
ҡ
айҙа,
ни шарттар
ҙа йәшәүе
тура
һында
һөйләй.
Шумер
ҙарҙың
«Гилг
әмеш»,
ҡырғыҙҙарҙың
«Манас»,
баш
ҡорттарҙың
«Урал батыр» эпосы донъяла и
ң боронғоларҙан һанала.
Борон
ғо,
тибе
ҙ,…ә күпмегә
борон
ғо һуң?
«Урал батыр»
һәм
«Гилг
әмеш»
эпостарынан урта
ҡ тамырҙары
э
ҙләп ҡарайыҡ
Быуындан-быуын
ға күсеп,
быуаттар, т
өрлө
тарихи ва
ҡиғалар
аша килеп етк
ән
был борон
ғо әҫәрҙәрҙең
оҡшашлыҡтары
тура
һында
булыр
һүҙем.

Уйлай-уйлай,
уйылыр
һың

2010
йылды
ң йәй айҙарында
«Х
өсәйениә» мәҙрәсәһе
шәкерте
М
өхәмәтша
Буран
ғолов
Бөрйән ырыуы яҡтарында
йөрөгәндә
Үрге
Эт
ҡол
ауылында й
әшәгән Хәмит
с
әсән Әлмөхәмәтов һәм Ғәбит
с
әсән Арғынбаевтан
«Урал батыр» эпосын
яҙып ала.

«Тарихтың шаһиты әҙәм
бала
һы ғына
т
үгел,
өнһөҙ
тау-таш булыуы ла м
өмкин»,-тигән
фекер
ҙә йәшәй
халы
ҡ
теленд
ә. Хаҡ
һүҙҙә
р! 
«Гилг
әмеш»
поэма
һы
кешелекк
ә
билд
әле
бул
ған иң тәүге
 дәүләт-Шумер
д
әүләтендә
барлы
ҡҡа
килг
ән.
Бе
ҙҙең эраға
тиклем
үк өс мең
йыллыҡ тарихы бул
ған әҫәр бөгөнгө
көнгә
балсы
ҡ
таблицалар
форма
һында
килеп етк
ән.

Шулай
итеп, Уралды
ң атаһы Йәнбирҙе-йән
бире
үсе,
ә
сәһе Йәнбикә.
Гилг
әмештең атаһы- юғары
жрец,
әсәһе Хоҙайбикә
Нинсун.

Урал
й
әншишмәне эҙләп, үлемде
ю
ҡ
итер
өсөн
донъя ги
ҙеп
сы
ғып
кит
һә,
шумер батша
һы
Гилг
әмеш
кешег
ә мәңгелек
й
әшлек
б
үләк
ите
ү
һә
ләтенә эйә булған
серле
үләнде
э
ҙләй.
Баш
ҡорт
батыры бер уртлам тере
һыу менән
тереклекте й
әшәртә, йәшәтә.
Гилг
әмеш
к
үп һынауҙар үтеп
серле
үләнде
таба.

Сағыштырыу
ө
сөн:
Хо
ҙайбикә
Иштар, Гилг
әмештең
матурлы
ғына,батырлығына
ғ
ашиҡ
булып,
үҙенә
тормош ипт
әше
булыр
ға тәдим
я
һай,
Гилг
әмеш
кире
ҡаға.
Урал
ға ла
ошондай т
әҡдим
я
һап, Ҡатил
батша
ҡыҙы
алма тоттороп кит
ә. Батыр ҙа тәүҙә
ҡ
ыҙҙың тәҡдимен
кире
ҡаға.

 Асыуы
ҡабарған
Иштар Гилг
әмеште
ю
ҡ
итер
өсөн Күк үгеҙен-Буғаны
са
ҡыртып
ала. Ти
ңһеҙ
алышта
үгеҙ еңелә.

“Урал
батыр” эпосында:

Урал батыр
үгеҙҙ
е

Мөгөҙөнән
алғ
ан,
ти.

Ысҡыналмай Уралдан,

Тубығынан батҡан,ти

Ауыҙынан
үгеҙҙең ,

Ҡапара
ҡ
ан аҡҡан,
ти,

Өҫкө
теше
тө
шкән,
ти,

Үгеҙ
хәлһеҙләнгән,
ти,

Сәсәп,
ә
лһерәгән,
ти,

тигән юлдар
бар.

 Хәл-ваҡиғалар
к
үк йөҙөнә күсә.
Шумер
ҙар ергә
Буға төшкән 
йондо
ҙҙар төркөмлөгөн Буға
йондо
ҙлоғо,
тип атай.

 Ҡояш ҡыҙы Һомай
Урал
ға
ила
һи, иҫ
киткес матур к
үк
аты-   А
ҡбуҙатты
б
үләк итә:

Ҡарсығы түш,
тар бөйөр,

Еңел,
текә
тояҡлы,

Ҡуян күҙле,
баҡ
ыр күҙ,

Ҡыҫыр йылан тамаҡлы,

Урайы ҡуш,
яңағы ас,

Муйындары
бер ҡ
олас,

Ҡыйғыр,
бө
ркөт
ҡабаҡ
лы,

Хайран итер,
уйлатыр,-

Бына шундай
Аҡ
буҙ
ул.

 Икенсе
йы
һан
аты-
Һарат
(
Һарысай).
Ул ай
ҙың
аты. Ай уны Ай
һылыу
исемле
ҡыҙына
б
үләк итә. Айһылыу
Һаратты
Ш
үлгәндән
тыу
ған
улы
Һаҡмарға
бир
ә. Аҡбуҙат
мен
ән Һарат
Б
әләкәй
Айыу йондо
ҙлоғондағы
ике йондо
ҙға әүерелеп,
шунда торалар. 

Әҫәрҙе ғилми
я
ҡтан өйрәнеүсе ҡайһы
бер
ғалимдар
«Урал батыр» эпосында
ғы геройҙар күбеһе
йондо
ҙҙар
мен
ән бәйле,
тип таба. М
әҫәлән, Аҡбуҙаттың Сириус
йондо
ҙлоғонан,
З
әрҡүмдең Арыҫлан
йондо
ҙлоғонан,
Ай
һылыуҙың Зөһрә
йондоҙонан,
А
ҡ
һ
аҡаллы
ҡарттың Уҡсы
йондо
ҙлоғонан,
Ҡәһҡәһәнең
ҡ
ош
юлынан  булыуын билд
әләйҙәр. Ә
«Гилг
әмеш»
эпосында Бу
ға
йондо
ҙлоғонан
үгеҙ төшә, Хоҙайбикә
Иштар З
өһрә
йондоҙонда
й
әшәй, Хоҙайбикә
Шамаш
ҡояшта
тора.

Урал Әзрәҡәнең кәүҙәһен
турап
ҡоро
ер барлы
ҡҡа
килтер
ә.                             

Әзрәҡәне
өҙә
сапҡан да,

Тураҡлаған,
онтаған,

Имәнес
ҙ
ур кәүҙәһе,

           
Һ
ыуҙы урталай бүлгән,

 Халыҡҡа менеп
йө
рөргә,

Йәйрәп хәл йыйырға

    Ҙур бер яман тау булған,

тип
ә
йтелә.

Ерҙең
барлы
ҡҡа
киле
үе
тура
һында
борон
ғо
аккад мифында вавилон хо
ҙайы Мардук
Тиаматты
ң
гигант к
әүҙәһен
урта
ға
ярып, ер,
һауаны
барлы
ҡҡа
килтер
ә.

Башҡорт эпосында Урал улдары
Иҙ
ел,
Яйыҡ,
Нөгөш,
Һ
аҡмар булат
ҡ
ылыс менән сабып дүрт башҡорт йылғаһына
ғү
мер бирә:

Дүрт йылғаны буйлатып,

Торлаҡ ҡороп,
таралып,

Айырым донъя
ҡ
орғандар.

Дүрт батырҙың
исеме

Дүрт йылғаға ат булған.

 Башҡорт мифологияһының
кире геройҙары
Зә
рҡүм менән Шүлгән 
ысынбарлыҡ
та Шумер дәүләте батшаһы булалар.
Шү
лгән батшалыҡ
иткә
н осорҙа бөтә
дәүләт
территория
һында 
һыу йөрөтөр
каналдар төҙөлә.

 “Урал
батыр” эпосында Шүлгән Уралдың ағаһы, әҫәр Бөрйән ырыуы ерендә яҙып алына.
Шумерҙа Шүлгән, атаһы үлгәс, беҙҙең эраға тиклем, 2093-2046  йылдарҙа батшалыҡ итә,
унан Бөрйән исемле ул тыуа. Табылған балсыҡ таблицаларҙа ҡаҙылма Ашшура ҡалаһы
хужаһы Зәрҡүм үҙен “Бөрйәндең ҡоломон”, тип атай.

Ике
т
өрлө
халы
ҡ тыуҙырған
борон
ғо әҫәрҙәрҙең
урта
ҡ яҡтары
бихисап. Был Уралда
ғы башҡорттар
мен
ән
борон
ғо
Шумер д
әүләте
ер
ҙәрендә йәшәгән
Месопотамия
ҡордтары
ара
һындағы ҡәрҙәшлекте
и
ҫбатлай.
Тарихи ш
әхес-Шүлгән 4
ме
ң йыл
элек й
әшәгән. Юғарыла
к
үрһәтелгәндәр
баш
ҡорт
хал
ҡының, ул
тыу
ҙырған әҫәрҙең
борон
ғолоғон
ра
ҫлай!

Башҡорттоң фәҡәт үҙе
тура
һында
бул
ған
оло т
әғлимәт, ҡағиҙә,
йола, бурыс,
әхлаҡ,
тел тамыры, д
әүләт
идара
һы,
конституция, рух
һуты булған
«Урал батыр» —
һиңә нисә йәш!?

Просмотр содержимого документа

«Эссе-сочинение «Урал батыр -мой герой»»

Урал батыр –минең геройым. Олоно оло итегеҙ,- Кәңәш алып йөрогөҙ, Кесене кесе итегеҙ,- Кәңәш биреп йөрөгөҙ. (« Урал батыр » ) Башҡорт халыҡ эпостарының иң ҙуры һәм иң күренеклеһе – « Урал батыр» ҡобайыры. Ҡобайырҙың үҙәгендә кешене тәбиғәттең иң көслө бөйөк заты, төрлө яуыз көстәрҙе еңеп сығыр,донъяла ғәҙеллек, ирек, иркенлек урынлаштыра торған ҡеүәт эйәһе итеп күреү тора. Был идея әҫәрҙә Урал батыр образында асыҡ сағыла. Ул үҙ эшенең төп маҡсаты тураһында былай ти: Атым Урал булғанда, Затым кешенән булып, Был донъяға тыуғанда, Кешегә ярҙам итермен, Илемде ирекле итермен, Кешегә ярҙам итермен, Барын тар- мар итермен. « Урал батыр » ҡобайыры баштан аҙаҡҡа тиклем кешенең яҡшы эштәрен маҡтай, батырлығын данлай, яуыздарҙың уйҙарын ҡәһәрләй, уларға ҡаршы көрәшергә өндәй. Урал батыр образы яҡшылыҡтың бер өлгөһө итеп күрһәтелә, ағаһы Шүлгән яманлыҡтың ғибрәтле бер һыны итеп бирелә. Урал ата-әсә һүҙен тота, үҙендә тик яҡшылыҡ ҡына тәрбиәләй, ә ағаһы Шүлгән үҙ һүҙле, тиҫкәре булып яуыз көстәр менән дуҫлаша. Был ҡобайырҙа халыҡ Урал батыр образында үҙенең идеал батырын күрергә теләй. Урал- физик яҡтан бик көслө ҡаһарман. Уның көсөнә бер ниндәй аждаһалар ҙа, дейеүҙәр ҙә ҡаршы тора алмай. Ул ата –әсәһен тыңлай, ололарҙың, аҡһаҡалдарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һала. Урал батыр ғәҙеллекте, хаҡлыҡты яҡлай. Батыр кешеләргә ирек, бәхет, үлемһеҙлек килтерә. Ер –һыуҙың , кешеләрҙең үлемһеҙлеге өсөн үҙен ҡорбан итеп, тереклек һыуын тирә – йүнгә бөркә. Уның бөтә эше, тырышлығы, батырлығы кешеләргә яҡшылыҡ, изгелек эшләргә арналған. Кешеләрҙе ирекле, шат, бәхетле итеү-уның төп маҡсаты. Барығыҙға шуны әйтәм: Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ, Яманға юл ҡуймағыҙ, Яҡшынан баш тартмағы!- ти ул. Урал батыр образына ана шундай иң яҡшы сифаттар – көс –ҡеуәт, аҡыллылыҡ, батырлыҡ, яҡшылыҡ, ғәҙеллек,дөрөҫлөк тупланыуы менән ул идеал образ дәрәжәһенә күтәрелә. Ошондай образдар аша халыҡ үҙенең ир-егеттәрен батыр, намыҫлы , ил һөйәр итеп тәрбиәләргә теләй. Урал батыр- минең яратҡан геройым. Миңә лә уның тәүәкәллеге, батырлығы оҡшай. Мин дә уның һымаҡ көслө, аҡыллы булып халҡымдың бәхете, киләсәге өсөн көрәшер инем. Илебеҙгә-Башҡортостаныбыҙға Урал батыр кеүек уландар бик кәрәк әле. Республикабыҙҙы артабан үҫтерер өсөн көслө рухлы, телем, ерем, илем тип яныусылар, уны һаҡлаусылар,Урал батыр һымаҡтар кәрәк. « Урал батыр » ҡобайырына 4 мең йыл үтһә лә ул үҙенең актуаллеген юғалтмай. Бөгөнгө көндә лә йәш быуынды тәрбиәләүҙә был эпос ҙур урын алып тора. Йәштәрҙе, уҡыусыларҙы тик яҡшылыҡҡа, ғәҙеллеккә генә өйрәтә.

Голос курултая

Донъя мифик ҡомартҡылары рәтендә «Урал батыр» эпосы

25 июля 2020, 16:31

“Урал батыр” – донъя халыҡтарының эпик ҡомартҡылары араһында иң
күренекле урындарҙың береһен биләгән әҫәр. Ул бик боронғо замандарҙа
телдән ижад ителеп, быуындан быуынға сәсәндәр тарафынан тапшырыла
килгән. Был ҡомартҡы – тиҫтәләгән башҡорт эпостары араһында иң ҙур
күләмлеләренең беоеһе – 4500–ҙән ашыу шиғри һәм 20–гә яҡын сәсмә юлды
тәшкил итә. 1910 йылда егерме ике йәшлек Мөхәмәтша Буранғолов уны хәҙерге
Баймаҡ районының Иҙрис һәм Бәләкәй Этҡол ауылдарында йәшәгән сәсәндәр
Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып ала. Аҙаҡ ул, баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡыға юлыҡҡанын аңлап, ҡыуанысынан сәсәндәргә
үҙенең менеп йөрөгән атын бүләк итеп китә [Баһуманов, 2000].

Ҡобайыр үлсәмендәге был эпостың теле халҡыбыҙҙың һәм боронғо һүҙ
оҫталарының йәнле һөйләү теленә ҡоролған, шуға күрә лә ул ябай, аңлайышлы,
ятлауға еңел. Әммә ошо ябай тел менән беҙҙең заман кешеләре өсөн бик үк
таныш булмаған ҡатмарлы, тиҙ генә һүтеп сыҡҡыһыҙ кинәйәле мәғәнәле, тәрән
фәлсәфәле күренештәр, хәл–ваҡиғалар, образдар кәүҙәләндерелгән. “Урал
батыр”ҙа бер нисә оло дәүерҙе үҙ эсенә алған бик оҙайлы ваҡыт сағылдырылған.
Бындай әҫәрҙе бер генә быуын кешеһе сығара алмай, уны ижад итеүҙә бер нисә
быуын һүҙ оҫталары ҡатнашҡан. Шуғалыр ҙа, эпостың бер нисә ҡатламдан
тороуын күреп була.

“Урал батыр”ҙың йөкмәткеһе, ысынлап та, ниндәй геройҙарҙың, образдарҙың хәрәкәт итеүенә, ҡайһы ваҡыт тураһында һүҙ барыуына ҡарап, кәм тигәндә өс ҙур ҡатламды тәшкил итә

Беренсеһендә, “борон–борон заманда, кеше маҙар килмәгән, килеп аяҡ
баҫмаған, ул тирәлә ҡоро ер барлығын һис кем белмәгән” [Башҡорт халыҡ
ижады, 1998: 27] ваҡытта, дүрт яғын диңгеҙ уратып алған бер ерҙә Йәнбирҙе
менән Йәнбикә генә йәшәгән. Тора–бара уларҙың Шүлгән һәм Урал исемле ике
улы тыуған. Улар бүтән кешеләрҙе күрмәй, дүртәү генә көн иткән. Был
дәүерҙең бик боронғо икәнлеген әҫәрҙәге күп кенә эпизодтарҙан, күренештәрҙән
аңлап була. Мәҫәлән, Йәнбирҙенең ғаиләһе тәбиғәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө
рәүешендә тереклек иткән: хәҙерге кешеләр һымаҡ йорт һалып донъя көтмәгән;
ут яғыуҙы, ашарға бешереүҙе, ҡорал тотоуҙы кәрәк тип тапмаған, йәнлектәрҙе
ҡулға эйәләштермәгән, ә ҡырағай ҡош–ҡорт менән һөйләшеп, бергә көн күргән:
арыҫлан менеп, шонҡар менән һунар иткән, балыҡты уларға суртан тотоп,
ҡанды һөлөк һурып биргән. Улар хатта ауырыуҙың, үлемдең барлығын да
белмәгән.

Ваҡыттар үтеү менән, был ғаиләнең аңына, тормошона үҙгәрештәр инә
башлай. Ир менән ҡатын улдарына ҡан эсеүҙе тыя. Ер йөҙөндә тереклек
итеүселәр араһында үлем барлығын белеп, уның менән ҡыҙыҡһыналар, үлемдең
сәбәптәрен эҙләйҙәр, был хаҡта ҡоштарҙан һорап ҡарайҙар. Дейеү–батша
ерендә Йәншишмә барлығын, уның һыуын эскән кеше мәңге үлмәй йәшәй ала
икәнлеген ишетәләр. Бер көн дүртәүләп һунарҙан бүтән ҡоштар менән бергә
бер аҡҡош та тотоп алып ҡайталар. Ул ҡоштар батшаһы Самрауҙың аҡҡош
ҡиәфәтенә ингән Һомай исемле ҡыҙы булған икән. Һомай Йәншишмәгә юлды
белгән. Шүлгән Һомай ҡошто ашау яғында, Урал уны ҡотҡарыу яғында булып
бәхәсләшкән арала, өс аҡҡош килеп, Һомайҙы күтәреп алып китә. Йәнбирҙе
улдарына ҡоштар осҡан яҡҡа эйәреп барып, Йәншишмәне табырға, әгәр юлда
үлем осраһа, уның башын ҡырҡып алып ҡайтырға ҡуша.

Урал менән Шүлгәнгә
юлда бер ҡарт тап булып, юл өйрәтә. Һулға китһәң, йәнлектәр бер–береһенә
яҡшылыҡ ҡылып, рәхәт көн күргән ил бар. Уң яҡтағыһы – барыһы “ҡайғы–
этлек күреүсе, ҡанлы йәшен түгеүсе Ҡатил батша иле” икән [Башҡорт халыҡ
ижады, 1998: 40]. Малайҙар шыбаға тотошалар. Һулға китеү Уралға сыҡһа ла,
Шүлгән, талашып, был юлды үҙенә һайлай; Урал уң яҡҡа китә.

Урал менән Шүлгәндең ошо илдәрҙә булыуы, яңынан ҡабат–ҡабат
осрашыуҙары – икенсе ҡатлам. Ул эпоста иң оҙайлы дәүерҙе үҙ эсенә ала.
Ваҡыттың нисек үткәнен күҙ алдына баҫтырыу өсөн бер генә эпизодты алып
ҡарайыҡ. Урал дейеүҙәр менән аҙаҡҡы тапҡыр һуғыша башлағанда яңы тыуған
балалар, алыш тамамланыуға, ат менерҙәй ир булған.
Был өлөштә Урал батырҙың изге эштәре, яуыз көстәргә – дейеүҙәргә,
аждаһаларға, ер–пәрейҙәргә ҡаршы, хатта дошмандар яғына сыҡҡан үҙенең бер
туған ағаһы Шүлгәнгә ҡаршы көрәше, йән эйәләрен күп бәләләрҙән ҡотҡарыуы
ентекле тасуирлана. Һөҙөмтәлә, Урал батырҙың дошмандары тамам еңелә,
үлгән дейеүҙәрҙең, аждаһаларҙың һөйәктәренән тау барлыҡҡа килгән, уны хәҙер
Ямантау тип йөрөтәләр икән.

Донъяға үлем килтерерҙәй барлыҡ яуыз көстәрҙе
ҡыйратҡас, Урал батыр кешеләрҙе мәңге үлемһеҙ итеү өсөн Йәншишмәнең бөтә
һыуын һоҫоп алып, уларға бирмәк була. Ошо ваҡытта уға ҡасандыр Йәншишмә
һыуын эсеп, үлә алмай интегеп йөрөгән бер ҡарт осрап:

“Мәңге ҡалам тимәгеҙ, Йәншишмәнән эсмәгеҙ”, – тип кәңәш бирә [Башҡорт халыҡ ижады, 1998: 116].

Быны ишеткән Урал, халыҡты эйәртеп, Йәншишмә янына бара ла, һыуын
уртлап, тирә–яҡҡа бөркә. Тере һыуға “тау–урмандар йәшәреп, мәңге үлмәҫ төҫ”
ала [Башҡорт халыҡ ижады, 1998: 117], кешеләр шатлана; бөтә тирә яҡ,
“дошман күҙен ҡыҙҙырып” [Башҡорт халыҡ ижады, 1998: 117], балҡып торор
ергә әйләнә. Шүлгән, көнләшеп, дейеү–йыландарҙы йыя ла, кешеләргә һыу
бирмәҫкә, юлға сыҡҡан ирҙәрҙе, һыуға барған ҡыҙҙарҙы аңдып ятып, йоторға
ҡуша. Кешеләр был хаҡта Уралға зарланып һөйләп бирә. Ул Шүлгән күленә
барып, һыуын дейеүҙәре менән бергә һурып йо та. Эскә тулған дейеүҙәр
“берәм–берәм Уралдың йөрәк–бауырын” [Башҡорт халыҡ ижады, 1998: 119]
телеп бөтә. Урал батыр яралы көйө кешеләргә һуңғы васыятын әйтә лә, ятып
үлә.

Икенсе ҡатламда тормоштоң тағы ла алғараҡ китешен күрһәткән
күренештәр, хәл–ваҡиғалар өҫтәлә. Әйтәйек, быға тиклем һис кемгә баш
бирмәй, ер тырнап үкереп йөрөгән тауҙай үгеҙ кешегә хеҙмәт итә, Урал батыр
ерҙә тоҡом йәймәгән Аҡбуҙатты үҙенә эйәләштереп, арыҫлан урынына менеп
йөрөй, ҡулына ҡорал (тылсымлы таяҡ, булат ҡылыс) ала, уның янында кешеләр
күренә башлай, Шүлгән менән үҙенең дә улдары тыуа. Дөрөҫ, уларҙың әсәләре
– яртылаш мифик заттар: Иҙелдең әсәһе – ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡыҙы
Һомай; Яйыҡтыҡы – кешеләрҙе ҡорбан итер Ҡатил батша ҡыҙы; Нөгөштөкө –
дейеү батша Әзрәҡәлә ҡоллоҡта булған Гөлөстан. Ә Шүлгән улы Һаҡмарҙың
әсәһе – Самрауҙың айҙан тыуған ҡыҙы Айһылыу.

Урал батыр донъя ҡуйғандан һуңғы хәл–ваҡиғалар өсөнсө ҡатлам
дәүерен тәшкил итә. Уның төп геройҙары –Урал менән Шүлгәндең улдары,
Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең ейәндәре Иҙел, Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмар. Әлбиттә,
Уралдың кәләше Һомай ҙа был осор ваҡиғаларында актив ҡатнаша. Уның
ҡылған эщтәрен халҡыбыҙҙың аратбанғы күркәм йолаларының шишмә башы,
еребеҙҙә йәмле, матур тормош урынлашыуҙың башланып китеүе, тип атарға
мөмкин.

Һомай, Уралдың һәләк булғанын ишеткәс, ҡош тунын кейеп, осоп килеп
етә. Уның менән хушлашыу телмәрендә, “һиндәй батыр таба алмам” [Башҡорт
халыҡ ижады, 1998: 121] тип, ситтәр күҙ атмаһын өсөн, башҡаса ҡыҙ
ҡиәфәтендә йөрөмәҫкә, ҡош тунын һалмаҫҡа ҡарар итә лә, Уралды тауға
күмгәндән һуң, кире осоп китә. Вәғәҙәһен боҙмай, артабан аҡҡош ҡиәфәтендә
йәшәй, ошо ҡош тыуын үрсетә. Башҡорттарҙа аҡҡошто изге ҡошҡа һанау,
уның итен ашауҙы тыйыу йолаһы шунан ҡалған, тиҙәр.

Байтаҡ йылдар уҙғас, Урал батырын һағынып, Һомай Уралға тағы
әйләнеп ҡайта. Был юлы үҙе менән ҡош–ҡорттарҙы, кешеләрҙе эйәртеп килтерә.
Уралға Ҡатил батшаның үгеҙе лә, Аҡбуҙат та, тоҡомдарын үрсетеп, үҙҙәре
менән алып килә. Данлы Урал буйында йән эйәләре, кешеләр үрсеп, күбәйеп
китә, хатта уларға эсәр һыу етмәй башлай. Шул ваҡытта Иҙел, Һомайҙың
кәңәше буйынса атаһының булат ҡылысын алып, бейек тауҙы яра саба. Унан
ағып киткән һыуҙы Иҙел тип атағандар. Иҙелдән күрмәксе, уның өс туғаны ла,
булат ҡылыс менән алмашлап сабып, тағы өс йылға ағыҙып ебәргән. Уларын
Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмар тип атағандар.

Күренеүенсә, эпостың өс ҡатламында ла мифик заттар, мифологик элементтар ҙур урын биләй, улар “Урал батыр”ҙың мифик дәүер эпостары заманында тыуғанлығын дәлилләй. Боронғолоғо яғынан уны ғалимдар шумер
тигән халыҡ мифологияһының бынан биш мең йылдар самаһы элек ижад ителгән “Гильгамыш” эпосына, яҡуттарҙың “Олонхо” әҫәренә тиңләйҙәр. “Урал батыр”ҙы шулай уҡ боронғо гректарҙың Ясон тураһындағы сюжеттар циклы
менән дә сағыштырырға мөмкин.

Был ҡомартҡыларҙың өсөһөндә лә башҡорт
эпосы менән ғәжәп ауаздаш уртаҡлыҡтар бар. Әйтәйек, “Олонхо”ның
геройҙары – Йәнбирҙе менән Йәнбикә кеүек үк, кешелек йәмғиәтенең барлыҡҡа
килеү дәүере вәкилдәре, улар үҙҙәренең ҡайҙан килеп сыҡҡанын да белмәй;
әҫәр үҙе шулай уҡ хәл–ваҡиғаларҙың өс ҡатламын тәшкил итә. Ә Гильгамыш,
Уралға оҡшап, бик ҙур кәүҙәле, көслө батыр булып үҫә. Ул да үлемһеҙлек
тураһында уйлана, уны эҙләп сығып китә. Ясонға ҡот осҡос ҡаршылыҡтарҙы
еңеп сығырға ярҙам иткән Медея исемле ҡыҙ Уралға Аҡбуҙат менән булат
ҡылыс бүләк иткән Һомайҙы хәтерләтә [Кун, 1975: 249 – 251]. Тағы ла бик күп
миҫалдар килтерергә мөмкин булыр ине. Шулай ҙа, ошо боронғо эпик
ҡомартҡылар араһынан бары тик “Урал батыр” ғына айырым кешенең
үлемһеҙлегенә ҡарағанда барлыҡ кешелектең, ер йөҙөндәге тәбиғәттең,
тереклектең үлемһеҙлеге мөһимерәк, тигән тәрән хәҡиҡәтте, гуманистик
фекерҙе асып бирә алған.

Үрҙә аталған боронғо донъя эпостары геройҙарынан айырмалы рәүештә,
Урал батыр образы, уның аң даирәһе үҫештә сағылдырылған. Тәүҙә ул үлемде
конкрет йән эйәһе һымаҡ күҙ алдына баҫтыра. Уны эҙләп тапһаң, үлем хәтлем
үлемдең үҙен үлтереп була, тип уйлай. Хатта Урал менән Шүлгәндең атаһы
Йәнбирҙе лә – шул уҡ ҡарашта. Балаларын Йәншишмәне эҙләргә оҙатҡанда,
“әгәр юлда үлем осраһа, башын ҡырҡып алып ҡайтырға” ҡуша [Башҡорт халыҡ
ижады, 1998: 39]. Кеше–маҙар килеп аяҡ баҫмаған бер урында йәшәгән Урал оҙайлы сәфәрендә бик күп нәмәләрҙе үҙе күреп төшөнә, уның донъяға ҡарашы
киңәйгәндән–киңәйә бара. Һомай менән яңынан осрашҡас, уға:

Үҙем йәп–йәш булһам да,
Биш ил барын белдем мин:
Береһендә үҙем тыуҙым,
Икеһен йөрөп күрҙем,
Ҡалған тағы икәүһен
Күрергә тип сыҡтым мин, – ти.
[Башҡорт халыҡ ижады, 1998: 76].

Дейеү, болан, йылан, үгеҙ кеүек ҡырағай йәнлектәрҙән тыш, был донъяла
кешеләр ҙә барлығын белә, уларҙың тигеҙһеҙ йәшәгәнен күрә: ”Ҡайҙа ғына
барһаң да, /Кемде генә күрһәң дә, /Береһе үҙен баш, тиә, /Икенсеһе баш эйә,/
Көслө көсһөҙҙө ейә, /Теләгәнсә ҡан ҡоя” [Башҡорт халыҡ ижады, 1998: 76].
Иң мөһиме – эпос аҙағында Урал батыр үлемдең тәбиғәтенә төшөнә. Быға
күп замандарҙан бирле үлә алмай йөрөгән, күбәләктәй йәне, бер йотомдай
ҡаны ҡалған ҡартты осратыуы хәл иткес йоғонто яһай. Яуыз көстәрҙе еңгәс,
Урал халыҡты йыйҙыртып, бергәләп Йәншишмәгә юл тотҡанда, күҙгә күренмәҫ
үлемдән кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн уның һыуын һоҫоп алып, бар кешегә
бирергә ниәтләнә. Әлеге ҡартты тыңлағас, тетрәнеп, был уйынан кире ҡайта.
Йәғни, айырым йән эйәләренең үлемһеҙ була алмағанын, бары тик ер йөҙөңдәге
тереклектең генә мәңгелек икәнен аңлай.
“Урал батыр” һымаҡ боронғо замандарҙа ижад ителгән эпостарҙың
береһендә лә төп геройҙар бындай юғары фәлсәфәүи фекергә килә алмаған.
Уларҙың һәр ҡайһыһының маҡсаттары башҡасараҡ. Боронғо дәүерҙә үк Урал
батырҙы ошондай үҫеш юғарылығына күтәреп кәүҙәләндерә алған, бөйөк фекер
ҡаҙанышына ирешкән тәрән зиһенле эпос ижадсылары менән, икенсе төрлө
әйткәндә, ошондай эпосты тыуҙырған халҡыбыҙ менән ысын мәғәнәһендә
ғорурлана алабыҙ.
“Урал батыр” хәҙерге ваҡытта рус, инглиз, немец, төрөк, яҡут, япон
телдәренә тәржемә ителгән. Ул Башҡортостандың ете мөғжизәһен береһе
булып иҫәпләнә.

Әҙәбиәт исемлеге

1. Баһуманов, А. И. “Урал батыр” һәм батыр сәсәндәр [Текст] / А.И.
Баһуманов // Башҡортостан, 2000, 11февраль.

2. Башҡорт халыҡ ижады. Өсөнсө том. Эпос [Текст]. – Өфө: Китап, 1998.
– 448 б.

3. Кун, Н.А. Легенды и мифы древней Греции. Изд. 5–е. [Текст] / Н.А.
Кун. – М.: Прсвещение, 1975. – 464 с.

Фото: О.Яровиков

Башкирский народный эпос «Урал батыр» и духовное наследие
народов мира: материалы Международной научно-практической конференции,
посвященной 80-летию со дня рождения выдающегося ученого-фольклориста,
доктора филологических наук, профессора А.М. Сулейманова (24 мая 2019
года). Ч.1. – Уфа: Издательство БГПУ, 2019. – 249 с.

*Материал только на башкирском языке

Иң боронғо легендала
иң билдәле булған батыр

«Урал батыр» – башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы,
Ер йөҙөндәге иң боронғо эпостарҙың береһе.

Эпос таш быуаттарҙан алып меңәрләгән йылдар буйына барлыҡҡа килгән. Хәҙерге
заман тикшеренеүселәре «Урал батыр» эпосында зороастризм, тәүге
монотеистик дин менән параллелдәр таба, ә Урал батыр образында
әүлиә, донъяны барлыҡҡа килтереүсенең һыҙаттарын күрә.

Нимә ул «Урал батыр» эпосы

Башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһының тәүге яҙмалары 1910 йылда 2-се Бөрйән волосы Ырымбур губернаһының Иҙрис ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы)
Ғәбит сәсән Арғынбаевтан һәм Икенсе Этҡол ауылында Хәмит
сәсән Әлмөхәмәтовтан Мөхәмәтша Буранғолов
тарафынан яҙып алынған.

Эпос 4 755 шиғри һәм 19 проза
юлынан тора. Сәсәндәр тарафынан
ҡобайыр башҡарыу манераһында башҡарыла.

«Урал батыр» эпосы боронғо башҡорттарҙың мифологик һәм әхлаҡи-этик күҙаллауҙарына нигеҙләнгән . Ғалимдарҙың күбеһе уны башҡорт
халҡының героик эпостары системаһында иң боронғо сығанаҡ тип һанай. Күп әҫәрҙәр «Урал батыр» эпосының әҙәби-эпик дауамы булып тора. Мәҫәлән, «Аҡбуҙат» һәм «Бабсаҡ менән Күсәк» эпостары, «Урал батыр» эпосының
сюжет линияһын дауам итеп, башҡорт эпик
әҫәрҙәренең берҙәм циклын барлыҡҡа килтерә.

«Урал батыр» эпосы төрлө баҫмаларҙа бер нисә тапҡыр баҫылып сыға

«Урал батыр» эпосы
нимә тураһында

Эпос ваҡиғалары фантастик донъяла бара, геройҙар кешегә
хас булмаған юғары көскә эйә, улар бөйөк эштәр
башҡара, йәки, киреһенсә, яуызлыҡ ҡыла.

Эпоста үҙәк урынды биләгән йәшәү һәм үлем, үлемһеҙлек темалары яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ темалары менән үрелеп бара. Композицион яҡтан эпос өс быуын геройҙарҙың тормошон бәйән иткән
бер нисә өлөштән тора.

Инеш өлөштә бөтә донъяны һыу баҫыуы, тәүге кешеләр – Йәнбирҙе һәм Йәнбикә, уларҙың Урал һәм Шүлгән улдары тыуыуы тураһында һүҙ бара. Үлем кешенән көслөрәк булыуы хаҡында белгәс, Урал һәм Шүлгән кешене һәм тәбиғәтте үлемһеҙ итәсәк Йәншишмәне эҙләп китә. Атай йортонда уҡ туғандар араһында башланған низағ тере һыу эҙләп барған сәфәр ваҡытында ла дауам итә. Яуыз Шүлгән, дейеүҙәр менән килешеп, Яуызлыҡ һәм Ҡараңғылыҡ яғына күсә, ә Урал Яҡтылыҡ һәм Яҡшылыҡ донъяһын яҡлаусы булып таныла. Ул ҡанатлы ат Аҡбуҙат һәм Һомай ярҙамында тере һыуҙы эҙләп таба һәм тәбиғәткә үлемһеҙлек бүләк итә. Әҫәрҙә Урал батырҙың ҡаһарманлыҡтарын һүрәтләү үҙәк урынды алып тора.

Йәлил Сөләймәнов. «Урал батыр» эпосына иллюстрациялар

Беренсе өлөшө Ҡатил илендәге батырлыҡтарына бағышланһа, икенсеһендә иһә Ҡәхҡәһә батшалығында дейеүҙәр менән алышы һүрәтләнә. Киләһе өлөштәрендә батыр кешеләр, ҡоштар һәм хайуандарҙы ҡотҡарыу хаҡына Әзрәҡә һәм уның йыландары – дейеүҙәр менән алыша. Йомғаҡлау өлөшө Уралдың Ҡәхҡәһәне еңеүе, уның иҫән ҡалған дейеүҙәр һәм Шүлгән менән көрәше, үҙ ғүмерен кешеләрҙең ерҙәге киләсәге хаҡына ҡорбан иткән Уралдың үлеме, шулай уҡ уның улдары Яйыҡ, Нөгөш һәм Иҙел, Шүлгәндең улы Һаҡмарҙың ҡаһарманлыҡтары хаҡында бәйән итә.

Эпоста үлемдән ҡасып булмауы, уның кәрәклеге философик планда асыла. Мәңге йәшәүгә хөкөм ителгән Тарауыл ҡарттың һүҙҙәре һәм Урал батырҙың үлер алдынан әйткән васыяты үлемһеҙлектең ысын мәғәнәһен аса – кешеләр физик яҡтан үлемһеҙ түгел, ә изге эштәре менән үлемһеҙ.

«Урал Батыр»башҡорт ҡобайыры. Фильм-йыйынтыҡ, 2008 й.

«Урал батыр»ҙың ҡайһы бер мотивтары һәм образдары «Ҡара юрға», «Ҡуңыр буға», «Иҙеүкәй менән Мораҙым», «Юлай менән Салауат» эпостарында
ла осрай, ә «Аҡбуҙат» эпосы уның логик дауамы булып тора.
Эпостың күп образдары һәм мотивтары башҡа
халыҡтарҙың эпик әҫәрҙәре образдары
һәм мотивтары менән ауаздаш.

Шүлгән – таныш исем

«Урал батыр» эпосы нимә хаҡында бәйән иткәнен
белмәһәгеҙ ҙә, Шүлгән исеме һеҙгә яҡшы таныш.

«Урал батыр» тексында донъяны булдырыусылар тыуҙырған эпик ареал – айырыуса һаҡланған тәбиғи һәм тарихи-мәҙәни ҡомартҡы булған хәҙерге «Шүлгәнташ» мәмерйәһе территорияһы.

Шүлгән – «Урал батыр» эпосы геройының өлкән ағаһы, ер аҫты донъяһы батшаһы. Эпоста һөйләнеүенсә, Шүлгән йылғаһы сыҡҡан урын төрлө әкиәттәрҙән ишетеп белгән «үле һыу» сығанағы. Урал батыр, һыуҙа йәшеренеп ятҡан дейеүҙәрҙе еңеп, шишмәне зарарһыҙландырған. Ләкин үҙ ғүмерен ҡорбан иткән. Мәмерйәнең ысынлап та ике сығанағы бар, берәүһе составында төрлө ҡатнашмалар арҡаһында эсергә яраҡһыҙ. Бәлки, ул «үле һыу» сығанағылыр. 6 метр тәрәнлегендәге күл мәмерйәгә ингән урында ята. Шулай итеп, эпоста ысынбарлыҡтағы урындың һүрәтләнеүен күрәбеҙ.

Миллион йыл элек барлыҡҡа килгән был эре карст ҡатламы Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Бөрйән районында «Шүлгәнташ» мәмерйәһе территорияһында Һарыҡүҫкән тауының көньяҡ битләүендә Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.

Мәмерйә стенаһындағы палеолит дәүерендә, бынан 14 -14,5 мең йылдар элек, төшөрөлгән һүрәттәр мәмерйәне бөтә донъяға таныта. Табылған ике йөҙҙән ашыу һүрәттең утыҙға яҡыны ғына яҡшы һаҡланған. Уларҙың ҙурлығы 44 сантиметрҙан 112 сантиметрға тиклем. Фигураларҙың күбеһе ҡыҙыл буяу менән яһалған, әммә һирәкләп күмер менән төшөрөлгән мамонттар, аттар, башҡа хайуандар, антропоморф фигуралар, шулай уҡ аңлайышһыҙ билдәләр ҙә осрай. Уран-торий дата күрһәткесе буйынса, Шүлгәнташ мәмерйәһендәге иң боронғо һүрәттәр 36400 йыл элек төшөрөлгән.

1954 йылда зоолог А. В. Рюмин тарафынан асылған был ҡаялағы һүрәттәр ғилем донъяһында ысын сенсация була, сөнки палеолит дәүерендә юҡҡа сыҡҡан хайуандар һүрәттәре Франция һәм Испанияла ғына осрай тип һаналған. Баҡтиһәң, Уралда ла Европа кешеләренән бер ҙә ҡалышмаған халыҡ йәшәгән.

А.В. Рюмин

Мәмерйәлә шулай уҡ таш эш ҡоралдары, буяу, күмер, көл табылған. Был табыштарға – 15-17 мең йыл. Күптән түгел боронғо арыҫландың һөйәктәре табылған, ул беҙ белгән хайуандыҡынан күпкә ҙурыраҡ. Эпоста бит Урал менән Шүлгән юлға арыҫландарға атланып сыға.

Тәүге тапҡыр Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында ХVIII быуатта Көньяҡ Уралдың билдәле ғалим-тикшеренеүсеһе Петр Рычков яҙып сыға. Ул башҡорттарҙан борон мәмерйәнең юғары ҡаттарына тауҙан тар ғына тура юл булғанлығын белә. Әммә спелеологтар уны таба алмай. Рычков Шүлгәнташты Башҡортостандың бөтә мәмерйәләре араһында иң изгеһе тип һаналыуын билдәләй. Тикшеренеүсенең яҙмалары башҡорттарҙың мәмерйә культын һүрәтләгән иң тәүге яҙмаларынан һанала.

Башҡортостандағы иң билдәле һәм иң изге мәмерйә

Рус географы, ғалим, тарихсы, иҡтисадсы, тәбиғәт фәндәре белгесе, Петербург Фәндәр академияһының тәүге мөхбир-ағзаһы

Тикшеренеүсенең яҙмалары башҡорттарҙың
мәмерйә культының һүрәтләгән
иң тәүге яҙмаларынан һанала.

Шулай уҡ эпоста Көньяҡ Уралдың реаль географик урындары һүрәтләнә. Мәҫәлән, эпоста хәҙерге Башҡортостандың билдәле топонимик
объекттары: Урал, Шүлгән (Шүлгәнташ), Ирәмәл, Ҡырҡты,
Ямантау, Яйыҡ, Ағиҙел, Нөгөш, Һаҡмар һүрәтләнә.
Эпоста уларҙың килеп сығыуы мифик
геройҙар – ата-бабаларының
ҡаһарманлыҡтары
менән бәйле.

Эпос хәҙерге көндә

Ауыҙ-тел ижадының күсәгилешлеге, эпик әҫәрҙәр
мираҫы юғалыу кимәлендә, эпос башҡарыу
һәләте юҡҡа сыға бара.

Башҡорттарҙың социаль-иҡтисади тормошо үҙгәреүе сәбәпле ҡобайырҙарҙы башҡарыу оҫталығына өлкән быуын кешеләре генә эйә. Был жанрҙағы әҫәрҙәрҙе белеүселәр ҙә аҙая бара. Башҡорттарҙың боронғо ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү, тергеҙеү һәм үҫтереүгә күберәк иғтибар бүлергә, әйтеш кеүек ярыштарҙы ойошторорға кәрәк. Әйтергә кәрәк, был юҫыҡта «Урал батыр» эпосы юғалып ҡалманы. Республикала йыл һайын «Урал батыр» эпосын һөйләүселәр араһында конкурс уҙғарыла. Ошо йылдар дауамында ҙур әҫәрҙе тулыһынса яттан һөйләүсе ҡатнашыусылар һаны арта бара, ҡайһы берҙәре эпосты хатта бер нисә телдә лә башҡара.

Башҡарыу оҫталығын тергеҙеү, һаҡлау, камиллаштырыу
маҡсатында республикала М.Аҡмулла исемендәге
Башҡорт дәүләт педагогия университетында,
Сибай ҡалаһында, Әлшәй, Бөрйән, Ғафури,
Салауат һәм Хәйбулла райондарында
«Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе эшләп килә.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма
театры тарафынан «Урал батыр» спектакле ҡуйылды

«Аҡбуҙатты эҙләгәндә» фәнни-популяр фильмы төшөрөлгән.

«Аҡбуҙатты эҙләгәндә» / 1-се серия

«Аҡбуҙатты эҙләгәндә» / 2-се серия

«Аҡбуҙатты эҙләгәндә» / 3-сө серия

«Аҡбуҙатты эҙләгәндә» / 4-се серия

«Р.И.Продакшн» киностудияһының эше, Рияз Исхаҡов фильмы, 2006 й.

Шулай уҡ «Урал батыр» анимация фильмы төшөрөлдө.

«Урал батыр» эпосы мотивы буйынса анимацион фильм. «Аманат» студияhы.

«Урал батыр» эпосы «Башҡортостандың
ете мөғжизәһе»нең береһе, ул ТӨРКСОЙ-ҙың
матди булмаған мәҙәни мираҫы
исемлегенә индерелгән.

Использованная литература:
1) Шакурова Ш.Р. Башкирский народный эпос «Урал-батыр»: архивный первоисточник и его текстологический анализ. Уфа: Гилем, 2007. 386 с. ISBN 978-5-7501-0777-3;
2) Бухарова Г.Х. Башкирский народный эпос «Урал-батыр»: когнитивно-дискурсивный и концептуальный анализ: автореф. дис. канд. филолог. наук: защищена 9 окт 2009 г. – Уфа, 2009. – 52 с.
3) Санъяров Ф.Б. Особенности языка и стиля эпоса «Урал-батыр» — Уфа, Б.и.,
1999. – 22 с.
4) Реальность мифа: к 100-летию открытия эпоса «Урал-батыр»:: [«Круглый стол»] //Бельские просторы: ежемес. обществ.-полит. и лит.-худож. журн. – Уфа, 2010. –
№ 6. – С.184-197
5) Урал батыр. Башкорт халык кобайыры – Урал-батыр. Башкирский народный эпос – Ural batur. Bashkort Folk Epic / Проект, вступ. ст., подготовка текстов Ф. Надршиной. – 2-е изд., стер. – Уфа: Информреклама, 2005. – 468 с., 16 с. ил. ISBN 5-94780-065-9;
6) Возрождение башкирского кубаира. – А.Давлеткулов, Ватандаш, 2012, №4;
7) Шакурова Ш.Р. «Шульган» // Краткая энциклопедия Башкортостан. – Уфа, 1996.
8) Урал-батыр (эпос)/ Записан М. Бурагуловым от Г. Аргынбаева и Х. Альмухаметова в 1910 году. – Уфа, 2014. – 196 с.
8) Аминев З.Г. Эпос Урал батыр как космогонический миф, Уфа, 2007.
9) Котов В. Г. Башкирский эпос «Урал-батыр». Историко-мифологические основы. — Уфа: Гилем, 2006. — 408 с.
10) Мирбадалева А. С. Башкирский народный эпос. М.: Наука, 1977.

Видео:
1. Анимационный фильм «Урал-батыр»
(производство студии «Аманат» рук. И.Гафаров)
2. Документальный фильм «В поисках Акбузата» производство киностудии «Р.И.Продакшн» (http://riproduction.ru/) фильм Рияза Исхакова 2006 г.

© Газизов Р.Ф., автор-составитель лонгрида, 2019 г.

“Урал батыр” эпосында үлемһеҙлек

Аяҙ көндә күк күкрәне, аяҡ аҫтында ер убылғандай булды… Сыуаҡ көндөң шаһиты булған күк йөҙөндәге алтын тәңкә ауыр болот мендәрен яҫтанды. Ер йөҙө ҡара шәлен ябынған көн ине был… Урал ауҙы… Урал үлде, ләкин башҡаларға йәшәү, ғүмер бирҙе – юҡҡа ауманы. Юҡ, ауманы ул! “Ерҙәге тереклектең ғүмере ни өсөн сикләнгән, шул сикте билдәләүсе Әжәлдең үҙен үлтергәндә, ғүмерҙе мәңгелек итеп булмаймы?” тигән һорау менән янып-көйгән, Ер тормошоноң мәңгелеген хәл иткән Урал халҡы йәшәгән төбәктең “кендегендә” иң бейек урында, Йәшәүҙең әжәлдән көслө икәнен раҫлап, бары мөһабәтерәк булып ҡалҡып сыҡты!
Һәр изге йәндең тән йылыһын биреп, күңелендәге рәхмәтенә һуғарыл­ған берәр ус тупраҡтарҙан яңынан хасил булды Урал! Был юлы ул мәң­гелеккә тыуҙы! Мәңгелеккә һәм халҡы өсөн. Был мәғрур бейеклектәр – Уралтау һырты – башҡорт халҡына һәм ерҙәренә тарих, тиңһеҙ тәбиғи байлыҡ бүләк иткән Урал батырҙың ҡаһарман­лығына мәңгелек һәйкәл. Был фекеремде Ғ. Сәләм дә ҡеүәтләй: “Ватан даны өсөн көрәштә үлеү үҙе ғүмер, йәшәү түгелме?”
…Әҫәрҙән алыҫ ысынбарлыҡтың ауаздары ишетелә. Күктә бөркөт саң­ҡый, ыласындар өйөрөлә. Ерҙә яуыз­лыҡ япҡан ҡара пәрҙәләр аша яҡты­лыҡ нурҙары емелдәй. Ул нурҙар бына-бына йыртып килеп өҫкә сығыр ҙа, бөтә Ер йөҙөнә оло бер йылылыҡ, изгелек таратҡан шарға әйләнерҙәй булып, күҙҙе ҡамаштырып балҡый.
Ерҙәге ҡара эштәргә күптәрҙең йөрәге әрней, тик уларҙы кире ҡағырға ғына хәлдәренән килмәй. Быларҙы уйлауҙан ғына ла ғәҙел Урал йөрәге ажарланып шәберәк тибә, тамырҙа­рында ҡаны ҡайнай: яуызлыҡты һис шикһеҙ еңергә! Башта бер уй баһа­дирҙың – тәндәре күккә көл булып осҡан иҫәпһеҙ ҡыҙҙарҙың, кәүҙә өлөш­тәре ҡош-ҡортҡа емтек булған бер гонаһһыҙ ғәзиз йәндәр өсөн дә үс алырға яуыз Ҡатилдан! Һынауҙарға бирешмәй үткән ауыр һәм оҙон юлы­ның офоғондағы өмөт йондоҙҙары балҡышы маһир, таһыллы Уралды тиңһеҙ еңеүҙәргә илтә! Эйе, Ер йөҙө Ҡәһҡәһәнән азат, тик яуызлыҡты төбө-тамыры менән аҡтарып сығармаһаң, ул баҡсаны баҫҡан аҡтамыр үләне кеүек, ҡара эштәрен йәнә лә башлая­сағын һиҙә кешелектең мәңгелеген ҡайғыртҡан Урал. Был көрәше оло еңеүҙәренең башы ғына икәненә лә шикләнмәй ул. Һәр атҡан көнөн уяу ҡаршылай, һәр төн айға ҡарап доға ҡыла: еремә йәшәү бир!
Ер аҫты батшалығынан ҡара таплы, шомло ергә ҡарап рәхәтлек кисергән Әзрәҡәнең дә гонаһлы эштәренән азат итә ерҙе яҡтылыҡ, яҡшылыҡ һөйгән Урал.
Үлем менән йәшәү хаҡында һүҙ барғанда ҡан туған хаҡы менән дә иҫәпләшмәй. Яуызлыҡ арбаһына ултырып, уның көйөн көйләгән Шүлгәнгә ҡаршы барып, ул тыуған ергә булған үлемһеҙ һөйөүен, кеше ғүмере – йәшәү – өсөн янып-көйөүен тағы ла бер ҡат иҫбатлай:
Яҡшылыҡтан күҙ йомдоң,
Ҡан ҡойорға ынтылдың,
Илде утта ҡалдырҙың,
Күпме һыуҙы батырҙың…
… Яманлыҡты яҡшылыҡ
Еңгәнен хәҙер белдеңме?
Кешеләрҙең донъяла
Өҫтөнлөгөн күрҙеңме? – һүҙҙәренән ерҙә йәшәгән һәр бер тереклек һәм һәр бер кеше иңенә төшкән яуыз­лыҡ­тан бөгөлмәҫкә көс таба, йәшәүгә өмөт уяна.
… Сут-сут. Ҡоштар күңеллерәк йыр башланы. Сылтыр йылғалар юлын дәртлерәк дауам итте. Әле яңы ғына ер өҫтөндә баҙлап ҡына емелдәгән эҙҙәр балҡып күтәрелеп, оло бер йомғаҡҡа ойошоп, ерҙе изгелек нур­ҙарына ҡойондора. Оло юғалтыу кисереүе Кешелекте йәшәү тигән ҙур табышҡа илтте, матурлыҡҡа сол­ғаны… Шағирыбыҙ Рәми ағай Ғари­пов әйтмешләй: “Үлемдә лә матурлыҡ бар, Илем, тиеп, үлһәң яуҙарҙа”.

Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Монголиянан ҡунаҡ килде

Биш көнлөк уҡыу башлана

Данлы юлға тап төшөрмәй

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Йәй етте ләме ни?

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Урал батыр
Издание
Урал батыр дейеү менән һуғыша
Жанр:

башҡорт эпосы (ҡобайыр)

Автор:

халыҡ ижады

Төп нөхсә теле:

башҡорт

Публикация:

Ағиҙел (1968, № 8)
Героический эпос народов СССР. М., 1975. Т. 1 (Библиотека всемирной литературы)
«Эпос народов СССР» , 1977

Wikisource-logo.svg Әҫәр тексы Викикитапханала

«Урал батыр»  — эпос, башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған[1].

Яҙып алыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фольклорсы һәм сәсән Мөхәмәтша Буранғолов «Урал батыр» эпосын 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында мәшһүр сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев (1856—1921) һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан[2] (1861—1923) яҙып ала.

Филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Рәшит Шәкүр был турала бына нимә ти: «19 йәшлек Мөхәмәтша ҡурайсы, 7000 юллыҡ эпосты яттан белеүсе сәсән Ғәбит Арғынбаев менән 1907—1908 йылғы иҫәп алыуҙа осраҡлы ғына таныша. Әммә ошо осрашыу уның яҙмышында хәл иткес роль уйнай, уның үҫмер саҡтағы халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныуы профессиональ ҡыҙыҡһыныуға әүерелә. Күп йылдар дауамында үҙенең остазы менән бәйләнеш өҙөлмәй. „1910 — 1912 йылдарҙа мин Ғәбит сәсән менән Ырымбурҙа ун көн икешәр тапҡыр аралаштым. 1918 йылда унда 15 көн, ә 1920 йылда 4 ай йәшәнем“, — тип яҙа ул. Икенсе сәсән — Хәмит Әлмөхәмәтов тураһында бик аҙ билдәле: бәлки Буранғоловтың уның тураһындағы иҫтәлектәре беҙгә килеп етмәгәндер».

«Урал батыр» ҡобайырының тағы бер төрөн 1956 йылда Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһында йәшәүсе Исмәғил Рәхмәтуллиндан тел һәм әҙәбиәт белгесе Әхнәф Харисов яҙып алған.

Йөкмәткеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Урал батыр» эпосы өс өлөштән, туғыҙ бүлектән тора.
Бөтә донъяны һыу баҫыу осоронан алып кешеләрҙең йәшәйешен һүрәтләгән иң ҙур ҡобайыр. Тәү кешеләр — Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгән, артабан Урал һәм Шүлгәндән тыуған тоҡомдоң тормош юлын тасуирлап, кешелектең мәңгелек булыуын иҫбатлай. Яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшен, яуызлыҡҡа ер йөҙөндә урын юҡлығын һәм уның еңелеүен бәйән итә. Башҡорттарҙың төйәге булған Уралтауҙың хасил булыуын һөйләй.

Эпостың сюжеты ифрат ҡатмарлы һәм Урал батырҙың аждаһа, дейеү, йыландар образдары аша кәүҙәләндерелгән яуыз тәбиғәт көстәре менән кешеләр бәхете өсөн көрәш алып барыуы тураһында тасуирламаға ҡоролған. Риүәйәт персонжадары — батырҙар һәм ябай ер кешеләреалалар (ҡоштар аллаһы — Самрау), тәбиғәттең яуыз көстәре, мифик йәндәр. Бында геройҙарҙың өс быуын яҙмышы (Йәнбирҙе ҡарт һәм Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың балалары — Урал һәм Шүлгән, ейәндәре — Яйыҡ, Иҙел, Нөгөш, Һаҡмар) һәм шуға күрә уҡ эпос та өс өлөштән тора.

Беренсе өлөшөндә Яҙмыш ҡушыуы буйынса ташландыҡ ерҙә көн күргән Йәнбирҙе ҡарт һәм Йәнбикә ҡарсыҡ тураһында бәйән ителә. Улар ҡыр йәнлектәренә һунар итәләр. Ошо йәштәге ирле-ҡатныдан ике ул тыуа — Шүлгән һәм Урал, был үҙе лә төрки-монгол эпосының традицион мотивы булып тора. Йәнбирҙе балаларына кешеләрҙе, хайуандарҙы һәм ерҙәге бөтә тереклекте юҡ иткән Үлемдең йәшәү сере булыуын асалар.
Урал батыр ҡотҡарған Һомай аҡҡоштан (Самрау ҡыҙы) улар Йәншишмә тураһында белеп ҡалалар. Йәнбирҙе уландарына ошо йәншишмәне табырға һәм Үлемде юҡ итергә кәңәш бирә. Беренсе өлөш нәҡ йәш батырҙарҙың үлемһеҙлек шишмәһен эҙләргә китеүе менән тамамлана[3].

Риүәйәттең икенсе өлөшөндә икенсе быуын вәкилдәре — Шүлгән һәм Урал — эшмәкәрлеге тураһында бәйән ителә Был өлөштә Урал батырҙың батырлыҡтары һәм дошман яғына ҡасып сыҡҡан ағаһы Шүлгәндең яуызлыҡтары тураһында бик ентекле һүрәтләнә. Был өлөш дейеүҙәрҙең һәм аждаһаларҙың еңелеүе, батыр ҡулынан юҡ ителгән дошмандар кәүҙәләренән диңгеҙ упҡынында хасил булған тауҙарҙың (Урал тауҙары) барлыҡҡа килеүе, тәбиғәттең үлемһеҙлеге өсөн көрәштә Урал батырҙың һәләк булыуы менән[4].

Поэманың өсөнсө өлөшө Урал батырҙың улдары батырлыҡтарына, кешеләр, хайуандар, ҡоштар Уралды үҙ төйәге итеүенә арналған[5].

Башҡа телдәргә тәржемәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Урал батыр» эпосы төрлө йылдарҙа урыҫ, инглиз, немец, венгр, төрөк, фин, абхаз, әзербайжан[6], ҡырғыҙ[7] телдәренә тәржемә ителеп баҫтырылған.

2016 йылдың декабрендә «Урал батыр» эпосы Израилдә йәһүд телендә (ивритта) донъя күрҙе. Әҫәрҙе сәсмә формала сит телгә Рәүил Садыҡов тәржемәләгән[8]. Ул Өфөләге 20-се мәктәпте (хәҙер Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы) тамамлаған, 1992 йылдан ғаиләһе менән Иерусалимда йәшәй[9].

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә (26.06.2015, Ғәлиә Нәбиева) «Урал батыр» эпосы яҡут теленә, ә яҡут эпосы «Олонхо» башҡортсаға тәржемә ителәсәк. Яҡутстандың баш ҡалаһында булып үткән «Донъя халыҡтары эпостары Олонхо ерендә» тип аталған Халыҡ—ара форумда нәҡ ошо хаҡта килешеүгә өлгәшелгәйне.[10]. 2018 йылдың мартында «Урал-батыр» эпосы яҡут телендә донъя күрҙе. «Ураал Баатыр» тип аталған китап Саха (Яҡутстан) Республикаһының Дәүләт Йыйылышы (Ил Тумэн) башланғысы буйынса «Халыҡтарҙың эпик ҡомартҡылары» проекты сиктәрендә 1000 дана тираж менән баҫылып сыҡты[11].

Эпосты ҡытай теленә тәржемә итеп баҫтырыу мәсьәләһе лә өйрәнелә. Ҡытайҙың Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү буйынса үҙәге директоры Ши Хуншэн етәкселегендә делегацияның 2018 йылдың майында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендәге һөйләшеүҙәренең төп маҡсаты «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын ҡытай телендә сығарыу хаҡында тәҡдимде тикшереү булды[12].

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә (25.10.2019), «Урал батыр» эпосы ҡырғыҙ теленә тәржемә ителгән. Был эште Ҡырғыҙстан ғалимы, филология фәндәре докторы, С. Айытматов исемендәге Тел һәм әҙәбиәт институты профессоры Ибраим Абдулвәлиев башҡарған[7].

Эпос — сит ил ғалимдары күҙлегенән[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Венгр ғалимы Йожеф Торма бер осрашыуҙа былай тип әйткәйне: «Һеҙ — башҡорт халҡы, бик бәхетле халыҡ, сөнки һеҙҙең милли эпосығыҙ „Урал батыр“ бар».
  • Ҡырғыҙстан ғалимы, филология фәндәре докторы, С. Айытматов исемендәге Тел һәм әҙәбиәт институты профессоры Ибраим Абдулвәлиев: «Башҡорттарҙың героик „Урал батыр“ эпосы менән мин беренсе тапҡыр 2015 йылда таныштым. Ул миңә шунда уҡ оҡшаны, һәм мин уны тәржемәләргә хәл иттем. Башҡорт һәм ҡырғыҙ телдәре бик оҡшаш, эшләүе еңел булды. Ҡайһы бер урындары миңә тәржемәһеҙ ҙә аңлашыла ине. Мәҫәлән, башҡорт эпосының тәүге юлдары ҡырғыҙ телендәге кеүек үк яңғырай тиерлек. Бынан тыш, „Урал батыр“ҙың теле ҡырғыҙҙарҙың „Манас“ эпосы теленә оҡшаш. Асылда, мин фольклор телен тәржемәләнем, был — боронғо тел, унда неологизмдар юҡ. Фольклор бит сюжеты менән генә түгел, теле менән дә һаҡлана. „Урал батыр“ҙы ошо йылдың аҙағына тиклем нәшер итергә ниәтләйбеҙ. Һәм беҙҙә, „Манас“ҡа өҫтәп, ҡырғыҙ телендә тағы бер героик эпос була»[7].

Салауат Ғәлләмовтың «Урал батыр эпосы»на ҡараштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт халҡының аҫыл гәүһәрҙәренең береһе булған «Урал батыр» эпосы үҙендә бихисап серҙәр һаҡлай. Мәҫәлән, «Урал батыр»ҙы төрлө йүнәлештә тикшергән тарихсы ғалим, лингвист, донъя фәнендә башҡорт фәлсәфәһенә нигеҙ һалыусы Салауат Ғәлләмов эпостағы белем-мәғлүмәттәрҙе математиктар һәм астрономдар ҙа үҙ эшендә ҡуллана ала, тип раҫлай. Ул «Урал батыр» эпосын Арҡайым архитектураһына яраштырып һәм сармат алтын боландары тураһындағы мәғлүмәттәрҙән сығып, бронза дәүерендәге башҡорт йондоҙнамәһе циклын тулыһынса тергеҙҙе һәм боронғо башҡорттар астрономияһының һинд-герман фәнен булдырыу тарихындағы мөһим әһәмиәтен бар донъяға танытты.

«Урал батыр»ҙың йөкмәткеһен астрономия күҙлегенән ҡарағанда, ул боронғо календарҙы кәүҙәләндерә икәне ап-асыҡ төҫмөрләнә, — тип һөйләй Салауат Ғәлләмов. — Унда ерҙең Төньяҡ ярымшарының йондоҙнамә циклын тәшкил иткән һәм төнөн күктә күҙәтеү мөмкин булған барлыҡ йондоҙлоҡтар көҙгөләге кеүек сағыла. Улар бер йыл эсендә күктә нисек хәрәкәт итә, мифта шул эҙмә-эҙлелектә бирелә. Был боронғо башҡорт астрономдарының күктәге йондоҙҙарҙы яҡшы белеүен һәм йондоҙнамә календары буйынса йәшәүен дә раҫлай. Боронғо башҡорттар үҙҙәренең «Урал батыр» календарына эйә булып, төнгө күкте күҙәтеп, Арҡайым цивилизацияһын барлыҡҡа килтергән. Бындай милли календарь тағы ла ер эшкәртеүсе ҡайһы бер мәҙәни халыҡтарҙа — гректар, индустар, ирандар, римдар, ҡытайҙар, япондар һәм Америка ҡитғаһында йәшәүсе майя индеецтарында ғына бар, һәм улар ҙа үҙҙәренең ошо календары буйынса сәсеү өсөн уңайлы ваҡытты билдәләгән, һауа торошоноң үҙгәреүен белгән.

«Урал батыр» эпосында архетиптар һәм символдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урал тураһында эпос дөйөм аңһыҙлыҡтың архетиптарына, символдарына бик бай: күрәҙәсе дейеүҙәр,үтә аҡыллы күрәҙәсе ҡарт дейеү; әүлиә бала Урал; батырҙың мәшһүр юлдашы — йыһан аты Аҡбуҙат, Уралдың киләсәктә ярҙамсыһы; күктәге ете дейеү — Етегән йондоҙлоғо; ҙур асҡыстың хужаһы булған дейеү; мөғжизәле таяҡ; тере шишмә — тере һыу; ҡоштар батшаһы, Ҡояш менән Айҙың ире, шул уҡ ваҡытта Һомай, Айһылыуҙың атаһы — Самрау. Был ике ҡыҙ (Һомай, Айһылыу) — Аниманың ғәжәйеп символдары. Һомайҙың үҙенә батша ҡыҙҙарына ғына хас булған кейәү эҙләү ысулы дөрөҫ итеп күрһәтелгән: ул йомаҡ-табышмаҡтар ҡоя, егеттәрҙе тоғролоҡта, ғәҙеллектә һынай. Шулай уҡ Урал менән Һомайҙың космик ғаиләһе, дүрт яҡлылыҡ символы бөтә эпос буйынса теҙелеп бара: дүрт улы (Һаҡмар ҙа үҙен Уралдың улы тип һанай). Кешенең сифаттарын күрһәтеүсе — һөйләшә белеүсе, аҡыл өйрәтергә һәләтле үгеҙ, арыҫлан, эт, ыласын, төрлө ҡоштар; күп ҡалыплы Зәрҡүм символы, таштың үҙгәреү символдары, Бөтә донъяны Һыу баҫыу, Үлем символы; тәртипкә һалыу символдары — һандар таң ҡалдыра.[13]

Сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Композитор Азамат Хәсәншиндың «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы мотивтары буйынса ижад ителгән «Легенда о Саошианте» исемле проекты Рәсәй сәхнәһендә ҙур уңыш яуланы. Пролог Санкт-Петербургтың иң абруйлы театр майҙансыҡтарының береһендә — В. Ф. Комиссаржевский исемендәге Академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылды[14].
  • 2017 йылда Өфөлә «Легенда о Саошианте» («Урал батыр») исемле заманса балет сәхнәгә сығарыласаҡ[15].
  • Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 2007 йылда «Урал батыр» эпосы сәхнәләштерелә.
  • 2014 йылда, тәүге сәхнәләштереүҙән 30 йыл үткәндән һуң, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ла «Урал батыр» эпосын сәхнәләштерҙе (реж. И. Әлмөхәмәтов)[16].
  • 2018 йылдың 13 ноябрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Урал батыр» спектакленең премьераһы булды (ҡуйыусы режиссеры Андрей Борисов)[17].

Эпосҡа ҡағылышлы башҡа саралар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2020 йылдың ғинуарында ЮНЕСКО-ның «Донъя халыҡтары эпостары» проекты сиктәрендә Өфөлә унынсы тапҡыр башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын Рәсәй Федерацияһы һәм донъя халыҡтары телдәрендә яттан һөйләүселәр конкурсы уҙҙы. Бына өсөнсө йыл инде конкурс халыҡ-ара статусында ойошторола һәм «Башҡорт халҡының „Урал батыр“ эпосы — кешелек байлығы» тип атала[18].
  • 2019 йылдың 24 майында Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа «Башҡорт халҡының „Урал батыр“ эпосы һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы» тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үҙ эшен башланы[19].
  • «Урал батыр» буйынса балалар комиксы һәм анимация фильмы төшөрөлә. 2018 йылда был проект Башҡортостан Башлығы грантын алды[20].
  • 2018 йылдың 29 ноябрендә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосына арналған конкурс-фестиваль туғыҙынсы тапҡыр ойошторолдо. Ул икенсе йыл «халыҡ-ара» статусында уҙҙы. Унда республика ҡала һәм райондарынан, Рәсәй төбәктәренән һәм бер нисә сит илдән 500-ҙән ашыу уҡыусы һәм студент ҡатнашты, улар донъя халыҡтарының 42 телендә сығыш яһаны. Бөтәһе 10 секция эшләне: өсәү — эпосты башҡортса һөйләүселәр өсөн, икешәр — рус һәм инглиз, берәү — Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәрендә, берәү — бер нисә телдә аралашҡандар өсөн, һәм тағы ла берәү — мигрант ғаиләләрендәге балалар өсөн. Йәш сәсәндәр һәм «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр баһалама ағзаларын үҙҙәренең сағыу ижади сығыштары менән таң ҡалдырҙы. IX халыҡ-ара конкурс еңеүселәренә һәм ҡатнашыусыларына дипломдар һәм сертификаттар, шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Башҡортостан социаль технологиялар институты был сараны төп ойоштороусылар булһа, республиканың Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы уны үткәреүгә туранан-тура булышлыҡ күрһәтте[21]. «Bash.news» сайты мәғлүмәттәре буйынса, байрам атмосфераһы, милли ҡоралдар һәм сағыу милли кейемдәр сараға матур һәм оҙаҡ онотолмаҫлыҡ йәм өҫтәне. Рәсәй, Һиндостан, Израиль, Монголия, Франция, Германия, Үзбәкстан һәм Ҡытай вәкилдәре эпосты төрлө телдәрҙә яттан һөйләүгә үҙенсәлекле әҙерләнеүҙәрен күрһәтте. Сараның тағы ла бер яңылығы: бәйгелә тәүге тапҡыр донъя халыҡтары уйындары буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Бәйгеселәр йәйәнән уҡ атыу, бура уйыны һәм ҡазаҡ халҡының милли уйыны «Асыки» буйынса көсөн һынап ҡараны. Был һәм үҙ-ара әүҙем аралашыу ҡатнашыусыларға төрлө халыҡтар йолалары менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирҙе[22].
  • 2017 йылдың февралендә «Урал батыр» эпосы байрамы Мәләүез районының Нөгөш ауылында үтте. Байрам программаһында йыр-моң һәм «Урал батыр» эпосынан театрлаштырылған өҙөктәр, башҡорт батырҙары һәм Урал батыр хөрмәтенә йола хикәйәттәре ҡаралғайны. Ҡарҙа милли көрәш буйынса күрһәтмә сығыштар, халыҡ уйындары, аш менән һыйлау ойошторолдо. Байрамдың төп өлөшөндә — «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүҙә төрлө йәштәге 35-тән ашыу кеше ҡатнашты[23].
  • Өфөлә йәш сәсәндәр «Урал батыр» эпосын Рәсәй халыҡтары телендә һәм сит телдәрҙә һөйләйәсәк[24].
  • Республикала йыл һайын «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса бәйге уҙғарыла.
  • Башҡортостандың «Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендә «Урал батыр» эпосы буйынса ете туҡталҡалы, 28 саҡрымлыҡ яңы туристик маршрут булдырыла. Һуҡмаҡ тирәләй Урал батырҙың һәм эпостың башҡа геройҙарының ағас һындары ҡуйыласаҡ[25].
  • 2014 йылда «Пегас» йондоҙлоғоның бер йондоҙона «Урал батыр» исеме бирелгән[26][27].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. УРАЛ БАТЫР, эпос. Нәҙершина Ф. А.
  2. «Башкирский эпос „Урал-батыр“ пережил века» — Газета «Баймакский вестник», 2013, 27 июня (рус.)
  3. УРАЛ БАТЫР, эпос. Нәҙершина Ф. А.
  4. Мавлетов В. С. Духовная история башкирского народа. Мифологическое мировоззрение. — Уфа: Вагант, 2011. — 148 с. — ISBN 978-5-9635-0331-7.
  5. Сагитов М. М. Урал-батыр (пер. Шафикова Г. Г.). Башкирский народный эпос. Уфа: Башкнижиздат, 1977, С. 5—15.
  6. «Урал батыр» башҡорт эпосы әзербайжан теленә тәржемә ителгән. — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2014, 20 ноябрь
  7. 7,0 7,1 7,2 Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы — ҡырғыҙ телендә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 25 октябрь (Тикшерелеү көнө: 25 октябрь 2019)
  8. Израилдә иврит телендә «Урал батыр» китабы донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 23 декабрь (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2016)
  9. В Израиле опубликован эпос «Урал батыр» на иврите. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 22 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2016)
  10. Эпос «Урал-батыр» будет переведен на якутский язык. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 26 июнь (рус.)
  11. «Урал-батыр» эпосы яҡут телендә донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 26 март (Тикшерелеү көнө: 30 март 2018)
  12. Өфөлә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын ҡытай телендә сығарыу мәсьәләһен өйрәнделәр. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 8 май (Тикшерелеү көнө: 10 май 2018)
  13. З. Р. Назарова. Архетипы и символы в эпосе «Урал батыр»/Ватандаш, сентябрь, 2001 / Соотечественник / Compatriot 2018 йылдың 30 март көнөндә архивланған.. www.vatandash.ru
  14. «Урал батыр» эпосы мотивтары буйынса проект Рәсәй сәхнәһенә сыҡты. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 декабрь (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2016)
  15. В Уфе будет поставлен современный балет «Легенда о Саошианте» («Урал батыр»). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 29 август (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2016)
  16. Урал батыр. По мотивам национального эпоса башкирского народа 2020 йылдың 29 февраль көнөндә архивланған.
  17. [http://bashdram.ru/performances/ural-batyr.html По башкирскому народному эпосу
    УРАЛ БАТЫР] 2020 йылдың 29 февраль көнөндә архивланған.
  18. Өфөлә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы уҙҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020 йыл, 29 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2020)
  19. Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын тикшереүселәр Өфөгә йыйылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 24 май (Тикшерелеү көнө: 24 май 2019)
  20. «Урал Батыр» эпосы буйынса балалар комиксы һәм анимация фильмы төшөрөлә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 29 декабрь (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2019)
  21. «Урал батыр» эпосына арналған фестивалдә ҡатнашыусылар 42 телдә сығыш яһаны. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 6 декабрь (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2018)
  22. В Уфе состоялся международный конкурс чтецов эпоса «Урал-батыр». «Bash.news» сайты, 29 ноября 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2018)
  23. Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы байрамы уҙҙы. // «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 13 февраль (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2017)
  24. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 25 ноябрь
  25. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 16 октябрь
  26. Сертификат «Международного каталога небесных тел»(недоступная ссылка)
  27. Урал батыр — йыһанда (билдәһеҙ). Юлдаш радиоһы (25 май 2016). Дата обращения: 26 май 2016.(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. — Өфө: Китап, 2005. — 296 бит.
  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. — 696 бит, һүрәттәре менән.
  • Нигаматова Г. «Башкирский эпос „Урал-батыр“ пережил века» — «Баймакский вестник» гәзите, 2013, 27 июнь (рус.)
  • «Йәшлек» гәзите. Руфина Дәүләтова, БДУ студенты.
  • «Шоңҡар» журналы Салауат Ғәлләмов.
  • «Йәшлек» гәзите. Сажиҙә Лотфуллина.
  • Әминев Зәкирйән. Эпос «Урал батыр» как источник изучения доисламского мировоззрения башкир.
  • 2015 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Баш ҡалала «Урал батыр» эпосының архив тексының баҫмаһы донъя күрҙе

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • УРАЛ БАТЫР, эпос. Нәҙершина Ф. А.
  • Урал батыр ҡобайыры (башҡортса)
  • Урал Батыр латин әлифбаһында 2019 йылдың 6 март көнөндә архивланған.
  • Урал батыр ҡобайырына аңлатма (урыҫса) 2006 йылдың 28 июнь көнөндә архивланған.
  • Сайт «Урал-батыр» (урыҫса) 2018 йылдың 25 ноябрь көнөндә архивланған.
  • Айҙар Хөсәйенов тарафынан сәсмә әҫәргә әйләндерелгән Урал батыр ҡобайыры (урыҫса) 2016 йылдың 13 март көнөндә архивланған.
  • Атангулов У. Ш. Памятник народной педагогики // Ватандаш. — 2000. — № 9. — ISSN 1683-3554.
  • Ямаева Л. А. «Урал-батыр» — эпос кушанской эпохи // Ватандаш. — 2015. — № 9. — С. 31—44. — ISSN 1683-3554.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Фәнирә Ғайсина. Байыҡ Айҙар сәсән һәм «Урал батыр» эпосы — Йүрүҙән, 2022, 14-се һан, 8 апрель

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • YouTube сайтында Видео Урал батыр и всемирный потоп
  • «Орнамент» Родина сэсэна. Хамит Альмухаметов д. Второе Иткулово Баймакского р-на РБ. 2013г.
  • YouTube сайтында Видео Возрождение эпоса «Урал-Батыр» в театре кукол

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Сочинение про ураза байрам
  • Сочинение про ураган на английском
  • Сочинение про туристический поход
  • Сочинение про турбазу
  • Сочинение про туман 3 класс